Туймазыға ҡарап туйғыһыҙ20.10.2017
Республика төбәктәрендә “Ҡала мөхите” проектын тормошҡа ашырыу әүҙем бара. Ул “Берҙәм Рәсәй” партияһы башланғысы менән бөтә ил буйынса барған “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” өҫтөнлөклө федераль проектына ярашлы төҙөлгәйне.

Туймазыла проектты тормошҡа ашырыу 43 миллион һумдан ашыуға төшәсәк, ошо аҡсаның 1,5 миллион һумдан ашыуын ҡала халҡы йыйған. Ноябрь аҙағына тиклем ҡалалағы йәмәғәт урындары тулыһынса үҙгәрәсәк. Уларҙы төҙөкләндереүгә федераль һәм республика ҡаҙнаһынан 14,5 миллион һум йыйылған. Эш бер нисә объектта — үҙәк мәҙәниәт һәм ял паркында, Балалар һәм үҫмерҙәр ижады һарайы эргәһендә, Салауат Юлаев урамындағы юл айырсаһында алып барыла. Тиҙҙән загс бинаһы янында бәләкәй архитектура һындары — карета һәм мөхәббәт ағасы барлыҡҡа киләсәк. “НПК Стройгрупп” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Өфө компанияһы “Башҡортостан” ҡунаҡханаһы эргәһендәге спорт майҙансығын төҙөкләндерә. Бында баскетбол һәм мини-футбол уйнау өсөн шарттар буласаҡ. Ошондай уҡ спорт майҙансығы Көньяҡ урамындағы 50-се йорт ихатаһында ла төҙөлә.



Вернуться назад