Көтөүҙән айырылһаң...20.10.2017
Бер кеше инеш яры буйына ау ҡора. Уға, аҙыҡҡа алданып, ҡоштар эләгә. Теге кеше һаҡ ҡына шул урынға яҡынлай. Килеп еттем генә тигәндә, ҡоштар ауы-ние менән бергә шаулап осоп китә. Ғәжәпкә ҡалған аусы уларҙың артынан йүнәлә.
Күпмелер барғас, ҡаршыһына бер кеше осрай. “Ҡайҙа юл тоттоң?” – тип ҡыҙыҡһына ул. Аусы осоп барған ҡоштарға күрһәтеп, уларҙы эҙәрлекләүе тураһында әйтә.
– Аллаһ хаҡына аҡылыңа кил! Күктәге ҡоштарҙы тотормон тип уйлайһыңмы? – ти ғәжәпкә ҡалған кеше.
– Әлбиттә, – тип яуаплай аусы. – Бер генә ҡош эләккән булһа, мин уны тота алмаҫ инем. Ә быларҙы...
Шулай килеп сыға ла. Эңер төшөү менән ҡоштарҙың һәр ҡайһыһы үҙ ояһына ҡайтырға ынтыла башлай. Ауҙы береһе – күлгә, икенсеһе урманға табан тарта, өсөнсөһө тауға ҡарай осорға теләй. Һөҙөмтәлә береһе лә маҡсатына өлгәшә алмай: ҡаршылаша торғас, өйөрө менән ергә килеп төшәләр. Бына шул саҡта тотолалар ҙа инде.
Бахыр йән эйәләре пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең әйткән һүҙен белгән булһа, бер генә йүнәлештә осор һәм аусы ҡулына эләкмәҫ ине. Ә ул хәҙис шулай яңғырай: “Бер-берегеҙҙән алыҫлашмағыҙ – көтөүҙән айырылған һарыҡты бүре тамаҡлай”.


Вернуться назад