Йырҙары – күңел нурҙары24.10.2017
Йырҙары – күңел нурҙары Туған моңдар... Матур ҙа, һағышлы ла, тау юлдары кеүек урау ҙа, иркен ағышлы ла... Ошондай ғәзиз йыр-моңдан башҡа үҙ яҙмышын күҙ алдына ла килтерә алмай ул. Кем тиһегеҙме? Тауышы радио тулҡындарынан йыш ағылған, клиптары Башҡортостан юлдаш телевидениеһының алтын фондына ингән, ғүмере буйы сәнғәт, мәҙәниәткә фиҙакәр хеҙмәт иткән, бөгөн дә ошо юлдан тайпылмаған замандашыбыҙ, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, райондың Батыр Вәлид премияһы, район, республика һәм халыҡ-ара бихисап йыр бәйгеләре лауреаты Рауил ХАРРАСОВты районда ғына түгел, республикала ла яҡшы беләләр. Сөнки ул, радио-телевидениенан тыш, халыҡ ижады үҙәгендә, шулай уҡ Сибай филармонияһында эшләгән сағында, ижадташ дуҫтары Резидә Әминева һәм башҡалар менән дә Башҡортостандың иңен-буйын урап сығып, хатта Ырымбур тамашасыһын да әсир итергә өлгөргән. Һуңғы өс йылда Уренгойҙа эшләгәндә ул башҡорт һәм татар диаспораһы менән берлектә концерттарҙа ҡатнаша. Замандашыбыҙҙың сәхнәгә аяҡ баҫыуына
40 йыл тулып киткән.



Халҡыбыҙҙың рухи ҡомартҡы­ларын һаҡлау һәм үҫтереүҙә халыҡ таланттарының өлөшө хәтһеҙ. Шундай шәхестәрҙең береһе ул яҡташы­быҙ Рауил Харрасов. Бындай сихри, яҙғы гөлдәй наҙлы моңдоң йөрәк түренән урғылыуы, моғайын да, моң даръяһының сәңгелдәге булған тыуған ауылынан, ә халҡыбыҙҙың рухи гәүһәрҙәренә һөйөүе нәҫел-нәсәбенән киләлер. Рауил Ғүмәр улы 1961 йылда Ишмөхәмәт ауылында (Баймаҡ районы) дини, башҡорт рухлы, ишле Факиһа һәм Ғүмәр Харрасовтар ғаиләһендә бәхетле бала булып донъяға килә. Бәләкәйҙән Ибраһим олатаһының “Сибай”, “Томан” кеүек халыҡ йыр­ҙарын, әсәһенең моңло тауышын, ола­таһы Мәхмүт Харрас улының ҡурай моңон тыңлап үҫкән нескә күңелле Рауилдың йөрәгенә халыҡ моңона һөйөү орлоғо һалына, нәҫе­ленең моңға әүәҫлеге һуңынан уның оло сәхнәгә сығыуына этәргес була.
Буласаҡ йырсы ер йөҙөндәге иң изге һөнәрҙәрҙе үҙләштерә: игенсе, уҡытыусы, мәҙәниәт хеҙмәткәре, йырсы, һаҡсы. Мәктәпте тамам­лағас, ул атаһының ярҙамсыһы булып та эшләп ала. Ул саҡты йырсы һағынып иҫкә ала. “Агитбригада менән сыҡҡан саҡта, иген еҫен еҫкәһәм, ҡара ерҙе, икһеҙ-сикһеҙ баҫыуҙы күрһәм, дәртләнеп китәм. Сөнки бәләкәйҙән атайыма эйәреп комбайнда ярҙамсы булып йөрөнөм. Мәктәптән һуң атайым менән ике комбайнда бер звено булып эшлә­нек. “Йылайыр” совхозы баҫыуҙа­рында икәүләп ике комбайнда 1000 гектар игенде яҫмаға һалдыҡ”, – тип хәтерләй әңгәмәсем.
Әрме хеҙмәтенән ҡайтҡас, егет сәнғәт юлын һайлап, Стәрлетамаҡ мәҙәниәт-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Унан Өфө дәүләт сәнғәт институтының театр факультетында бер аҙ уҡып ала. “Каникул ваҡы­тында Баймаҡ район мәҙәниәт йортонда эшләп алайым әле тип кенә килгәйнем, бындағы дәртле, сағыу мәҙәни тормош үҙенә йотоп алды – эшкә ҡалдым да ҡуйҙым, уҡы­уымды ташланым. Институтта Миләүшә Мортазина үҙе бер нисә тапҡыр тыңлап ҡарап вокал бүле­генә саҡырҙы, тыңламаным бит”, – тип бер аҙ үкенеп тә ала ағайыбыҙ. Әммә тынғыһыҙ шәхес үҙен тел өлкәһендә лә һынамаҡсы булып Башҡорт дәүләт универси­тетының филология факультетына юл тота, бында ул ситтән тороп белем ала. “Йылайыр” совхозында ул мәҙә­ниәт йортонда – методист, 1990 – 1998 йылдарҙа Покровка, Сосновка мәктәптәрендә башҡорт теле, музыка уҡытыусыһы булып эшләй. “Мин эшкә барған бар мәктәп “йырлай” башлай торғайны”, – тип көлөп хәтерләй йырсы. Йәғни уҡыусылары яратҡан педагогтарына эйәреп йыр конкурстарында ҡатнаша, район кимәлендә таныла башлай. “Сулпан” театрында актер булып эшлә­гән сағында уны тағы ла Баймаҡ мәҙәниәт йортона эшкә саҡыралар.
Йөрәге мәҙәниәт өсөн типкән, йәшәйеше сәнғәт менән сорналған ижад кешеһе: “Ҡайҙа ғына эшләһәм дә, йыр-моңдан айырылманым”, – тип татлы иҫтәлектәргә бирелергә ярата. Ысынлап та, районда берәй смотр йәки конкурс башлана икән, ҡыҙыу эш ваҡыты тип тормай, уны эштән азат итеп, шунда ебәрәләр. “Мин үҙем дә, ҡатнашҡым килеп, атлығып тора торғайным”, – тине бер осрашҡанда. Бындай сараларҙа ҡатнашыу уны юғарыраҡ даирәлә – республика кимәлендә лә сығыш яһарға этәрә. Туҡтауһыҙ эҙләнгән, үҙе өҫтөндә эшләгән йәш йырсы “Йыйын”, “Тальян байрамы” республика фестивалдәрендә уңышлы сығыш яһай. Хатта Мәскәү ҡалаһында 1988 йылда Кремлдең Съездар һарайында – II Бөтә Союз халыҡ ижады фестивалендә, республика “Дуҫлыҡ йыры”, Красно­ярскиҙа – IV фольклор байрамдарында, 1989 йылда Мәскәүҙә – Бөтә Рәсәй рәссамдары күргәҙмәһендә БАССР сәнғәте көндәрендә, Магнитогорскиҙа, Ырымбурҙа – башҡорт мәҙәниәте көндәрендә, Өфөлә – Баймаҡ районы мәҙәниәте көндәрендә, Санкт-Петербург ҡалаһында һабантуйҙа ҡатнашыуы күп нәмә тураһында һөйләй.
Күкрәк моңо менән халыҡтың һөйөүен күптән яулаған Рауил Харрасовтың яғымлы, моңло тауышы төрлө юғары исемдәр менән баһаланды. Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге республика конкурсы, халыҡ-ара “Дуҫлыҡ йыры”, “Уралым”, “Ирәндек моңдары” төбәк-ара бәйгеләрендә, “Меңйыллыҡ артылышында” республика телевизион фестивалендә – лауреат, 2006 йылда “Гәлсәр һандуғас” телевизион фестивалендә дипломант була. Ә иң ҙур еңеүе 2007 йылда була: ул Туймазы ҡалаһында уҙғарылған “Оҙон көй” төбәк-ара йыр бәй­геһендә Гран-при яуланы. “Миңә башҡорт халыҡ йыры “Буранбай” еңеү килтерҙе. Уны Сөләймән Абдуллиндың яҙмаларынан өйрәндем”, – ти йырсы.
Рауил Ғүмәр улы 2001 йылда – “Йырҙарым – күңел нурҙарым!” исемле тәүге аудиоальбомын, 2014 йылда “Күңелем моңдары” исемле диск сығарҙы. Был районыбыҙ мәҙәниәте һәм сәнғәте өсөн ҙур ваҡиға ине. Уның башҡарыуындағы эстрада һәм халыҡ йырҙары “Юлдаш” радиоһы аша һәр саҡ яңғырап тора. “Уҙған ғүмер”, “Маһисәрүәр”, “Әсәй, һине йыуатам”, “Йәшлек эҙҙәре”, “Йәшәп һыуһын ҡанманы” йырҙарына Башҡортостан юлдаш телевидениеһы бик сағыу клиптар ҙа төшөрҙө.
Рауил Харрасовты районда оҫта алып барыусы тип тә беләләр. Ра­йон һабантуйҙары, ижад кисәләре, төрлө саралар уның мөһабәт һыны һәм йөрәктәргә үтерлек яғымлы тауышы менән тағы ла тантаналыраҡ, аһәңлерәк төҫ ала. Баянда, мандолинала уйнауы – сәнғәтте сикһеҙ һөйөүенә тағы бер миҫал. Уның юбилей концерттары һәр ваҡыт аншлаг менән үтә торғайны. Эйе, һәр кемгә зал тултырып ижад кисәһе үткәреү бәхете тәтемәй шул. Концерт тигәндән, Рауил ағай 80-се йылдарҙағы ғүмеренең шаулап-гөрләп торған мәлен һағынып хәтерләй.
– Бейеүсе Динислам Исҡужин, баянсы Мәүлит Санъяровтар менән үҙемдең тыуған ауылыма концерт ҡуйырға килдек. Аппаратураны урынлаштырып, һәйбәт кенә итеп концертты башлап ҡына ебәргәйнек, кемдер электр утының сымын ҡырҡҡан да ҡуйған бит, мәлғүн. Тоҡандырып булмағас, күрше-тирәләге ауылдаштарымдың өйҙәренән шәм алып килеп, тоноҡ ҡына ут яҡтыһында концерт ҡуйҙыҡ. Шунда Динислам: “Минең грим күренәме?” – тип битен һыйпай ҙа күрһәтә. Уға: “Һинең гримың түгел, үҙең күренһәң ярай әле!” – тибеҙ ҙә көләбеҙ. Әммә концерт хәтәр шәп сыҡты, тамашасылар ихлас алҡышланы, – ти ул, мыйыҡ аҫтынан көлөп.
...Күкрәк моңо, ете нота ҡыҫаларынан артылып, мең-мең балҡыштары менән йөрәктәргә үтеп инерлек тауышлы яҡташыбыҙ 40 йыллыҡ ижад дәүерендә юғары маҡсаттар менән йәшәй – ул да булһа, баш ҡала сәхнәһен шаулатып концерт ҡуйыу. Ниәт иткән – мораҙына еткән, тиҙәр. Ижадҡа ғашиҡ яҡташыбыҙ тәбиғәттән бирелгән моңо менән Өфө сәхнәләрен да шаулатыр әле.

Тормошоңдоң ҡыйын
көндәрендә,
Ҡайғыларың баштан ашҡанда,
Йә йоҡоһоҙ үткән төндәреңдә,
Йә шатлығың һинең ташҡанда –

Бөтә хистәреңде бүлешерлек
Юлдаш булһын ине йырҙарым.
Улар – минең зиһенем ғазаптары,
Улар – минең күңел нурҙарым! – тип өндәшә кеүек тамашасыһына йөрәгендә дүрт тиҫтә йыл буйы йыр-моңға һөйөү йөрөтөүсе заман­дашыбыҙ.



Вернуться назад