Дыуамаллыҡ йүнлегә илтмәй25.10.2017
Уҙған аҙнала республика юлдарында 102 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлеп, уларҙа 23(!) кешенең ғүмере өҙөлгән, 122-һе йәрәхәтләнгән. Интернет селтәренән ошо хәбәрҙе уҡығас, уйға баттым. Юл фажиғәләре тураһындағы мәғлүмәттәрҙе баҫмаларҙан, зәңгәр экрандарҙан йыш ишетеп, күнегеп тә бөттөк шикелле. Уларҙы нәҡ һуғыш йылдарындағы фронт мәғлүмәттәре кеүегерәк ҡабул итә башланыҡ түгелме?


Элегерәк бындай һәр хәбәр район, төбәк кимәлендәге борсоулы ваҡиғаға әйләнер ине. Ә хәҙер юл фажиғәһе менән бер кемде лә аптыратмаҫһың. Дөрөҫ, борон автомобилдәр һаны ла аҙыраҡ ине, ә бөгөн “тимер ат”һыҙ тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ, уларҙың һаны көндән-көн арта бара. Әммә был сәбәп түгел бит. “Юл ҡағиҙә­ләре” тигән төшөнсә бар. Һәм рулгә ултырған һәр кем уларҙы мотлаҡ үтәргә тейеш.
Ә ысынбарлыҡта нимә күҙәтелә һуң? Бөгөн юлдарҙағы үлем-ҡыйралыштың көндән-көн артыуының төп сәбәбе — эскелек. Үрҙә әйтеп кителгән фажиғәле ваҡиғаларҙың күпселек осрағы тап иҫерек водитель арҡаһында килеп сыға.
Дәүләт органдары юлда йөрөү ҡағиҙәләрен камиллаштырып та, рулгә ултырғандарға ҡарата талаптарҙы, яза сараларын көсәйтеп, штрафтарҙы арттырып та ҡарай, әммә әлегә һөҙөмтә тойолмай. Закон ғына түгел, “тимер ат”ты йүгәнләгән һәр кемдең аң-зиһене лә үҙгәрһен ине. “Иҫерек водитель — енәйәтсе, ул бер аяғы менән төрмәлә, икенсеһе менән тамуҡ ишеге төбөндә” — һәр кемебеҙ ошо хәҡиҡәтте иҫендә тоторға тейеш. Ғәҙәттә, мәжлес-ҡунаҡтарҙан һуң уны-быны уйламайбыҙ: ғаилә башлығы “кәйефләнгән” килеш рулгә ултыра, ҡатын кеше лә быға артыҡ иғтибар бирмәй, балалары менән салондан урын ала. Ә ваҡиғаның аҙағы фажиғәгә әйләнмәҫ, тип кем әйтә ала?
Күпме өҙөлгән ғүмерҙәр, ҡыйралған яҙмыштар тураһында ишетеп-белеп торабыҙ, ә фәһем алмайбыҙ, тәҡдир менән шаярабыҙ. Иғтибарҙы йәнә бер мәсьәләгә йүнәлтке килә. Һуңғы ваҡытта юлдарҙа үҙҙәрен ысын хужа итеп тойған дыуамал водителдәр күбәйеп китте. Ғәҙәттә, улар сит ил автомобилдәрендә ҙур тиҙлектә елдерә. Юл ҡағиҙәләре, хәрәкәт һыҙатындағы башҡа машиналар, йәйәүлеләр – уларға сүп урынына. Статистика мәғлүмәттәренә ҡарағанда, тиҙлекте арттырыу сәбәптәре килеп сыҡҡан юл хәрәкәте ваҡиғалары бихисап. “Тише едешь – дальше будешь” тигән фәһемле рус мәҡәлен онотоп, бындай водителдәр үҙҙәренең дә, башҡаларҙың да ғүмерен ҡурҡыныс аҫтына ҡуя.
Кисә генә танытма алып, бөгөн рулгә ултырғандар ҙа юлда хәүеф тыуҙыра. Бигерәк тә, хәленән киләме-юҡмы, әхирәтенә эйәреп, “тимер ат” йүгәнләргә тырышҡан гүзәл зат күбәйеп китте. Әлбиттә, тормош алға бара, техника заманы, һәр кем көнкүрешен еңеләйтергә тырыша, әммә кемгәлер был һәләт бирелә, кемгәлер юҡ. Шуға күрә мөмкинлектәрегеҙҙе тағы бер тапҡыр барлап алығыҙ ҙа үҙегеҙ ҙә ыҙаламағыҙ, башҡаларҙы ла хәүеф аҫтына ҡуймағыҙ, тип өндәшке килә ундайҙарға ҡарата. Юғиһә бындай йүләрлектең аҙағы ҡыҙғаныс бөтөүе ихтимал.
Юл-транспорт ваҡиғаһы тураһында ишетһәк, ғәҙәттә, водителдәрҙе ғәйепләр­гә күнеккәнбеҙ. Ләкин йәйәүлеләр арҡа­һында килеп сыҡҡан фажиғәләр ҙә йыш күҙәтелә, бигерәк тә балалар ҡатнаш­лығында. Һәм бында тәү сиратта беҙ, ололар, ғәйепле, сөнки кескәйҙәрҙе юл ҡағиҙәләрен күҙәтергә өйрәтмәйбеҙ. Хатта, йыш ҡына үҙебеҙ ҙә аңламайынса, уларҙы боҙорға этәрәбеҙ. Ҡалала авто­мобилдә йөрөгәндә иғтибар итәһегеҙҙер: йәш әсә светофорҙың йәшел төҫө яныр-янмаҫ элек коляскаһын алға этәрә, йә балаһын етәкләп юл аша йүгерә. Ә балаларыбыҙ ҡылыҡтарыбыҙҙы ҡабат­лай, беҙҙән үрнәк ала. “Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр” тип юҡҡа әйтмәгәндәр бит. Һәр ата-әсә ошо хәҡи­ҡәтте онотмаһын ине. Балалар баҡса­ларында, мәктәптәрҙә юл ҡағиҙә­ләрен өйрәтеүгә тәрбиәселәр, уҡытыу­сылар ваҡытын һәм иғтибарын йәллә­мәһен ине, тип теләге килә, сөнки сабый ғүмере бөтә нәмәнән дә өҫтөн булырға тейеш.
Ығы-зығылы, ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ, ҡайҙалыр ашығабыҙ, йүгерә­беҙ. Элек район үҙәгенән Өфөгә поезда тәүлек буйы бара инек, хәҙер автомо­билдә бер нисә сәғәт эсендә елдереп килеп етәбеҙ. Йәшәйешебеҙ, көнкүреше­беҙ еңеләйә, һәр минутыбыҙ, сәғәтебеҙ һанаулы.
Әммә был донъяла иң ҡәҙерле хазина кеше ғүмере икәнлеген онотмайыҡ. Яҡындарыбыҙҙы, балаларыбыҙҙы фажи­ғә­ләрҙән ҡурсалайыҡ. Дыуамал, иҫерек, тәжрибәһеҙ водителдәрҙе ауыр енәйәт ҡылыуҙан туҡтатайыҡ. Йырҙа йырланғанса:

Юлдар, юлдар, ауыр булһа булһын,
Тик һуңғыһы ғына булмаһын.


Вернуться назад