Өлкәндәрҙе ғаиләгә тәрбиәгә алам тиһәң...24.10.2017
Бәлиғ булмағандарҙы уллыҡҡа алыу күренеше хәҙер киң таралған, патронат ғаиләләрҙә бик күп бала тәрбиәләнә. Әммә бөгөн сағыштырмаса яңы һәм халыҡ араһында киң таралмаған күренеш – өлкән йәштәге кешеләрҙе һәм инвалидтарҙы ғаиләләргә тәрбиәгә биреү тураһында һөйләшеп алайыҡ.
Рәсәйҙә “Өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алған ғаилә” проекты 2004 йылда башланды. Уның асылы шунда: бер кеме (туғандары, ире йәки ҡатыны, ғаилә ағзалары) булмаған, үҙ-үҙен хеҙмәтләндереү һәләтен тулыһынса йәки өлөшләтә юғалтҡан, сит кеше ҡарауына мохтаж өлкән йәштәге кешеләргә яңғыҙлыҡ тойғоһон еңергә, лайыҡлы йәшәү рәүешен һаҡларға, кәрәкле иғтибар, хәстәрлек һәм ярҙамды “ҡаҙна йорто”нда түгел, ә ғаилә мөхитендә алырға ярҙам итеү.
2016 йылдың 2 декабрендә ҡабул ителгән “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге кешеләр һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алған ғаиләләр тураһында” законда ошондай ғаиләне ойоштороу һәм булдырыуҙың төп положениелары, ҡаршылыҡ тыуҙырған хәлдәр, килешеүҙе өҙөүгә нигеҙ булырлыҡ осраҡтар билдәләнгән. Законда әйтелеүенсә, ғаиләгә бер юлы өстән дә артыҡ кеше урынлаштырылырға тейеш түгел.
Тәрбиәгә ҡабул иткән ғаиләнең бюджеты уның ағзаларының аҡса килеменән тора, шул уҡ ваҡытта өлкән йәштәге граждан йәки инвалид тапшырған аҡса ғаиләнең йән башына уртаса килеменең 75 процентынан артыҡ була алмай. Бындай ғаиләлә өлкән йәштәге кешене йәки инвалидты ҡараған кешегә һәр тәрбиәләнеүсеһе өсөн айына 6200 һумдан аҡсалата түләү ҡаралған. Ғаилә 80 йәште уҙған йәки I төркөм инвалидын ҡабул иткән осраҡта айлыҡ түләү күләме 30 процентҡа арта.
Был законды бойомға ашырыу сығымдары Башҡортостан бюджетынан, “Башҡортостан Республикаһы халҡын социаль яҡлау” дәүләт программаһының “Халыҡты социаль хеҙмәтләндереү системаһын үҫтереү” ярҙамсы программаһының “Ҡараусылар хеҙмәтен ойоштороу” тигән саралары өсөн ҡаралған аҡсаһы иҫәбенән тормошҡа ашырыла.
Кемдәр өлкән кешене ғаиләгә тәрбиәгә алыу хоҡуғына эйә?
Сит кешенең ярҙамына мохтаж өлкән йәштәге кеше йәки инвалидты ҡарарға теләк белдергән граждан ошондай ғаилә булдыра ала, ләкин был осраҡта сикләүҙәр һәм тыйыуҙар ҙа бар. Мәҫәлән, бындай ғаиләгә яҡын туғаныңды алыу тыйыла; ҡабул иткән ғаилә ағзалығына кандидаттарҙың стационар социаль хеҙмәтләндереүгә ебәрелгәнгә тиклем бергә йәшәүе тыйыла; ғаиләнең эшкә яраҡһыҙ ағзаһын ҡараған өсөн Пенсия фонды бүлексәләре аша компенсация түләүе алған осраҡта ошондай ғаилә булдырырға ярамай. Һис шикһеҙ, ғаиләһенә өлкән йәштәге кешене тәрбиәгә алырға теләүсе хөкөм ителмәгән булырға, психик йәһәттән сәләмәт, алкоголизм, наркомания менән сирләмәҫкә тейеш.
Ғаиләгә кем контроллек итәсәк?
Тәрбиәгә ҡабул иткән ғаилә булдырырға теләгән граждандар хаҡында мәғлүмәттәр банкын алып барыуҙы, ғаилә ағзалығына кандидаттар һайлауҙы, кандидаттарҙы психологик яҡтан әҙерләүҙе, тейешле килешеүҙәр төҙөүҙе һәм контроллек итеүҙе Республика социаль хеҙмәтләндереү үҙәге һәм Район-ара ғаиләгә һәм балаға социаль ярҙам үҙәктәре бойомға ашырасаҡ. Шуныһын да билдәләп үтергә кәрәк: бары тик опека һәм попечителлек органдарының ризалығы менән генә тәрбиәгә ҡабул итеүсе ғаилә булдырырға мөмкин.