Ошо көндәрҙә Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы алдындағы майҙанға яңы машиналар килеп туҡтаны. Тантана алдынан машина аласаҡ инспекторҙарҙың тулҡынланыуы күренеп тора. 16 машина һәм 14 ҡаргиҙәр Башҡортостандың айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәләре дирекцияһына Хөкүмәт ҡарары менән бүленде. – Төбәгебеҙҙә махсус һаҡланған биләмәләрҙең майҙаны ҙур, уларҙың дөйөм һаны миллион гектарҙан ашыу. Шуға ла бында хеҙмәт иткән инспекторҙарҙың эш күләмен күҙ алдына килтереүе ҡыйын түгел. Бөгөн инспекторҙарға файҙаланыуға тапшырылған техника уларҙың эш сифатын арттырыуға булышлыҡ итәсәк. Сараның Экология һәм махсус һаҡланған биләмәләр йылында үтеүе тантананың мәртәбәһен күрһәтә, – тип асҡыстар бәйләмен тапшырҙы Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Илдар Һаҙыев.
Махсус һаҡланған биләмәләр дирекцияһы етәксеһе Марат Хәсәнов иһә инспекторҙар өсөн браконьерҙарҙы эҙәрлекләү, биләмәгә үтеү шарттарын боҙоусыларҙы ҡыуып етеү, юлһыҙ урындарҙы йырып сығыу өсөн етеҙлек һәм техниканың һынатмауы мөһим тип билдәләне.
Яңы машина алыусылар араһында беҙҙең гәзиттең күптәнге дуҫы Мирдар Дияровтың ҡатнашыуы ла ҡыуаныслы ваҡиға булды.
Мирдар “Урал-Тау” заказнигында инспектор булып хеҙмәт итә. Заказниктың майҙаны – 52 мең гектар самаһы. Кирәбе урман хужалығы тулыһынса, Төньяҡ Урал урман хужалығының өлөшләтә кварталдары ла ошо биләмәгә ҡарай. Төп тәғәйенләнеше – Ағиҙел һәм Яйыҡ йылғалары инештәрен бөтөн тәбиғәт комплексы булараҡ һаҡлау. Бында, һыу сығанаҡтарынан тыш, флора һәм фауна һаҡлауға лайыҡ. Ҡондоҙ, шәшке, һары шәшке, һеләүһен, янут, бурһыҡ, мышы-ҡоралай, айыу-төлкөләр етерлек.
– Инспектор вазифаһында ике йылға яҡын эшләйем. Көн һайын 250 километр самаһы ара үтеп ҡайтам. Башлыса Рәсәй Административ хоҡуҡ боҙоуҙар кодексының 8.39-сы статьяһы буйынса протоколдар төҙөлә. Йыл башынан 15 протокол тултырҙыҡ, өс енәйәт эше асылды. Машиналарҙың яңыртылыуы беҙҙең эш сифатына ыңғай йоғонто яһаясаҡ, сөнки кәрәк саҡта тәғәйенләнгән урынға тиҙерәк барыу мөмкинлеге бар хәҙер. Машина менән йөрөй алмаған ергә ҡаргиҙәр менән үтермен, – ти йәш инспектор.
Мирдар Дияров, башҡа хеҙмәттәштәре кеүек үк, ҡырағай йәнлектәргә тоҙ ялау урындары яһап ҡуя. Тояҡлылар, мышы-ҡоралайҙар тоҙға ҡытлыҡ кисерә башлаһа, бөтөнләй сит тарафтарға сығып китеүҙәре лә ихтимал. Тәбиғи шарттарҙа, таштар араһында кәрәкле минераль матдәләр пәйҙә була-булыуын, әммә уның миҡдары бик аҙ. Ҡышҡыһын бесән һәм ашлыҡ менән дә ҡырағай йәнлектәргә ярҙам итәләр.
“Алтын солоҡ” заказнигының өлкән инспекторы Рәфис Хәйбуллин үҙенең эше тураһында һөйләүҙән арымай.
– Беҙҙең биләмә – 90 мең гектар самаһы. Бурысыбыҙ – солоҡ ҡорттарҙы һаҡлау һәм үрсетеү. Бөгөнгә 1275 солоҡ бар, 750-һе ағастан эшләнеп эленгән. Ҡул аҫтымда тағы өс инспектор эшләй. Ҡорттарҙы ҡышын да күҙәтеп торорға кәрәк, шуның өсөн ҡаргиҙәрҙең булыуы беҙҙең өсөн ҙур шатлыҡ, – ти Рәфис Сабирйән улы.
Тантана тамамланыу менән инспекторҙар эш урындарына яңы автомобилдәрҙә ҡуҙғалды.