Сәләмәт халыҡ — сәләмәт дәүләт20.10.2017
Сәләмәт халыҡ — сәләмәт дәүләтӨфөләге Конгресс-холда Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтар
конгресы үтте. Унда Рәсәйҙән, Ҡытайҙан, шулай уҡ башҡа илдәрҙән медицина өлкәһенең ошо тармағында эшмәкәрлек алып барған ғалимдар ҡатнашты. Республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашыусыларҙы тәбрикләп, төбәктә нейрохирургияның үҫеше тураһында һөйләне.



Башҡортостан етәксеһе әйтеүенсә, республикала клиникалар һәм махсус үҙәктәр уңышлы эшләй, позитрон-эмиссия томографияһы һәм “Кибер-бысаҡ” үҙәге асылды. Яңы йылдан медицина-генетика үҙәге тулы ҡеүәткә эшләй башлаясаҡ. Нейрохирургия хеҙмәте әүҙем үҫешә, заманса диагностика һәм хирургия ҡорамалы менән йыһазлан­дырыла.
Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының баш нейрохирургы Владимир Крылов республиканың был өлкәләге ҡаҙаныштарын һанап үтте, нейрохирургия бүлектәренең техник йыһазланышын айырым билдәләне.
Башҡортостанда Волга буйы федераль округының нейрохирургия үҙәге асылыуы ихтимал. Рөстәм Хәмитов конгреста ошондай баш­ланғыс тәҡдим итте.
— Республикабыҙ биләмәһе буйынса ярайһы уҡ ҙур, халыҡ һаны ла беҙҙә юғары. Йыл һайын ун меңдән ашыу пациентҡа нейрохирургия ярҙамы күрһәтелә. Шуға күрә тар­маҡты артабан камиллаштырыу шарт, — тине ул. — Минеңсә, Өфөлә тағы ла бер федераль нейрохирургия, атап әйткәндә, Волга буйындағы нейрореабилитация үҙәген асырға кәрәк. Хөрмәтле коллегалар, ошо башланғысты хуплауығыҙҙы һәм уны тормошҡа ашырыуҙа фәнни-методик ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайым.
Республика Башлығы билдә­ләүенсә, былтыр Башҡортостан ҡала һәм райондарында бер нисә клиника, дауахана корпусы сафҡа индерелгән. Өфөлә Республика перинаталь үҙәге төҙөлгән. Республика онкология диспансерында поликлиникалы палата корпусы һалына башлаған. Был эшкә төбәк ҡаҙнаһынан ике миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелгән. Киләһе йыл Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы реконс­трукциялана башлай.
Һаулыҡ һаҡлау министр­лығының баш нейрохирургы Владимир Крылов Рөстәм Хәмитовтың үрҙә әйтелгән тәҡдимен хупланы.

А. ХӘЛИЛОВ.


Вернуться назад