Аҫаба24.10.2017
Аҫаба Аҫаба... Ошо һүҙҙең тамырында күпме аҡыл, күпме батырлыҡ һәм таһыллыҡ, йылға-йылға булып ағырлыҡ шатлыҡ һәм ҡайғы, күҙ йәше менән бергә ҡан, һөйөү һәм нәфрәт ята. Баязит Бикбайса әйтһәң, уның өсөн түккән беҙҙең “ҡанды бергә йыйһаң, ҡыҙылайыр ине диңгеҙҙәр”.
Үҙен башҡорт һанаған һәр кеше, һис шикһеҙ, аҫаба ер, аҫаба хоҡуҡ тураһында ишеткәне бар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уның аҫаба тураһында белгәне ошо имеш-мимеш хәбәрҙән ары китмәй. Аҫабаны белмәгәне өсөн кешене ғәйепләп тә булмай, сөнки аҫаба һәм аҫабалыҡ тураһында бик аҙ һөйләнелде, ә яҙылғаны тағы ла аҙыраҡ булды.

Нимә һуң ул АҪАБА? Уға яуапты бик боронғо тарих ҡатламынан эҙләргә кәрәк. Бөгөнгө башҡорт кешеһенең иң боронғо ҡартатай-ола­тай­ҙары үҙен башҡорт тип белә башла­ған дәүерҙә ята булһа кәрәк һорауға яуап. Эҙләнеү эшен аҙмы-күпме еңе­ләй­тер өсөн мин уҡыусыларға үҙемдең әҫәрҙән – “Өн һәм һан” романынан бер өҙөк тәҡдим итәм. Унда Туран иленең ханы Сәсән менән уны һаҡлаусы ғәскәр – башҡорттар башлығы Арыҫлан тура­һында бер ваҡиға һүрәтләнә.
“…Юлда хан байтаҡ ваҡыт өндәшмәй уйланып барҙы. Яҡшы уҡ ара үткәс, ҡул иҙәп Арыҫланды саҡырҙы.
– Арыҫлан батыр, һинең ғаиләңдә нисә кеше әле?
– Үҙем менән ете йән, хан. Биш бала, ҡатыным һәм мин.
– Балаларыңдың нисәүһе ҡул араһына ингән?
– Иң кесеһенән башҡа бөтөнөһө тиһәң дә ярай. Оло улым ир етеп килә инде. Унан ҡала ҡыҙым да кейәүгә бирерлек булып тулышып бара. Өсөнсө балам – ул. Эшкә бик әрһеҙ. Ишек алдында ла, йәмәғәттә лә алдындағыһын ҡалдырмай эшләй. Дүртенсеһе әсәһе янында бешеренә лә, һыйыр ҙа һауа, ҡош-ҡорт та көтә, ваҡ мал артынан да йөрөй. Иң бәләкәйе уйындан бушамай әле.
– Бына һинекеләр йәмәғәт эшендә – яҙын сәсеүҙә, көҙөн ураҡта барлығы күпме ер эшкәртә икән?
– Кем һанаһын инде уны?
– Бөгөн ҡайтҡас, минең янда йөрө­мәй, тура өйөңә кит тә әлеге ерҙе һана. Күпме иген эшкәртә, күпме бесән әҙерләй алаһығыҙ икән? Иртәгә миңә әйтерһең.
– Ярар, хан.
– Бар.
Хандың ҡушҡанын Арыҫландың ғаи­лә­һе күмәкләп үтәне. Ололар, балалар ен­текләп, ихласлап һананылар. Май­ҙандың арҡырыһын да, буйын да мөйәт­ләп һа­най­ҙар ине. Хәҙерге үлсәмгә күсереп әйт­һәң, бер минутта үтелгән ара бер мө­йәт һаналды. Иртәгәһенә Арыҫлан батыр:
– Хәйерле иртә, хан, – тип сәләм­ләне. – Бик оҙаҡ ентекләп уйлашҡандан һуң, бәлиғ булған егет йә ҡыҙ ун мөйәт майҙан ерҙә сәсеп иген игә һәм бесән саба ала, тип ҡуйҙыҡ.
– Бер кешегә ун мөйәт. Һинең ғаилә­ңә етмеш мөйәт майҙан кәрәк. Шуның өҫтәүенә ат, һыйыр, ваҡ мал утлатыу өсөн шуның яртыһы, хатта күберәге кәрәк. Дөрөҫмө?
– Дөрөҫ.
– Мейескә яғыр өсөн утын, өйлөк бүрәнә, һарай-ҡуралыҡ ағас үҫерҙәй тағы ер... Быныһын дөйөм урмандан да алып була.
– Нимә һанайһың һуң, хан? Аныҡла­быраҡ әйтһәң, бәлки, мин дә ярҙам­лашырмын.
– Бына нәмә, Арыҫлан батыр. Баш­ҡорт­тарҙы һалым йыйымынан ситләш­тереп, әллә үҙҙәренә ер бүлеп бирер­гәме икән, тип уйлайым. Үҙенән башҡа уның ғаиләһе барыбер йәмәғәт эшендә йөрөй. Ә былай үҙ ерендә эшләр ине. Тырышып эшләһә, иҫән-һау кеше яҙҙан көҙгә тиклем үҙен туйҙырырлыҡ, бер баш һыйыр малы, ике-өс баш кәзә-һа­рыҡ аҫрарлыҡ бесән йүнәтә ала бит? Ала. Әллә башҡортҡа әлеге әйткән иген менән бесән йыйырлыҡ һәм йәй­ге­һен малын көтөрлөк ер бүлеп бирергә лә һалымдан ситләштерергәме икән, тим.
– Ул саҡта башҡорт үҙе һалым түләйме?
– Юҡ. Һалымдан уны ҡотҡарыр инек.
– Була инде. Башҡорттоң балалары, ҡатыны барыбер йәмғиәттә бил бөгә. Былай булһа, үҙенә эшләр.
– Хуплайһыңмы?
– Хуплайһыңмы тип ни... Ә баш­ҡорттоң үҙен кем аҫрар һуң? Ул бит көнөн-төнөн хан хеҙмәтендә. Иген сәсеп игергә, бесән йүнәтергә әмәле ҡалмай.
– Башҡорт өсөн ғаиләһе эшләр. Уның аты өсөн дә, үҙе өсөн дә өҫтәп ер би­рә­беҙ инде. Бер баш атҡа, ике һыйырға тигеҙ майҙан.
– Башҡорт бер генә баш йылҡы тотһа, хеҙмәтенең йүне булмаясаҡ. Аты кәмендә икәү булырға тейеш. Мал арый, ауырый, бейә булһа, ҡолонлай.
– Ярар, башҡорттоң үҙенә, ғаиләһенә тей­гән майҙандың тағы яртыһын бирҙек, ти.
– Улай дөрөҫ түгел, хан. Башҡорт­тоң үҙенә генә кәмендә ун мөйәт ер кәрәк. Шун­һыҙ кешене башҡортлоҡ ҡыҙыҡһын­дырмай. Әле лә ауыл кеше­һенең һәр бере­һенә өс-биш мөйәт ер тура килә. Шунан да кәм булһа, кем башҡорт булырға ынтылһын.
– Һүҙең хаҡ, батыр, башҡортҡа үҙенә генә ун биш мөйәт майҙан ер булһын. Ғаиләһендәге һәр кешегә тағы ла өсәр мөйәт.
– Миңә, тимәк, утыҙ мөйәт ер тейә. Эйе, был ер минең ғаиләне аҫрарға етә.
– Был ерҙе беҙ аҫаба тип атарбыҙ.
– Атай ереме?
– Эйе, атай ере.
– Башҡорттоң бөтәһе лә атай кеше бит инде. Ер ҙә уға башҡорт булған өсөн бирелә.
– Ә башҡорт булыуҙан туҡтаһа? Кеше ҡартайып йә ауырып башҡорт­лоҡҡа эшкинмәй башланы, ти. Кемдер хан хеҙмәтендә үлеп ҡала...
– Хеҙмәттә үлгән башҡорт өсөн ғаиләһе әле һалымдан өлөш ала бит? Ала. Тимәк, ер ҙә уның ҡарамағында ҡала. Ә ҡартайһа йә ауырыһа, әле лә һалымды бүлешә бит ул, тимәк, ер ҙә уныҡы була.
– Башҡорт ҡартайып йә ауырып үлеп китһә?
– Әле уларҙың ғаиләһе һалым ашаймы һуң?
– Ашай. Тик башҡортҡа бирелгән түләүҙең өстән бер өлөшө самаһы.
– Тимәк, ҡартайып үлгән башҡорт еренең өстән бер өлөшө түгел, туғыҙҙан дүрт өлөшө майҙанында йәмғиәткә кире күсә.
– Ай-һай, хан, башҡортҡа бигерәк күп эш бирергә уйлайһың түгелме? Ер бит эш талап итә. Һиңә хеҙмәткә барғанда ла, ҡайтҡанда ла ере тураһында уйлар бит башҡорт.
– Уйлаһын шул, ни тиклем үҙ еренең ҡәҙерен белһә, шул тиклем ҡыйыуыраҡ һуғыша ул. Дошманға ханды ғына түгел, ерен дә бирмәҫкә тырышасаҡ бит. Ул бит АҪАБА.
Оҙаҡламай бар илгә Сәсән хандың ҡарары таратылды. Аҫаба тураһында ине ул. Шунан бирле башҡорттар аҫаба хоҡуғынан файҙаланды”.
Шулай итеп, АҪАБА ул – быуындан быуынға, нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән ЕР һәм шуға бәйле ХОҠУҠ булып сыға. Бының тап шулай икәнлеген хәҙерге тарих фәне лә, юридик хоҡуҡтарҙы өйрәнеүсе фәндәр ҙә таный.
АҪАБАны Энциклопедия (“Башҡорт­остан”. Ҡыҫҡаса энциклопедия. “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт ғилми нәшриә­те. Өфө. 1997) түбәндәгесә аңлата.
Аҫаба – аҫабалыҡ нигеҙендә законлы рәүештә ер биләү хоҡуғына эйә булған теге йәки был община (ырыу-ҡәбилә, ауыл, улус) башҡорто. “Нәҫелдән нәҫелгә күсә килгән ер хужаһы” тигән мәғәнәгә тура килә (Рәсәй адм.-идара итеү учреждениеларында күберәген “вотчинник” һәм һирәк кенә “аҫаба” һүҙе ҡулла­ныл­ған.) Аҫаба сикләнгән төркөмдән торған. Аҫаба тип иҫәпләнер өсөн билдәле бер башҡорт ҡәбиләһе йәки ырыуының тулы хоҡуҡлы ағзаһы булыу, ергә аҫабалыҡ хоҡуғын раҫлау өсөн нәҫелдән килгән юридик хоҡуҡҡа эйә булыу, шәхси хужа­лыҡ алып барыу тейеш тип ҡарала. Бил­дәле бер социаль-иҡтисади һәм сәйәси шарттарҙа нәҫелдән күсә торған ергә хоҡуғын юғалтҡан һәм үҙ общинаһынан ҡыҫырыҡлап сығарылған кеше аҫаба була алмай һәм типтәрҙәр йәки ҡәр­ҙәштәр категорияһына күсә”.
Ошолай тип яҙған З. Ф. Рауилова.
Аҫабалыҡтың тарихы бик ҙур. Баш­ҡорттоң тарихы күпме булһа, аҫаба­лыҡтыҡы ла шул тиклем. Уның тамыры меңәр йыл тәрәнлегендә ята, оҙонлоғо менән киңлеге Оло Иҙелдән Тубылға, Боҙ­ло диңгеҙҙән Аралға тиклем һуҙыл­ған. Шул ҡәҙәр арауыҡта ятҡан башҡорт ере. Әлбиттә, тулыһынса түгел. Был тарафта унан башҡа ла йәшәүселәр күп булған, улар ҙа ергә хужа булырға тырышҡан, иген иккән, мал баҡҡан. Әммә уларҙың береһендә лә башҡорттоҡо һымаҡ аҫаба хоҡуғы булмаған. Баш­ҡорттар атайҙан ҡалған ерҙе күҙ ҡара­һындай һаҡлаған, түккән ҡанын, биргән йәнен, тик бирмәгән башҡорт Уралын. Башҡорт булыр кешеләр тәүтормош дәүерендә үк ошо Урал тирәһендә ойошоп йәшәй башлай һәм әлегә тиклем ошонда көн итә. Бүтән халыҡ кеүек күсенә, яҡшы тормош эҙләп күҙ күрмәгән, ҡолаҡ ишетмәгән яҡҡа сығып та китә алыр ине (әйтәйек, VIII быуатта был тирәнән киткән мадъярҙар, XVI быуатта Уралды ташлап киткән ноғайҙар һымаҡ), әммә ҡуҙғалмаған. Сөнки уны бәйләп тотҡан иң ҡәҙерле бер нәмәһе бар – аҫаба ере. Ере уның яманмы, яҡшымы, уңышты күп бирәме, юҡмы, әммә ашата, эсерә, кейендерә, балаларын үҫтерә. Ә ситтә ни булырын кем белә әле, унда уға берәү ҙә ер бүлеп ҡуймаған. Шулай фекерләгән башҡорт һәм ерен ташлап китмәгән, йомош юлға аҙналап-айлап, хатта йыллап сығып китһә лә, һағына-һағына кире ҡайтҡан. Бында ул хужа, бында ул тулы хоҡуҡлы кеше. Ситтәге һымаҡ ят тупһаларҙа ятып йоҡламай, сөнки башҡорттоң аҫаба хоҡуғын бер кем дә тартып ала алмаған, бай ғына түгел, батша ла. Ә кемдер уға яҫҡына башлаһа, башҡорт суҡмарын да күтәрә, керешкә уғын да һала алған. Шуға уның һәр бер яу тарихы тап аҫабалыҡ, тап ер менән бәйле. Рәсәй власына ҡаршы иң һуңғы күтәрелеш – “Мырҙабулатов восстаниеһы” тип аталған 1922 йылғы баш бирмәү ҙә аҫаба – тыуған ер, ерҙә йәшәргә хоҡуҡ, шул ерҙә үҙеңде кеше итеп тойоу, шул ерҙә нәҫел ҡалдырыу һәм ошо ергә ятып үлеү хоҡуғы өсөн асыҡтан-асыҡ, ҡораллы һуғыш ине.
…Ошо хәлдәрҙең бер бәләкәй генә осмотон иҫемдә ҡалдырғанмын. Был турала мин яҙа-йоҙа иҫ белгән саҡта әсәйем (беҙҙең яҡтағыса, әнәйем) һөйләгәйне. “Тағы атыша башлайҙар, – тип беҙгә, бала-сағаға, ҡатын-ҡыҙға атайым баҙға төшөргә ҡушты. Үҙе өҫтәге иҙән таҡтаһын ябып ҡуйҙы. Шым улты­рығыҙ, берәүгә лә һүҙ өндәшмәгеҙ, тине. Оҙаҡ ултырҙыҡ ер аҫтында. Бер ваҡыт атайым кем менәндер һөйләшеп килеп инде. Тауышы шат үҙенең. “Минекеләр ер аҫтында, хәҙер сығарам уларҙы”, – тип баҙ ҡапҡасын асты. Берәм-берәм ер аҫтынан сыҡҡан кешеләргә ҡарап торҙо ят кеше. Беҙ уға текләшәбеҙ. Һалдат кейемендә ине ул, ялтлап торған яҡшы итек кейгән, билендәге ҡайышына наган таҡҡан. Беҙгә йылмайып ҡарап торҙо ла был көлә-көлә: “Тупраҡ башҡорт бәхетелер, бәхетебеҙҙең тәхетелер, тип Шәйехзада шағир белеп әйткән. Ер беҙҙе ашата, кейендерә, һуғыш килһә, йәҙрәнән һаҡлап күкрәгенә һыйындыра. Бәләкәй генә баҙға ана күпме кеше һыйған”, – тине. Атайым да уға ҡушылып көлдө лә әнәйгә: “Йәһәт кенә самауырыңды ҡай­нат, тәм-томоңдо сығар. Үҙебеҙҙең һал­даттарҙы – ҡыҙыл эттәрҙән ҡотҡарыусы­ларҙы һыйлап ебәрәйек”, – тип табын ҡорошорға тотондо...
Был хәл “Мырҙабулатов восста­ние­һы”­на тиклем булған, аңлашылыуынса, башҡорт ғәскәре ҡыҙылдар менән алышҡан саҡ, йәғни 1919 йылдың февраленә тиклем. Әсәйҙең атаһы Юныс хәлле кешеләрҙең береһе була. Бик егәрле ине, тип һөйләй торғайны әсәй уның тураһында. Иртәнге сәйгә тиклем бер һыуһын эшләп ҡайтыр ине. Уның ерендә бер генә сүп үләне лә булманы, игенде иң күп сәскән кеше ине. Ашлыҡ үҙебеҙгә лә етә, һатырға ла китә, “ҡара көнгә” тип тейелмәй торғаны ята ине. Өс ҡатыны булды, тик үҙенә ярҙамға ир баланан ни бары абзыйым ғына ине, ҡалғаныбыҙ ҡыҙҙар – өсәү торҙоҡ. Атайым бөтөнөбөҙҙө лә уҡытты, ғәрәп, фарсы телдәрен белә, Ҡөрьән сүрәләрен еңел уҡый торғайныҡ…
Юныс олатай ике өлөш – үҙенеке һәм улыныҡы – аҫаба ер эшкәрткән, бына тигән шыңғырлап торған ҡарағай­ҙан (Көйөргәҙе яғында ҡарағай урман юҡ) ҙур өй һалып, башын йәшел ҡалай менән ябып, кәртә-ҡураһын ныҡтан һа­лып ҡуйған, ике өйөр йылҡы аҫраған. Ҡатындарын, ҡыҙҙарын затлынан кейен­дергән. Хәҙерге заманда шәшке тун етеш йәшәүҙең бер билдәһе һанала. Ә ул саҡта әсәй кейәүгә сыҡҡанда (совет осоро) ике шәшке туны булған. Ошолай йәшәргә мөмкинлек биргән аҫа­ба ер. Бөгөн килеп элекке аҫабаларҙың ейән-ейәнсәрҙәре өй һалырлыҡ та ер ала алмайынса интегә.
Ҡайҙа һуң беҙгә тейеш аҫаба ер? Күп­тән түгел бөтөн халыҡ шау-гөр килеп Башҡортостандың үҙ ирке менән Рәсәйгә ҡушылыуына 450 йыл тулыуҙы байрам итте. Рәсәй батшаһына баш һалыуҙы баш­ҡорт тарихындағы иң яҡшы күре­нештәрҙең береһе булған тип атаныҡ. Килешеү нигеҙендә Рәсәйгә ҡушылыу башҡорттарға телен, динен, ғөрөф-ғәҙәттәрен һәм ерен һаҡлап ҡалырға мөмкинлек биргән, тип тәҡрарланыҡ. Был ысынлап та шулай. Әгәр башҡорттар үҙ ирке менән баш һалмаһа, барыбер һалдырырҙар ине. Ул саҡта инде бер ниндәй ҙә хоҡуҡ тураһында уйларға ла ярамаҫ ине. Тап шул дәүерҙә әлеге Башҡортостандан киткән ноғайҙарҙың миҫалы быны асыҡ күрһәтә. Ноғайҙар тарихи иленә ҡайта – башҡорт яғына ул Кубандән килгән була һәм шунда кире китә. Рәсәйҙең вассалы һаналһа ла, махсус килешеүе булмағас, ере лә, дине лә, ғөрөф-ғәҙәте лә йүнләп һаҡланмай. Кавказға, Ҡырымға үтеп барышлай урыҫ ғәскәре быларҙы ла иҙеп китә. Бөгөн но­ғайҙарҙың теле лә йүнләп һаҡлан­маған, милли дәүләт ҡоролошо ла юҡ. Әлбиттә, беҙ ҙә әллә ни ыратып алға китмәгәнбеҙ. Әммә ноғай хәле түгел инде. Телебеҙ закон тарафынан һаҡлана, динебеҙҙе тотоу үҙ иркебеҙҙә, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе боҙҙормау үҙ ҡулыбыҙҙа.
Ер мәсьәләһенә килһәк, эш ҡатмарлыраҡ. Ләкин бөтөнләй үк өмөтһөҙ түгел. Мәғлүм булыуынса, башҡорттоң ергә хоҡуғы – аҫаба­лығы Мөйтән хан менән Сыңғыҙ хан ара­һында төҙөлгән килешеү менән һаҡ­ланған. Шул уҡ шарт Мәскәү дәүләтенең батшаһы IV Ивандың башҡорт бейҙә­ренә биргән грамоталарында яҙылған. Башҡорттар ошо хоҡуҡ боҙолмаһын өсөн йөҙләгән күтәрелеш яһаған һәм үҙе­некен иткән. Башҡорт еренә яҫҡы­ныусылар күп булған, беренсе сиратта, Рәсәй батшалығы үҙе. Төрлө һылтау менән аҫаба ер ҡыҫҡартылғандан-ҡыҫ­ҡар­тылған. Әммә хоҡуҡты тулыһынса берәү ҙә юҡҡа сығармаған. Батшалыҡ төрлө йылдарҙа был мәсьәләгә кире ҡайта һәм “бунтарь” башҡорт яңынан баш күтәрмәһен өсөн аҫабалыҡтың һаҡланасағын белдереп тора.
Ғалимдар билдәләүенсә (З. Йәне­кәев, А. Йәнекәев), башҡорт иле менән идара итеү өс дәүергә бүленә: 1) башҡорт­тарҙың үҙаллылыҡ осоро (XVI – XVII бы­уаттар); 2) йәмғиәтте ҡатламдарға бүлгеләү (1798 – 1863); 3) идара итеүҙә бер төрлөлөк (1863 – 1917). Ер мәсьәлә­ләрен хәл итеүҙә лә закон сығарыу эше яҡынса шул уҡ осорҙарға бүленә. XVI – XVII быуаттарҙа башҡорт ырыуҙарының Мәскәү дәүләтенә ҡушылғандағы шарт­тарҙы үтәү дәүере. XVII – XIX быуаттың тәүге яртыһында сығарылғандары Рәсәй империяһының башҡорт илен тамам иҙеү һәм башҡорттарҙы баҫыуға йүнәлтелгән закондар. XIX быуаттың икенсе яртыһынан башлап ХХ быуат башына тиклем Рәсәй дәүләт-хоҡуҡ системаһының либераль-буржуаз үҫеше осоронда сығарылған закондар.
Башҡорттарҙың ергә аҫаба хоҡуҡтары 1649 йылғы Собор йыйынтығында, Мәс­кәү дәүләте, артабан Рәсәй империяһы батшаларының һәм Сенаттың указдарында, 1917 йылдың 27 октябрендәге “Ер тураһындағы декрет” ҡабул ителгән­се, һаҡланып килә. Аҫаба хоҡуғы ҡәҙимге хоҡуҡтарҙан алып ергә хужа булыу, ерҙән файҙаланыу хоҡуҡтарын махсус билдәләгәнгә тиклем юл үтә. Мәскәү дәүләтенә ҡушылғас, аҫаба хоҡуҡтары башҡорт иле эсендәге, башҡорт йәмғиәте менән дәүләт, аҫабалар менән бында күсенеп килгән кешеләр араһындағы мөнәсәбәттәрҙе көйләй. Ул саҡтағы ҡәҙимге халыҡ-ара хоҡуҡтар ергә аҫаба хоҡуғын яһаҡ түләү һәм хәрби хеҙмәт менән нигеҙләгән. Шуға күрә башҡорттар ер, яһаҡ һәм һалымдың бүтән төрҙәренә үҙгәреш индереүҙе үҙенең аҫаба хоҡу­ғына яҫҡыныу тип ҡабул иткән. Мәҫәлән, 1755 – 1756 йылдарҙағы күтәрелешкә Сенаттың 1754 йылдың 16 мартында сығарған “О снятии ясака с башкирцев, мещеряков и татар, между ими живущих по продаже у них вместо сево соли из казны” Указы сәбәпсе була. Бынан тыш 1572, 1581,1616, 1645, 1662 – 1665, 1681 – 1684, 1705 – 1711, 1735 – 1740, 1755 – 1756, 1773 – 1775 йылдарҙағы һуғыштарҙың төп сәбәбе – дәүләттең аҫабалыҡты боҙоуға ынтылышы. Күреп торабыҙ, һуғыштар бик йыш булған, уртаса һәр 20 йыл һайын. Үҙенең хоҡуҡ­тарын боҙоуға башҡорттар ошолай яуап биргән. XVII, XVIII быуат башта­рындағы башҡорт һуғыштары солох төҙөшөү менән тамамланған. Был хөкүмәттең көсһөҙлөгөн генә түгел, башҡорт ҡора­лының үткерлеген һәм ҡеүәтен самаларға ла мөмкинлек бирә.
Аҫаба хоҡуғын тормошҡа ашырыу айырым кешенең мәнфәғәттәрен һаҡлау­ҙан бигерәк ырыу мәнфәғәттәрен ҡай­ғыртҡан. Ергә идара итеү, уның сиктәрен билдәләү, кешеләр араһында ерҙе бүлеү, ҡуртымға биреү, һатыу хоҡуғы тулы­һынса ырыуға, торараҡ ауылға, улысҡа тапшырылған. Был мәсьәләләрҙең бөтө­нөһө лә тик йыйында хәл ителгән, йыйын­дың да өстән ике өлөшө тауыш биргән һүрәттә генә ҡарар сығарылған. Ырыуҙың һәр кешеһе ырыу еренә тиң хоҡуҡлы булған, хоҡуҡ улыс идараһы аша тор­мош­ҡа үткәрелгән. Улыстар, ғәҙәттә, ырыу­ҙың исеме менән йөрөтөлгән, әйтә­йек, Бөрйән улысы, Үҫәргән улысы, Тамъян улысы, Ҡара ҡыпсаҡ улысы… Батша хөкүмәте үҙенең мәнфәғәтен башҡорттоң аристократияһына таянып тормошҡа ашырған. Бындайҙарҙың күпселеген тархандар (уларҙы башҡорт дворяндары тип атау ҙа бар) тәшкил итә. Был исемде хәрби, илселек, хужа­лыҡ хеҙмәтендә индергән өлөш өсөн Рәсәй хөкүмәте биргән. Мәҫәлән, Алдар Иҫәкәевкә хәрби батырлыҡ өсөн тархан исеме ике тапҡыр бирелә. Беренсе тапҡыр тархан исемен Мәскәү дәүләте менән килешеү төҙөгән бейҙәр ала. Әй­тәйек, Тамъяндан Шәғәле Шаҡман бей, Ҡыпсаҡтан Мөшәүле (Мөжә улы) Ҡара­ғужаҡ бей, Бөрйәндән Иҫке бей, Үҫәр­гәндән Бикбау бей. Шәжәрә­ләрҙә улар бей менән ҡуша кенәз тип тә атала. Кү­рә­һең, кенәз ҡушаматын уларға Мәскәү дәүләте ҡуйған. Һуңғараҡ кенәз тархан менән алмаштырыла. Тарханлыҡ аҫаба­лыҡ һымаҡ быуындан быуынға күсә бар­ған. Урыҫта башҡорт йәмғиәтенә ҡарата “лучшие башкиры” тигән ҡушамат та йө­рөй. Улар бындайҙарға тархан­дар­ҙы, ста­роста, старшиналарҙы һәм батырҙар­ҙы индергәндәр. Батшалыҡ аҫаба менән идара итеүҙе ошо кешеләр аша тормош­ҡа үткәргән, улар яһаҡ һәм башҡа һалым түләүҙән азат ителгән.
Бының өсөн ҡаҙнаға яһаҡ, һалымдар түләүҙе тәьмин иткән, аҫаба ерен бүлеп биргән. Әммә улар үҙҙәре ер милексеһе булмаған. Аҫаба ерен файҙаланыуҙа улар бүтәндәр менән бер үк хоҡуҡта торған, шуға күрә башҡорт феодалдары барлыҡҡа килмәгән. Әммә тархандарҙың ырыу еренең теләһә ҡайһы урынынан өлөш алырға өҫтөнлөгө булған.
Элекке мәғлүмәттәр аҫаба башҡорт­тарҙың яҡшы йәшәгәнлеге тураһында һөйләй. Мәҫәлән, ҡайһы тархандарҙың йылҡы малы (байлыҡтың төп күрһәткесе) һаны бер нисә меңгә еткән, шул тиклем үк һыйыр малы, һарығы (кәзәне малға һанамағандар) булған. Көньяҡта йәшәү­се­ләр дөйә лә тотҡан. Батырҙарҙың малы тархандыҡынан аҙыраҡ, 500 – 1000 баш, старшина, йөҙ башы, илле башы тип исемләнгән хәрби етәкселәр­ҙең мөл­кәте тағы ла кәмерәк иҫәпләнгән. Баш­ҡорт йәмғиәтенең өҫкө ҡатламына дин кешеләре: мулла, шәйех, шәйехзада, имам, хажи, хафиздар ингән. Улар яһаҡ түләүҙән, хәрби һәм ям сабыу хеҙмәтенән азат ителгән. Дин әһелдәре лә алама йәшәмәгән, байлығы бер нисә тиҫтә баш йылҡы менән һаналған. Ҡалған аҫаба­ларҙы урыҫ “черные люди” ти. Бындай­ҙарҙың йылҡы малы, әлбиттә, йөҙләгән, меңләгән булмаған, әммә ундан да кәм тотмаған. Иң ялҡауҙар, иң эшлекһеҙҙәр ике ат менән мөрхәтһенгән, бер-ике баш һыйыр малы, бер нисә тиҫтә ваҡ малы бул­ған, ҡош-ҡорттоң иҫәбен берәү ҙә алма­ған, быларҙы үрсетеү ҡыҙ-ҡырҡын, бала-саға шөғөлө һаналған (эшкә өйрәнмәк, ирмәк өсөн).



Вернуться назад