Йәй тамамланыуға ауылдаштарыбыҙ өсөн тағы бер күңелле йыйын ойошторорға ниәтләгәйнек тә, аҙаҡ бер аҙ борсоуға ҡалдыҡ. Ни тиһәң дә, төйәк иткән тупрағыбыҙ Европа менән Азия ҡитғалары араһына һыйынған, шуға көн торошон алдан фаразлау еңел түгел, айырыуса көҙ миҙгелендә. Шөкөр, тәбиғәттең “әбейҙәр сыуағы” тигән йомшаҡ мәле беҙ күҙаллаған саҡҡа тап килде лә ҡуйҙы, күңелгә шом һалып йөҙгән ҡара, ялбыр болоттар әллә ҡайҙа китеп юғалды, тирә-йүн ҡояш апайҙың эҫе нурҙарына күмелде.Туған-ерҙәштәр Аллаһы Тәғәләнең сикһеҙ бәрәкәтенә – сыуаҡ иртәгә ҡыуана-ҡыуана Моң байрамы ойоштороласаҡ майҙансыҡҡа ағылды. Араларында ер аяғы-ер башынан килгән ҡунаҡтар ҙа бар. Сарала ауылдашыбыҙ, филология фәндәре докторы, профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовты күреү барыбыҙ өсөн дә ҙур мәртәбә ине. Иҫәнләшеү-күрешеү, шатлыҡлы ҡосаҡлашыуҙарҙан торған күңелле шау-шыу, яҡында күмер самауырҙарының шыжлауы, ошо юлдар авторы бешереп төшөргән былау еҫтәре (алдан йүгереп әйтәйем: “АгроБашҡортостан” ЯСЙ-һы етәксеһе Илгиз Сабир улы Сәйетов байрам һайын итләтә күстәнәс биреп, ауылдаштарҙы һөйөндөрөп тора), клуб етәкселеге һәм “Ағинәйҙәр ҡоро” әүҙемселәре әҙерләгән өҫтәлдәрҙәге һый тантанаға айырым төҫ-бәҫ өҫтәне.
Урындағы “Ҡыҙылғы” фольклор ансамбленең (етәксеһе – Гөлнара Әбдрәхимова) күңелгә үтеп инерлек тәбрик һүҙ-йырҙары яҡташтарҙың хис-тойғоһона осҡон һалды, күрәһең, күптәр майҙан уртаһына яҡыныраҡ булырға, яйы тура килгәндә, микрофонды эләктерергә тырышты. Ҡунаҡтар араһынан иң әүәл сығыш яһаусы Әниф Мирхәйҙәровтың (Әлшәй районы) мәшһүр “Урал” йырын башлауын барыбыҙ ҙа йыйындың маҡсатын асыусы, милләттәштәребеҙҙе, ерҙәштәребеҙҙе берләшеүгә, туған телебеҙҙе, илебеҙҙе һаҡлауға саҡырыусы оран булараҡ ҡабул иттек. Һәр ҡунаҡ йылдар буйы тик тыуған яҡты һағыныуҙан килгән һәм күңел төбөнә уйылған ғәзиз кисерештәрен асып һалырға ынтылды.
Варшавка ауылынан Нәфисә Мөхәмәтйәнова “Эй, гүзәлем, ҡамышлы күл” тип йырлағанда, яҙыусы Таһир Дәүләтбаев үҙе яҙған шиғырҙы уҡығанда, төйәгебеҙҙе уратып алған утыҙға яҡын зәңгәр күҙле түңәрәк күлдәр, уларҙы уратып үҫкән, яҙын – аҡ һәм алһыу сәскәләре, көҙөн мул емештәре менән ҡыуандырған муйыл, балан, гөлйемеш ҡыуаҡтары, ҡара урман булып үҫкән ялбыр шыршылар, йәшел уҡалы аҡ елән кейгән башҡорт ҡыҙы төҫлө зифа ҡайындар һәр кемдең күҙ алдына килмәй ҡалмағандыр.
Өфөнән ҡайтҡан өс бер туған гармунсылар Зыяфетдин, Рушан, Рәғип Динисламовтар дәртле көйҙәрҙе уйнағанда, кем түҙеп торһон инде: йәше-ҡарты дәррәү бейергә төшөп китте. Илүзә Ишмөхәмәтова, Ильвина Динисламова, Лилиә Кузьмина, Рузилә Мөхәмәтйәноваларҙың йырҙарында башлыса шәфҡәтле атай-әсәйҙәргә булған бөткөһөҙ рәхмәт хистәре, йәшлек таңында ғына бөрөләнә алған иң наҙлы хис-тойғолар сағылды. Өфөнән үк килеп еткән V класс уҡыусыһы Наҙгөл Ибраһимова иһә ҡәрҙәштәрен әле йырлап, әле Ватаныбыҙ Башҡортостанға һөйөү менән һуғарылған шиғыр һөйләп, бөтөрөлөп йөрөнө.
Ҡунаҡтарҙың йыр-моңо ауылдың мәҙәни кимәлен тотоп торған ҡыҙҙарҙың һәм егеттәрҙең сығыштары менән аралаш барҙы. Төш мәленә инде боҫрап торған былау, ҡайнар сәй табын түренән урын алды. Ерҙәштәр һыйҙан ауыҙ иткәндә лә йыр-моң, бейеү өҙөлмәне.
Ҡырмыҫҡалы районы,
Ибраһим ауылы.
Әниф МИРХӘЙҘӘРОВ:— Бала саҡта бик ҡыйыуһыҙ инем. Мәктәптә уҡығанда мәжбүрләп тигәндәй, бер тапҡыр йырлатҡайнылар. Ир етеп, ауылдан ситтә оя ҡорғас, туған- тыумаса йыш иҫкә төшә, тыуған ер йылыһы үҙенә күберәк тарта. Әллә шуғамы, йырлай башланым. Башта “Урал”ды үҙаллы өйрәндем. Ауылымда алдағы көндәрҙә лә хәҙерге кеүек матур саралар ойошторолһа, “Сыңрау торна”ны үҙләштереп, яҡташтарыма йырлап күрһәтергә тигән хыялым бар.
Таһир ДӘҮЛӘТБАЕВ, яҙыусы, Һәүәләй ауылы:— Тыуған ауылымдан алыҫ китмәһәм дә, ырыуҙаштарымды ике-өс көн күрмәй торһам, тормошома нимәлер етмәгән кеүек. Моң байрамы һағышландырҙы ла, ҡыуаныслы хистәр ҙә бүләк итте, күп матур иҫтәлектәрҙе йөрәгем аша яңынан кисерҙем. Ойоштороусыларға рәхмәттән башҡа әйтер һүҙем юҡ.
Зыяфетдин ДИНИСЛАМОВ, баш ҡаланың 115-се мәктәбе хеҙмәткәре:— Ауылыма, тыуған нигеҙгә ҡот биреп йәшәүсе энем Райхан, киленем Флорида янына йыш ҡайтам. Бала сағымдан гармунды ҡулымдан төшөрмәйем. Мәктәп коллективы үткәргән тантаналарҙа ла ҡатнашам. Сараның “Моң байрамы” тип аталыуы үҙе ни тора! Башҡортомдоң иле генә түгел, һәр һүҙе моңдан ҡойолған кеүек.