Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә...20.10.2017
Йөрәктән сыҡҡан  йөрәккә етә...Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған шиғри-музыкаль кисә булды. Уны гимназия уҡытыусылары менән берлектә З. Вәлиди исемендәге Милли китапхананың “Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү” бүлеге хеҙмәткәрҙәре ойошторҙо.


Сарала халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай, яҙыусы Флүр Ғәлимов, шағирә Таңсулпан Рәсүл, Башҡортостандың Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе урынбаҫары, шағир Рәшит Зәйнуллин, ҡурайсы Айҙар Байтимеров һәм “Дан”, “Гизмо” төркөмө егеттәре Тимур Йосопов, Илгиз Муллағәләмов ҡатнашты. Китапхана вәкилдәре килтергән күстәнәс айырыуса үҙенсәлекле булды. Балалар милли рухты шағир апай-ағайҙарының шиғырҙарынан, өгөт-нәсихәттәренән генә түгел, ә ҡурай һәм гитара моңдарынан да кинәнеп тойҙо.
Йәш илһөйәрҙәр үҙҙәре лә һынатманы Улар сәхнәнән тороп республикабыҙҙың күренекле шағирҙарының милләт хаҡындағы шиғырҙарын ялҡынланып һөйләне, ут сәсрәтеп бейене һәм йырланы.
Был байрам уларҙың күңелендә матур хәтирә булып ҡалғандыр тип ышанғы килә. Сараны ойоштороусыларҙың береһе – З. Вәлиди исемендәге Милли китап­хананың Башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлеге мөдире Айгөл Буранғолова иһә:
– Ф. Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһы менән беҙ элек-электән берлектә эшләп киләбеҙ, бәйләнешебеҙ ныҡлы. Бында илһөйәр, милли рухлы балалар тәрбиәләнә. Сәхнәлә Тыуған ил, милләт хаҡындағы шиғырҙарҙы айырыуса бер ғорурлыҡ, аһәң менән һөйләне улар. Күҙҙәре янып, талпынып торҙо. Ә бит уларҙы зал тулы 270-ләгән тиңдәше, класташы тыңлап ултырҙы.
Йөрәктән сыҡҡан йөрәккә етә тигәндәй, йәш быуын шиғыр сәнғәте аша кисәнең әһәмиәтен, изге ҡиммәттәрҙе аңлағандыр. Ҡәҙим Аралбай, Флүр Ғәлимов кеүек өлкән әҙиптәребеҙ ҙә, урта һәм йәш быуын да Тыуған илебеҙ, милләтебеҙ өсөн ғорурлыҡ хистәрен бергә кисерҙек. Ғөмүмән, байрам уңышлы уҙҙы, – тине.



Вернуться назад