Әйт тиһәгеҙ…24.10.2017
Алексей НИКИФОРОВ, “Врачи без границ” ойошмаһының өйһөҙҙәргә ярҙам программаһы координаторы:
– Беҙ “бомж” тигән төшөнсәне бөтөнләй алып ташлау яҡлы. Ул кешенең дәрәжәһен төшөрә. Был осраҡта тәғәйен йәшәү урыны булмағандар тип түгел, ә өйһөҙҙәр, өйһөҙ граждандар тип ҡарарға кәрәк.

Мария СИГУТИНА, психолог:
– Өйһөҙ һәм өйһөҙлөк тигән төшөн­сәләрҙе ҡулланырға кәрәк. Ә тәғәйен йәшәү урыны һәм эше юҡлыҡты бел­дергән “бомж” һүҙен түгел. Бомж аббревиатура ғына түгел, ул дәүләткә торлаҡтары булмаған миллиондарса кешене күрмәҫкә, яҙмыштарына иғтибар итмәҫкә мөмкинлек бирә.


Вернуться назад