“Бөгөн таңдан алып күкрәгемдән ҡоштар осорам”, – тип яҙған әҙибебеҙ Мостай Кәрим үҙе лә ҡанатлы “тимер ҡош” сифатында ил күген айҡай. “Аэрофлот” авиакомпанияһы самолеттарының береһенә Башҡортостандың халыҡ шағирының исеме бирелеүе тураһында гәзиттә яҙғайныҡ инде. Кисә кис тәүге рейсын яһаған был һауа судноһын “Өфө” аэропортында ҡаршыланылар.Ә бөгөн иһә, Мостай Кәримдең тыуған көнөндә, төш мәлендә баш ҡалалағы уның исемен йөрөткән скверҙа яҙыусы ижадына арналған концерт була. Унда танылған сәнғәт оҫталары Иосиф Кобзон, ағалы-ҡустылы Асҡар һәм Илдар Абдразаҡовтар, Юнир Һағынбаев, Диана Ишниязова, “Мираҫ” ансамбле һәм башҡаларҙың сығыш яһауы көтөлә.
(Маяковскийҙың “Товарищу Нетте,
пароходу и человеку” шиғырына эйәреп).Ҡапыл һиҫкәнеп ҡуйҙыҡ:
Өнмө, әллә төшмө?!
Өфө аэропортына
“Мостай Кәрим” төштө.
Был – ул!
Ҡанат киргән ҡоштай,
Күктән ергә ҡунды:
Һаумы, Мостай!
Ҡыуанабыҙ:
Һин – тереһең,
Бөйөк улы данлы осорҙоң.
Иҫләйһеңме,
Күкрәгеңдән
Таң алдынан ҡоштар осорҙоң.
Һин дә – күктә.
Сәләм бирә ерең:
Донъя иңләп ос һин,
“Мостай Кәрим”!
ӘБҮЗӘР.