Йәйге ялға әҙерлек бара14.04.2012
Йәйге ял яҡынлашыу менән күпселек ата-әсәнең мәшәҡәте арта — һәр кем үҙ балаһының ҡала урамдарында түгел, ә тәбиғәт ҡосағында ял итеүен, һыу ҡойоноуын, шифаханала сәләмәтлеген нығытыуын теләй. Ғөмүмән, йәйге каникулды мөмкин тиклем файҙалы итеп уҙғарырға тырышалар.
Быйыл да ата-әсәгә был йәһәттән артыҡ борсолорға урын юҡ һымаҡ. Һәр хәлдә, республика Хөкүмәте йортонда Балаларҙың, үҫмерҙәрҙең, йәштәрҙең ялын һәм мәшғүллеген тәьмин итеү, һаулығын нығытыу буйынса ведомство-ара республика комиссияһы ултырышында яңғыраған мәғлүмәттәр шуны раҫлай.
Быйыл республикала 298,4 мең үҫмерҙе ял иттереү һәм һауыҡтырыу күҙҙә тотола. Был — мәктәп йәшендәгеләрҙең дөйөм һанының 74 проценты. Былтыр иһә ялдың төп төрҙәренән һәм формаларынан уларҙың 347,6 меңе файҙаланған. Күреүебеҙсә, быйыл хәстәрлек күреләсәк балалар һаны аҙыраҡ. Әммә был, мәғариф министры Әлфис Ғаязов әйтеүенсә, мәктәп йәшендәге балаларҙың кәмеүенә бәйле.
Ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡаланан ситтәге лагерҙарҙың барыһы ла һаҡлап ҡалынған. Аҙ сығым талап ителгән һәм хеҙмәт лагерҙарын да иҫәпкә алғанда, йәмғеһе 385 мең самаһы үҫмерҙең ялы хәстәрләнә.
Быйыл да лагерҙарҙа һәм шифаханаларҙа ял итеү оҙайлығы — 21 көн. Ҡала ситендәге һауыҡтырыу лагерҙарында уртаса йәшәү хаҡы тәүлегенә бер балаға — 535 һум (былтыр — 500 һум), ә йыл әйләнәһенә эшләүсе шифаханаларҙа — 622 һум. Мәктәп эргәһендәге көндөҙгө лагерҙарҙа ике тапҡыр туҡландырыу — 75 һумға, өс тапҡыр ашатыу 107 һумға төшә. Бер баланы туҡландырыуға көнөнә хеҙмәт берекмәләре өсөн — 43 һум, хеҙмәт һәм ял лагерҙары өсөн — 65, ә профилле лагерҙар өсөн 150 һум (2011 йылда — 140 һум) дотация тәҡдим ителә.
Шулай итеп, ҡаланан ситтәге һауыҡтырыу лагерҙарына путевканың уртаса хаҡы — 11 235 һум (21 көнгә), шифаханаларға 13 062 һум тәшкил итә.
Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Салауат Сәғитов әйтеүенсә, йәйге ялды ойоштороуға республика ҡаҙнаһынан бүленгән аҡса урындарға ебәрелгән. Хәҙер ошо кампанияны тейешле кимәлдә ойоштороу кәрәк. Комиссия министрлыҡтарға, ведомстволарға һәм муниципаль берәмектәр хакимиәттәренә аҡсаны маҡсатлы һәм тулы күләмдә файҙаланырға ҡушты.
Быйыл бер яңылыҡ бар. Быға ҡәҙәр йәйге ялдан 6 — 14 йәшлектәр генә файҙаланһа, хәҙер 18 йәшкә тиклемге үҫмерҙәрҙең дә был йәһәттән хоҡуғы бар.
Профсоюздар йортонда путевкалар йәрминкәһенең тәүгеһе 11 апрелдә үтте, бындай сара йәнә 16 майҙа һәм 7 июндә ойошторолосаҡ.
М. ҒАБДРАХМАНОВА.


Вернуться назад