Бөгөн – Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуған көнө. Ошо уңайҙан кисә баш ҡала мәшһүр әҙиптең хөрмәтенә аталған һауа судноһын ҡаршыланы. Әйткәндәй, яңы самолетҡа Мостай Кәримдең исеме Башҡортостан Республикаһы Башлығы Рөстәм Хәмитовтың тәҡдиме менән бирелде.“Аэрофлот” авиакомпанияһы үҙ ҡарамағындағы һауа судноларына мәҙәниәт, сәнғәт, авиатөҙөлөш һ.б. өлкәләрҙәге билдәле эшмәкәрҙәрҙең исемдәрен 2003 йылдан алып бирә. Бөгөн компанияның паркында 210 исемле авиалайнер иҫәпләнә. Самолеттың халыҡ шағирының тыуған көнө – тыуыуына 98 йыл тулыуы алдынан Өфөгә килеүе – шатлыҡлы һәм мәртәбәле ваҡиға. Авиакомпанияның Sukhoi Superjet 100 пассажирҙар самолеты хәҙер “Өфө” халыҡ-ара аэропортына ғына түгел, башҡа ҡалаларға ла даими рейстар яһаясаҡ.
Шағир исемен йөрөткән самолеттың беренсе осошо байрам төҫөн алды. “Тимер ҡош” ергә ултырғас, янғын һүндереүселәр уға ҡотлап һыу һиптерҙе, ә һыу ағымдары иһә Башҡортостан флагы төҫөндә ине. Ватандаштарыбыҙ самолеттың тәүге пассажирҙарын – хөрмәтле ҡунаҡтарҙы ололап ҡаршыланы.
– Был матур ваҡиға Башҡортостан төбәгенең һәм шул уҡ ваҡытта Рәсәй авиация тармағының юғары потенциалы тураһында һөйләй, – тине Башҡортостан Республикаһының Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов. “Өфө” халыҡ-ара аэропортының генераль директоры Александр Андреев Мостай Кәрим исемен йөрөткән пассажирҙар самолетының тап бөгөн шағирҙың тыуған ерендә ҡабул ителеүен оло яуаплылыҡ һәм ҙур мәртәбә тип баһаланы.
– Атайымдың “Ҡоштар осорам” исемле шиғыры бар. Бынан ары туған халҡына, Тыуған иленә осорған яҡтылыҡ ҡоштары кеүек үҙе лә ил, донъя күген, төрлө матур ерҙәрҙе айҡаясаҡ. Был минең өсөн шул хәтлем ҡыуаныслы. Бәхетлемен. Республика Башлығы Рөстәм Зәки улына, илебеҙ етәкселегенә, “Аэрофлот” авиакомпанияһына ҙур рәхмәт, – тип яҡты тәьҫораттары менән уртаҡлашты Мостай Кәримдең ҡыҙы Әлфиә Кәримова.
– 2019 йылда Мостай Кәримдең 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы республикала ғына түгел, халыҡ-ара кимәлдә ҙур тантаналы саралар ойоштороласаҡ. Беҙ йәмәғәт, мәҙәниәт, әҙәби ойошмалар менән берлектә байрамға әҙерләнәбеҙ. Ниндәй саралар булыры әлегә сер булып ҡалһын, шулай ҙа яҡын арала Мостай Кәримдең исемен ватандаштарыбыҙ, авиалайнерҙан тыш, башҡа ерҙәрҙә лә күрә аласаҡ, – тине Мостай Кәрим исемендәге фондты ойоштороусы, шағирҙың ейәне Тимербулат Кәримов.