Өстән арттырма20.10.2017
“Рөхсәт һорау өс мәртәбә була. Әгәр инергә тиһәләр – кер, юҡ икән, кире ҡайтып кит”, – тип өйрәтә хәҙистәр.
Йәғни мосолман ишек шаҡығанда ла, ҡыңғы­рау­ға баҫҡанда ла, кемделер ҡысҡырып саҡыр­ғанда ла өс тапҡырҙан арттырырға тейеш түгел. Яуап бирмәһәләр, ҡабат маташмай. Хәл итәһе мәсьәлә мөһим икән, уңайлыраҡ ваҡытты һайлап, кире килә. Ә инде төн уртаһында юҡ-бар өсөн шыл­тыратыу, ялҡытҡансы ишек шаҡып, асма­һалар, тәҙрәгә ҡар бәреү кеүек тәртипһеҙ­лектәр мосолманға бөтөнләй хас түгел.


Вернуться назад