Киләсәк һеҙҙең менән бәйле24.10.2017
Киләсәк һеҙҙең менән бәйле Ҡала мәҙәниәт һарайы байрамса биҙәлгән: оркестр күңелдәргә ҡанат ҡуйырлыҡ көй уйнай, саҡырылған ҡунаҡтарҙың һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй, элекке шикелле кемдәндер үтенеп иҫтәлеккә фотоға төшөрөүҙе һорау онотолдо, хәҙер рәхәтләнеп селфиҙы “эшкә еккәндәр”. Ветеран педагогтарҙы урап үтеү мөмкин түгел – ҡотлайҙар, бүләк тапшыралар, күкрәктәрендә сыңлаған орден һәм миҙалдарының һәр береһе тарих һөйләй. Ғилем эстәргә теләк уятҡан, уҡытыусыларға дан йырлаған, мәктәпте күтәргән видеороликты һәммәһе лә диҡҡәт менән ҡараны. Шулай уҡ Әғләм Юлгилдиндың өҙҙөртөп ҡурайҙа уйнауы байрам кәйефе өҫтәне.
– Һеҙҙең хеҙмәтегеҙ барыһына ла кәрәк, эш йүнәлешегеҙ ниндәй булыуына ҡарап киләсәккә ныҡлы нигеҙ һалына, – тине, Уҡытыусы­лар көнөнә арналған тантанала мөғәллимдәрҙе ҡотлап, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Ирек Ялалов. – Уҡытыусы һөнәренең маҡтаулы булыуын телгә алыу артыҡ.
Республиканан тыш федераль кимәлдәге конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулауығыҙ, Башҡортос­танды күтәреүегеҙ маҡтауға лайыҡ. Киләсәк һеҙҙең менән бәйле!
Ирек Ишмөхәмәт улы видеофильмды ҡарап, мәктәп йылдарына әйләнеп ҡайтыуын, таныш коридор, белем эстәгән класын таныуын йәшермәне. Баҡтиһәң, фильм нәҡ ул уҡыған баш ҡала­ның 27-се мәктәбендә төшөрөл­гән.
Тотош алғанда – Башҡортос­танда, айырым алғанда Өфө ҡалаһында мәғариф үҫеш кисерә, уҡытыу-тәрбиә эштәре юғары ҡуйылған. 2016/2017 уҡыу йылында иһә Өфөнөң муниципаль мә­ғариф учреждениеларында 12 мең тирәһе педагогик хеҙмәткәр эшләгән. Уларҙың яртыһы тиерлек – дөйөм белем биреү учреждениеларына, дүрт мең ярым педагог мәктәпкәсә белем усағына, бер меңдән ашыуы өҫтәлмә белем учреждениеһына тура килә. Яңы уҡыу йылында иһә 150 йәш белгес мәктәпкә эшкә төшкән. Тағы ла бер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт: Өфө ҡалаһында 130 педагогик династия иҫәпләнә.
Өфө ҡалаһы хакимиәте, кадр­ҙарға төп иғтибарҙы бүлеп, дөрөҫ эш алымын һайлаған. Иң яҡшы уҡытыусыны, фән менән шөғөл­ләнгән педагогты асыҡлауҙы күҙ уңында тотҡан ҡала конкурста­рының даими ойошторолоуы, яңы эш ысулын ҡулланған мөғәллимде билдәләргә ярҙам иткән бәйге­ләрҙең йыш уҙыуы, гранттар бирелеү — шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, уҡыусылар ҙа еңеүҙәре менән шатландыра. Был осраҡта республика, Бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара конкурсҡа, олимпиа­даға әҙерләгән уҡытыусының хеҙмәтен баһаламау мөмкин түгел.
Йәмилә Биктимерова – география уҡытыусыһы. Бындай тантаналы байрамда тәүге тапҡыр ҡатнаша. Әйткәндәй, хеҙмәт кенәгәһе “уҡытыусы” һүҙе менән асылған. Йәш белгестең, берен­сенән, ғилми эш менән шөғөл­ләнергә теләге көслө, икенсенән, әсбаптар аша ғына түгел, ә урындарға барып етеп, үҫмер­ҙәрҙе мөмкин тиклем Башҡортос­тан менән яҡындан танышты­рырға уйлай.
Аҙаҡтан Ирек Ялалов иң-иңдәргә дәүләт наградалары тапшырҙы.


Вернуться назад