Яуаплылыҡ уҙ баһаһын ала25.10.2017
Һөнәреңә тоғролоҡ, фиҙакәрлек, профессионаллек – бөгөн оло залда тантаналы шарттарҙа бүләкләнеүселәрҙе ошо сифаттар берләштерә.
Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының Колонналар залында хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградалары тапшырылды. 54 кеше республика Башлығы Рөстәм Зәки улы Хәмитов ҡулынан төрлө наградалар - «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены миҙалы, “Халыҡтар дуҫлығы” ордены, Салауат Юлаев ордены, Башҡортостан Республикаһының Почет грамотаһы, атҡаҙанған хеҙмәткәр тигән маҡтаулы исемдәр алды. Улар араһында йәмәғәт эшмәкәрҙәре, ғалимдар, медицина һәм мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре, педагогтар, төрлө предприятие етәкселәре һәм эшселәре, шулай уҡ журналист, юрист һәм иҡтисадсы бар.
Алдынғы хеҙмәткәрҙәрҙе тәбрикләп, республика Башлығы Башҡортостандың ярты йыллыҡ һөҙөмтәләре буйынса иҡтисади һәм инвестициялы үҫеш яғынан яҡшы аҙымдар менән алға барыуын билдәләне, шулай уҡ бүләкләнеүселәрҙең ил, республика алдындағы фиҙакәр хеҙмәтен хуплап, артабан да үҙҙәренең эш урынында хеҙмәттәштәрендә лә намыҫлы эшкә ынтылыш уятыуҙарына ышаныс белдерҙе.
Журналист, республика «Ватандаш» журналының бүлек мөхәррире Эльвира Халиҡоваға “Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре” тигән маҡтаулы исем бирелде. Матбуғатҡа бағышланған ике тиҫтәнән ашыу йыл эсендә ижад иткән күп очерктары, публицистик мәҡәләләре, интервью һәм һүрәтләмәләре журнал уҡыусыларында оло ҡыҙыҡһыныу уятты, журналистың ижади эштәре ике китапҡа тупланып, баҫылып сыҡты.
Бүләкләнеүселәрҙең хеҙмәт юлына, яуланған ҡаҙаныштарына һоҡланып, бик күп йылы һүҙҙәр әйтергә була, әммә шуныһы раҫ – тырышлыҡ, яуаплылыҡ һәм тоғролоҡ һәр саҡ үҙ баһаһын ала.


Вернуться назад