Матур башланғыстар башында25.10.2017
Бөтә матур башланғыстарҙың инешендә тора ул. Эшсән, егәрле, алдынғы ҡарашлы был уҙамандың заман һулышын яҡшы тойоп, әүҙем тормош алып барыуына таң ҡалаһың. 90-сы йылдар башында илдә эшһеҙлек хөкөм һөргәндә ул ҡул ҡаушырып, ни эшләйем икән, тип ултырманы, шәхси хужалығында мал үрсетеп, ит етештерә башланы. Шул ваҡыттарҙа уҡ “ит короле” тигән исем тағылғайны уға. Атаһынан ҡалған мал-мөлкәте булманы, үҙ көнөн үҙе күрҙе, үҙ донъяһын үҙе көйләне, ҡорҙо.
Һүҙем – яҡташым, Дәүләкән районының Горчак ауылында йәшәгән Яҡуп Мәсғүт улы Ғәлин тураһында. 21 йыл туған колхозында агроном булып эшләне, уның бригадаһы район күләмендә тик яҡшы күрһәткестәргә өлгәште. Йәш белгестең тырышлығы Бөтә Союз халыҡ хужалығы ҡаҙаныштары күргәҙмәһенең III дәрәжә “Хеҙмәт даны” ордены, бронза миҙал менән билдәләнде. Колхоз тарҡалғас, “Ергән МТС”-ында менеджер булды. Ә инде һуңғы ун дүрт йылда эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә.
Тыуған яғына, ауылына, уның киләсәгенә битараф түгел уҙаман. Ауылдаштарын осраштырыр өсөн төрлө саралар ойоштороу тәҡдиме менән сығыш яһай.
Күрше Ахун ауылының 80 йыллығын, тыуған Горчак ауылының 120 йыллығына “Урам байрамы” уҙғарыу – уның идеяһы. Был сараларҙы ойоштороуға күп көс һалды Яҡуп Мәсғүт улы. Өй һайын йөрөп сығып, халыҡ менән һөйләште, әңгәмәләште. Ихаталарҙы йүнәттерҙе, буятты. Урамдарҙы ҡый үләндәренән таҙартыуҙы ойошторҙо. “Юлдаш” радиоһы аша реклама ла ебәрергә онотманы.
Бөтә матди сығымдарҙы үҙ өҫтөнә алып, янып-көйөп йөрөнө ул. Үҙ йортонда ауылдаштары, туғандары, яҡындары өсөн оло табын ҡорҙо. Оҙаҡ йылдар бер-береһе менән осрашмаған ауылдаштар, аралашмаған туғандар күрешеп, нәҫел ебен барланы, тарихҡа сәйәхәт ҡылды, киләсәккә пландар ҡорҙо.
19 ғына йорттан торған күрше Ахун ауылында мәсет асыуҙа ла әүҙем ҡатнашты уҙаман, ҡорбанлыҡ бирҙе, сараның уртаһында булды.
2005 йылдан алып баш ҡалалағы “Ихлас” мәсете менән дә хеҙмәттәшлек итә ул. Былтыр сентябрҙә Мәкәш мәктәбенә бынан 30, 35, 40, 45, 50, 55, 60, 65 йыл элек беренсе класҡа барған уҡыусыларҙы “Беренсе ҡыңғырау” байрамына йыйыуға өлгәште. Сараны үҙе ойошторҙо, концерт программаһында ла ҡатнашты. Кеше тормошо көндәлек мәшәҡәттәрҙән генә тормай, рухи аҙыҡ та, осрашыуҙар ҙа кәрәк, ти яҡташыбыҙ. Ҙур пландар, матур идеялар менән янып йәшәй Яҡуп Ғәлин.