Ислам матурлыҡты һөйә. Күңеле, тышҡы ҡиәфәте күркәм булыу менән бергә, кешенең йәшәгән ере, уны уратып алған мөхит тә һоҡланыу тыуҙырырға тейеш. Бөгөнгө ауылдарҙы ла ошо йәһәттән сағыштырып, тормош-көнкүрешенә баһа бирергә мөмкин. Йорт-ихата төҙөк, баҡсалар йәмле, урамдар таҙа урында уңған, өлгөр, илһөйәр халыҡ йәшәгәненә инанаһың. Кире осраҡта иһә кәйеф төшә. Матурлыҡ тап шулай бөтөн күңелде ялмап алыусан.
“Кешенең бәхете – өйөнөң күркәм, яҡты булыуында”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә. Йорт төҙөү, балаларҙы иркен, уңайлы шарттарҙа тәрбиәләү – Исламдың бөйөк тәғлимәттәренең береһе. Матур, нурлы өйҙә һәр саҡ тыныслыҡ хөкөм һөрә. Ә әҙәм балаһына тап шул кәрәк тә: ул “ҡәлғә”һендә күңеленә рәхәтлек табып, рух, дәрт, көс туплап йәшәй. Матурлыҡ, уңайлы шарттар ғаиләнең ныҡлығына ла тәьҫир итә.
Мәғлүм ки, йорт менән бергә ихатаны ла төҙөк, таҙа тотоу кәрәк. Өйҙө ҡояшҡа ҡаратып урынлаштырыу ҙа тормош-көнкүрештә мөһим урын тота. Яҡтылыҡ төшмәгән йортта гөл дә үҫмәй бит. Ғөмүмән, ихатаһы булған үҙ йортоңда йәшәү – ҙур бәрәкәт. Унда балалар ҙа бәләкәйҙән төрлө һөнәр үҙенсәлектәренә төшөнөп, эшкә өйрәнеп үҫә. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, ошондай шарттарҙа буй еткергән улдар киләсәктә үҙҙәре лә күркәм йорттар төҙөп, ғаиләһен уңайлылыҡта йәшәтәсәк. Хәстәрлектә үҫкән ҡыҙҙар ҙа күркәм тәрбиәне артабан дауам итер.
Төҙөк йорт-ихатаға ҡарап башҡа хужалар ҙа үҙенекен матурларға тырыша. Тап ошондай сәм йәшәтә, заманса һулыш өрә бөгөнгө ауылдарға. Уртаҡ йортоноң – тыуған төйәгенең – балҡып тороуын кем теләмәһен? Алдынғыларҙы билдәләү йәһәтенән төрлө ярыштар үткәреү ҙә күркәм йолаға әүерелде. Мәҫәлән, күптән түгел Дыуан районында “Иң матур ауыл” конкурсы ойошторолған. Унда Мәрйәмғол, Әбдрәшит, Яңы һәм Иҫке Хәлил халҡы бәйге тотҡан. Баһалама комиссияһы иң тәүҙә өлгөлө йорт хужаларын билдәләгән. Еңеүселәр – Әбдрәшиттән Шәмсетдиновтар, Иҫке Хәлилдән Әхмәҙиевтәр, Яңы Хәлилдән Мөхәмәтшиндар, Мәрйәмғолдан Ғәйнетдиновтар. Иң матур урамдарҙы һайлап алыу ҙа еңелдән булмаған баһалама комиссияһы ағзаларына – барыһы ла төҙөк, күркәм, халыҡ ярышҡа бөтөн көсөн һалып әҙерләнгән. Шулай ҙа Иҫке Хәлилдең Тыныслыҡ, Яңы Хәлилдең Йәштәр, Мәрйәмғолдоң Үҙәк, Әбдрәшиттең Яңы урамдарына етеүсе табылмаған. Ә инде төп номинацияла еңеүсе – Иҫке Хәлил! Уға “Иң матур ауыл” исеме һәм I дәрәжә диплом тапшырылған. Район халҡы сараға бағыусылыҡ ярҙамы күрһәткән шәхси эшҡыуарҙар З. Байышев менән Р. Яҡуповҡа ҙур рәхмәт әйтә.
Ошондай саралар, һис шикһеҙ, бөгөнгө ауылдарҙы үҫтереүгә, кешеләрҙең күңелен күтәреп, яңы үрҙәргә этәреүгә ҙур өлөш индерә. Төҙөк, матур урында башҡарған эштәреңә иғтибар тойоп, сәмләнеп йәшәү – ырыҫ-бәрәкәт нигеҙе. Ҡайҙа ғына туҡталһа ла, пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм: “Эй, Раббым, хәйерле урынға индерһәң ине”, – тип доға уҡыр булған. Ул шулай уҡ йортто намаҙ һәм Ҡөрьән менән нурландырып торорға саҡырған. Пәйғәмбәребеҙҙең сөннәте дауам ителеп, яҡты, матур йорттарҙа тыныс, татыу йәшәргә, балалар үҫтерергә, өммәттең ҡеүәтен арттырырға яҙһын.