Еребеҙгә рәхимле булайыҡ!24.10.2017
Минең тыуған төйәгем – гүзәл Башҡортостан. Башҡортостандың иң матур төбәгендә, Еҙем йылғаһы буйында урынлашҡан Ғафури районында тыуғанмын.
Мин өләсәйем менән бергә тыуған яҡтың тәбиғәтен өйрәнәм. Ул әле хаҡлы ялда, буш ваҡытын ейәндәре менән уҙғара. Өләсәйем китапханасы булып эшләгән. Шуға ла ул бик күп ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белә һәм үҙенең белемен беҙгә лә еткерергә тырыша. Беҙ уның менән йылға-күлдәрҙе лә, урманда үҫкән ағастарҙы ла, дарыу үләндәрен дә танырға өйрәнәбеҙ. Ул беҙҙе тәбиғәтте һаҡларға, яратырға өйрәтә. Йәй көндәре тәмле еләк-емештән ауыҙ итәбеҙ, ҡайнатма яһайбыҙ, Еҙем йылғаһында рәхәтләнеп һыу инәбеҙ.
Өләсәйем һыуҙың тәрәнлеген һәм тиҙлеген үлсәргә лә өйрәтә. Ғаилә менән Башҡортостан буйлап сәйәхәт итәбеҙ. Ҡайҙа ғына барһаҡ та, юлыбыҙҙа зифа ҡайындар, ғорур имәндәр, бейек ҡарағайҙар, йәшел яулығын болғап, оҙатып ҡала. Эйе, хәтфә юрған ябынған урмандарға, бормаланып аҡҡан йылғаларға, татлы һыулы шишмәләргә бай минең тыуған ерем. Ләкин ҡайһы саҡта “Шул матурлыҡты һаҡлай, ҡәҙерләй беләбеҙме һуң?” тигән һорау тыуа. Эйе, бик күптәр “тәбиғәттең йәне юҡ” тип уйлай. Шулай булмаһа, ял итергә барған урындарҙа сүп-сар тулып ятмаҫ ине. Ошондай һаҡһыҙлыҡ арҡаһында бик күп йәнлектәр, ҡоштар, үҫемлектәр юҡҡа сыға, йылға-күлдәр ҡорой. Ә улар кәмегән һайын гүзәл тәбиғәтебеҙ ҙә көндән-көн насарая, ҡорой, үлә бара.
Башҡортостанда һәм Рәсәйҙә быйыл Экология йылы тип иғлан ителде. Йыл башланыу менән тирә-яҡта таҙартыу эштәре башланды. Ҡала ерҙәрендә урам, парктарҙы уҡыусылар, ирекмәндәр сүп-сарҙан таҙартты. Ошондай акциялар йыл әйләнәһенә үткәрелеп тора һәм артабан да дауам итер тип уйлайым. Мин дә тәбиғәтте таҙартыуға үҙ өлөшөмдө индерҙем. Атайым менән бергәләп ағастар ултырттыҡ, шишмә буйындағы сүп-сарҙы таҙартырға ярҙам иттем.
Дуҫтар, тәбиғәтте һаҡлау үҙебеҙҙең ҡулда бит. Әйҙәгеҙ әле, бергәләп тәбиғәтте ҡурсалайыҡ, һаҡлайыҡ, уға ҡарата рәхимле булайыҡ.
Индира ИҘРИСОВА,
Красноусолдың 3-сө урта мәктәбенең VII класс уҡыусыһы.