Шәп әҫәрҙәр көтәбеҙ20.10.2017
Быға тиклем балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡ һиҙелде. Әммә Башҡортостан Яҙыусылар союзы тарафынан иғлан ителгән яңы конкурс ҡәләм тирбәтеүселәрҙе был йәһәттән дәртләндерер һәм шәп әҫәрҙәр яҙылыуына булышлыҡ итер тигән өмөт бар.


Яҙыусылар союзы иғлан иткән балалар һәм үҫмерҙәр өсөн проза әҫәрҙәренә конкурс ҡатнашыусыларҙы һаман да көтөп ҡала. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: был бәйге билдәле яҙыусы һәм шағирә Гүзәл Ситдиҡованың ярҙамы менән башланғыс алғайны. Үҙе лайыҡ булған Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы өсөн тапшырылған 100 мең һумды ул тулыһынса ошо изге маҡсатҡа йүнәлтте.
Конкурс киләһе йылдың 1 февраленә тиклем дауам итә. Унда ҡатнашыусылар өсөн йәш буйынса бер ниндәй сикләү ҙә юҡ. Йәғни яңы ҡулына ҡәләм алған үҫмер ҙә, ил ағаһы менән ил инәһе лә берҙәй ҡатнаша аласаҡ. Әҫәрҙәрҙе Башҡортостан Яҙыусылар союзының адресына йә [email protected] һылтанмаһы буйынса электрон почтаға һалырға кәрәк. Жюри еңеүселәрҙе март айында билдәләйәсәк. Уның һөҙөмтәһендә конкурста еңеүселәр бер 1-се, бер 2-се һәм бер 3-сө урын менән билдәләнәсәк, барыһы ла аҡсалата бүләкләнәсәк. Әйткәндәй, ижади бәйгенең тулы положениеһы менән Яҙыусылар союзының сайтында таныша алаһығыҙ.
Был конкурста ниндәй әҫәрҙәр ҡатнаша ала һуң? Иң мөһиме – улар ошоғаса баҫылмаған булырға тейеш. Әлбиттә, повесть һәм роман кеүек жанрҙарға өҫтөнлөк биреләсәк. Нәфис-документаль, фәнни-популяр әҫәрҙәр ҙә конкурста ҡатнашыу хоҡуғына эйә.
Ысынлап та, һуңғы йылдарҙа балалар һәм үҫмерҙәр әҙәбиәтенә иғтибар юҡлыҡҡа зарланғандар күп булды. Әммә был ижади бәйге яңы исемдәрҙе асырға ярҙам итер, барыбыҙҙы ла шәп әҫәрҙәр менән таныштырыр һәм, әлбиттә, ошо йүнәлештә ижад итеүселәр өсөн өҫтәмә этәргес булыр тигән өмөттә ҡалабыҙ.
Конкурста ижад емештәрегеҙҙе көтөп ҡалабыҙ, ҡәләмдәштәр!



Вернуться назад