Шүрәле тештәрен таҙарттыҡ20.10.2017
Йыл да Көньяҡ Урал ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәре Инйәр урмансылығы биләмәһендә урынлашҡан Ҡараташ һыртында ирекмәндәр менән бергә экологик өмәләр уҙғара. Быйыл беҙҙең оло командаға Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналистары, Өфө һәм Магнитогорск ҡалаһы туристары, Айғыр ауылында урынлашҡан тау турбазаһы хеҙмәткәрҙәре әүҙем ҡушылды.
Ҡараташ һыртының иң күркәм урындарының береһе Шүрәле ҡаяһы таштар теҙмәһе – туристарҙың яратҡан урыны. Шуға ла бында сүп-сарҙың күп булыуын барыһы ла белә ине. Тауға менеп еткәс тә ең һыҙғанып эшкә тотондоҡ. Тирә-яҡта консерва, быяла һауыт-һаба, полиэтилен тоҡсайҙарҙың тулып ятыуы, ысынлап та, эсте ныҡ бошорҙо. Тәбиғәттә ял итергә яратһаҡ та, үҙебеҙ уны ҡәҙерләй һәм һаҡлай белмәйбеҙ шул. Юлда осраған барлыҡ ял итеүселәр менән экологик темаға арналған һөйләшеү алып барылды, сүп-сарҙарын һәр саҡ үҙҙәре менән алып, махсус контейнерҙарға ташлауҙарын һораныҡ.
Шуныһы: быйыл ҡый былтырғыға ҡарағанда бер ни тиклем аҙыраҡ булды.
Марат БӘХТИӘРОВ,
Көньяҡ Урал ҡурсаулығы методисы.