Ҡанундар бар ҙа ул…24.10.2017
“Бомждар” 1991 йылдан алып “законлаштырыла”, йәғни енәйәтсе һаналмай. РСФСР Енәйәт кодексының 209-сы (системалы рәүештә берәҙәклек итеү, һораныу) һәм 198-се (прописка-рәсми теркәлеү ҡағиҙәһен боҙоу) статьялары ғәмәлдән сығарыла.


1990 йылдарҙа совет осороноң яза биреү саралары тулыһынса битарафлыҡ һәм дә дәүләт органдарының өйһөҙ ҡалғандарҙың проблемаларын хәл итә алмаусы көсһөҙлөк менән алмашына. Торлаҡты бушлай приватизациялау, уның менән бәйле күп төрлө мутлашыуҙар тәү сиратта эскеселәрҙе, психик ауырыуҙарҙы, етем балаларҙы урам буйында ҡалдыра. Ошо осорҙа риэлторҙар барлыҡҡа килә. Улар аҙ килемле граждандарға финанс ярҙамы күрһәткән булып, торлаҡтарына алмаша, һаттыра. Элекке союздаш республиканан ағылған ҡасаҡтар ҙа Рәсәйҙә йортһоҙҙар һанын арттырыуға булышлыҡ итә.
1993 йылдың 2 ноябрендә Рәсәй Президентының берәҙәклекте, һораныуҙы иҫкәртеү буйынса Указы сыға. Уға ярашлы, элекке “приемниктар”ҙы Эске эштәр министрлығы ҡарамағынан алып, социаль-реабилитация үҙәктәре ойошторолдо. Унда “бомждар”ға медицина, социаль һәм башҡа ярҙам күрһәтелә башланы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был Указ тулыһынса тормошҡа ашырылманы. Әйтәйек, 1995 йылға бөтә Рәсәй буйынса 25 кенә төнөн ҡунып сыға торған өй, 40 махсус интернат һәм биш социаль ҡунаҡхана була.
“Ночлежка” хәйриә ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 1998 йылда “бомждар”ҙың өстән бер өлөшө элекке иркенән мәхрүм ителеүселәр булған. 1990 йылдан иһә хәл үҙгәрә: күсемһеҙ милек мутлыҡтары сәбәпле торлағын юғалтҡандар күбәйә. Йортһоҙ ҡалғандар иҫәбенә шулай уҡ “беспризорник” балалар ҙа инә. Уларҙы махсуслаштырылған балалар йорттарына оҙаталар.
Йәшәргә урыны булмағандарға муниципаль берәмектәр һәм хәйриә ойошмалары тарафынан төнөн ҡунып сығыр өсөн урындар асыла. Унда уларға йылы аш бирелә, медицина ярҙамы күрһәтелә. Ләкин, күпселек осраҡта, “бомждар” өйрәнгән тормоштарынан арына алмай, сығырға теләмәй, кире урамға китә.


Вернуться назад