СССР-ҙа өйһөҙҙәр, әрәмтамаҡтар24.10.2017
1950 йылдарға тиклем СССР-ҙа өйһөҙ, торлаҡһыҙ ҡалғандарҙың проблемаһын етди хәл тип һанамағандар. Сөнки Конституция буйынса эшләгән һәр кеше бушлай фатир, һис булмаһа “коммуналка”нан бүлмә алған.

Шунан һуң, һуғыштан һуңғы йылдарҙа – ил емереклектәрҙе аяҡҡа баҫтырғанда, иҡтисадты тергеҙгәндә был проблема әллә ни иғтибарҙы йәлеп итмәй, ғәҙәти һанала. Ә бына социаль-иҡтисади хәл яҡшыра башлағас, тәүҙә балалар, үҫмерҙәрҙе тәшкил иткән “беспризорниктар”, берәҙәктәр менән көрәш башлана. Ошо осорға ҡалаларҙа тағы бер көрәш майҙаны асыла – фатир етмәү сәбәпле, йорттар төҙөү китә. Шулай “хрущевкалар”ҙан тотош ҡалалар үҫеп сыға. Күпселек фатирҙар, йорттар ойошмалар, завод-фабрикалар тарафынан төҙөлөп, үҙҙәренең эшселәренә бирелә. Был да торлаҡһыҙҙарҙың хәлен бер аҙ үҙгәртергә ярҙам итә.
1961 йылдан башлап СССР-ҙа бер ҡайҙа ла эшләмәгәндәр, йәғни “әрәмтамаҡтар” менән көрәш башлана. Тәғәйен генә эш урыны булмағандарға енәйәт эше ҡуҙғатыла. Был закон рәсми килеме, йәшәгән урыны булмағандарҙың һанын ҡырҡа кәметә.
Эске эштәр министрлығының 1970 йылғы 140-сы һанлы приказы, КПСС Үҙәк Комитетының һәм СССР Министрҙар Советының 1970 йылдың 23 февралендәге “Ижтимағи-файҙалы хеҙмәттән тайпылған һәм йәмғиәткә ҡаршы, әрәмтамаҡтарса йәшәү рәүеше алып барған кешеләргә ҡарата көрәште көсәйтеү буйынса саралар тураһындағы” ҡарарына ярашлы, торлаҡһыҙ, өйһөҙҙәр милицияның махсус приемниктарына ябылған.
1980 йылда СССР-ҙа рәсми рәүештә 142 мең кешенең тәғәйен генә йәшәү урыны булмай. Белгестәр әйтеүе буйынса, был һан кәметеп күрһәтелгән. Шулай булыуына ҡарамаҫтан, әрәмтамаҡлыҡты, рәсми рәүештә эшһеҙ йөрөгәндәрҙе, тәғәйен йәшәү урыны булмағандарҙы тулыһынса бөтөрөүгә йүнәлеш алына.


Вернуться назад