Әсеткеһеҙ эсемлектең тәме яҡшы һаҡлана25.10.2017
Әсеткеһеҙ эсемлектең тәме яҡшы һаҡлана“Архангел ҡайнатмаһы” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 2013 йылда нигеҙ һалына. Алина Ғәлина етәкселегендәге ойошманың төп бурысы – төрлө спиртһыҙ эсемлектәр етештереү. Тарихҡа күҙ һалһаң, башҡорттарҙа бындай эшмәкәрлек XX быуат урталарында үҫешә. Бөгөн ата-бабаларҙың ошо йолаһы йәнә тергеҙелгән.


Йәмғиәттә ете кеше эшләй. Про­дукцияның тәүге партияһы теүәл бер йыл элек һатыуға сығарылған. Ул ваҡытта тәүлегенә дүрт тонна һитә балы, ике тонна шарап әҙерләнһә, хәҙер ойошма 20 тонна продукция етеш­терә. Шулай уҡ кәзә һөтөнән дә, алма һутынан да төрлө ризыҡ яһайҙар.
Сығымдар ҙа күп тотонолған, әл­биттә. Технологик карта әҙерләүгә, бинаны махсус ҡорамалдар менән йыһаз­ландырыуға һәм башҡаһына 12 миллион һум аҡса тотонолған. Унан тыш дөйөм туҡланыу үҙәге асыуға, Германиянан штекер, пресс кеүек ҡорамал­дарын ҡайтарыуға, эсәр һыуға лицензия юллауға ла байтаҡ аҡса сарыф ителгән. Уның ҡарауы, һөҙөмтә бар.
Бөгөн ойошма һитә балы етештереү өсөн Архангел, Ҡырмыҫҡалы, Шишмә райондары халҡынан йылына биш тонна бал һатып ала. Быйыл Ырымбур яҡтарынан да йыйғандар. Ә алма һуты һәм шарабын әҙерләү өсөн Валентиновка ауылындағы дүрт гектар, Яңы Устиновкалағы ике гектар алма, сейә баҡсалары сәнәғәт сығанағы булып тора. Әйткәндәй, ойошма һуңғы ике йылда әлеге баҡсаларҙы тергеҙеүҙә бик ҙур эш башҡарған. Мәҫәлән, былтыр ғына 500 төп ағас ултыртылған. Ә, ғөмүмән, һуңғы ике йылда ике гектар ерҙе эшкәрткәндәр.
Әсеткеһеҙ эсемлектең тәме яҡшы һаҡлана“Архангел ҡайнатмаһы” продукция­һында әсетке ҡулланылмай. Был технология яңы замандың ғилми ҡаҙа­нышы түгел, ә бары тик ата-бабала­ры­быҙҙың быға тиклем юғалып ҡалған аш-һыу сере генә.
Продукция етештереү техно­логияһы­ның үҙенсәлеге – һәр әсетеү һауытын индивидуаль һайлау. Был, әлбиттә, эш барышын ҡатмарлаштырһа ла, балдың һәм файҙалы үләндәрҙең ҡабатланмаҫ тәмен яҡшы һаҡлауға булышлыҡ итә. “Архангел ҡайнатмаһы” йәмғиә­те етеш­тергән ризыҡ төрҙәре Өфөнөң “Метро”, “Ашан”, “Йомарт” ке­үек ҙур сауҙа үҙәк­тәрендә төп урынды алған.


Вернуться назад