Уларҙың бурысы – уңайлы шарттар тыуҙырыу24.10.2017
Уларҙың бурысы – уңайлы шарттар тыуҙырыуТорлаҡ-коммуналь хужалыҡ эшмәкәрлегенән тыш тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтереү мөмкин түгел. Ҡала халҡы, шулай уҡ күп фатирлы йорттарҙа йәшәгәндәрҙең көнкүреше лә тәүлек әйләнәһенә нәҡ уларҙың эшмәкәрлегенә бәйле. Шуға ла был тармаҡ хеҙмәткәрҙәренә талап та көслө. Бер көн улар эшкә сыҡмаһа, йорт ихаталарында ҡарҙы таҙартмаһа, эҫе йә һыуыҡ һыу, йылылыҡ, газ булмаһа, сүп-сар сығарылмаһа, ҡала тормошо туҡталыр кеүек. Күҙ алдығыҙға килтерҙегеҙме?! Эйе, мин дә шулай уйлайым – ғауға сығасаҡ.

Ошондай хәл килеп тыумаһын өсөн, беҙ аҡса түләйбеҙ, ә идара итеүсе компаниялар хеҙмәтлән­дерә. Әлбиттә, торлаҡ-коммуналь тармаҡта ла төрлө предприятиелар һәм кешеләр бар, һәм улар төрлөсә эш алып бара. Бына Өфөнөң Октябрь районын хеҙмәт­­ләндергән “Сипайлово” компанияһы ла ошо биләмәлә йәшәгән халыҡҡа уңайлыҡтар тыуҙырыу өсөн намыҫлы хеҙмәт итә. Ә бит улар бер-ике өйҙө генә ҡарамай! Әлеге ваҡытта күп фатирлы 287 йортто тәртиптә тоталар. Был эштәрҙе атҡарыуҙа биш торлаҡ-эксплуатациялау ойош­маһы ярҙам итә. Ғөмүмән, Сипайлово биҫтәһе халҡы уңышлы эшләһен өсөн 500-ҙән ашыу кеше йәлеп ителгән.
Уларҙың бурысы – уңайлы шарттар тыуҙырыуТорлаҡ-коммуналь хужалыҡта реформалар башланғас, 1999 йылда предприятие төҙөлә. Йылдан-йыл уның хеҙмәтләндереү биләмәһе арта, сөнки биҫтә үҫә, яңынан-яңы йорттар, майҙансыҡ­тар файҙаланыуға тапшырыла. Әлеге ваҡытта “Сипайлово” идара итеү компанияһы Венер Масхар улы Усманов етәкселегендә уңышлы эшләп килә.
Компания халыҡҡа уңайлы көнкүреш шарттары тыуҙырыу өсөн төрлө саралар күрә, дәүләт программаларында ҡатнаша. Мәҫәлән, “Берҙәм Рәсәй” сәйәси партияһы ойошторған “Урындағы башланғыстарҙы яҡлау” програм­маһы буйынса һигеҙ проектты тормошҡа ашырып, асфальт һалғандар, мини-футбол майҙан­сығы төҙөгәндәр, турниктар ҡуй­ған­дар, яңы балалар майҙан­сыҡтары барлыҡҡа килгән. Компания “Уңайлы ҡала мөхите” федераль программаһы кеүек сараларҙа ҡатнашып, биҫтәләге күп ҡатлы йорттар араһындағы асфальт юл япмаһын яңыртыуҙы планлаштыра. Бөгөнгә йорттар араһындағы асфальт түшәменең 70 проценты яңынан һалынған.
– Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәт­кәрҙәре араһында “Һөнәри оҫталыҡ”, “Сәскәләр фестивале” кеүек конкурстар даими ойошторола. Унда беҙҙең эшселәр призлы урындарға лайыҡ була. Яңыраҡ ағас ултыртыу акцияһын­да ҡатнаштыҡ, – ти хеҙмәткәр Мансаф Мостафин.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре халыҡ менән тығыҙ бәйләнештә эшләй. Людмила Стрельцова, Фирүзә Ғүмәрова, Алһыу Вәкилева, Владимир Старцов кеүек алдынғы, намыҫлы хеҙмәткәрҙәр эш тип янып тора, һәр мөрәжәғәтте иғтибар үҙәгенән сығармай, ярҙамға ашығалар. Ошондай яуаплы эшселәр бул­ғанға ла зарланыуҙарға ҡара­ғанда рәхмәт һүҙҙәрен йышыраҡ ишетә компания етәкселәре.
Уларҙың бурысы – уңайлы шарттар тыуҙырыуБыл йәһәттән контролер-пломбасыларҙың эшен айырым билдәләп үтергә кәрәктер. Уларҙың фиҙакәр эшмәкәрлеге һөҙөмтәһендә эҫе һәм һыуыҡ һыу менән тәьмин итеү эше яйға һалынған.
– Эшебеҙ оҡшай, халыҡ беҙҙе яҡшы ҡаршы ала. Үҙебеҙ кеше­ләргә һәйбәт мөнәсәбәттә булғас, беҙҙең участкала ризаһыҙлыҡ белдергәндәр юҡ. Фатирҙарға инәбеҙ, һыуҙы асып ҡарайбыҙ, пломба ҡуябыҙ һәм магнитҡа ҡаршы таҫма йәбештерәбеҙ. Әгәр ҙә фатир хужаһы мутлашып, иҫәпләү приборын туҡтатам тип магнит ҡуйһа, ошо таҫманың төҫө үҙгәрә. Хәҙер халыҡ элекке кеүек магнит ҡуйып урлаша алмай, – ти Фирүзә Ғүмәрова.
Фирүзә Заһит ҡыҙы ике йыл эшләү дәүерендә тәжрибә туплап, алдынғылар рәтенә сыҡҡан. План буйынса айына 340 самаһы фатирҙың иҫәпләү ҡорамалдарын тикшерергә тейеш булһа, ул 650-не ҡарай, йәғни норманы ике тапҡырға арттырып үтәй. Унан коллегаһы Алһыу Вәкилева ла ҡалышмай, алдынғылар рәтендә. Уның ҡарамағында – 26 йорт.
– Планды үтәйбеҙ, акттарҙы күп тапшы­рабыҙ. Әлбиттә, фатир хужалары араһында ла төрлө­ләре бар. Ҡайһы берәүҙәр индермәй, араларында эскәндәр ҙә була, шуға ла һаҡ йөрөргә тырышабыҙ, – ти Алһыу Тимер ҡыҙы.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа Сипайлово биҫтәһе күҙгә күренеп үҫә һәм матурая, халыҡ өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыла. Йорт ихаталары таҙа, тыныс, йорт яны майҙансыҡ­тарында балалар рәхәтләнеп уйнай. Ә бит был уңайлыҡтарҙың бөтәһе лә – урындағы “Сипайлово” идара итеү компанияһының уңышлы эшмәкәрлек һөҙөмтәһе.


Вернуться назад