Тарихи хәтерҙе яңыртып20.10.2017
Тарихи хәтерҙе яңыртыпКүптән түгел Ҡаҙағстанда тарихи экспедицияла йөрөп ҡайттым. Унда иһә хәлдәр башҡаса. Бер нисә йыл элек Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаев “Киләсәккә ҡараш: йәмғиәттең аңын яңыса ҡороу” тигән мәҡәләһендә үҙ халҡыңдың тарихын, мәҙәниәтен өйрәнеү, ҡомартҡыларын һаҡлау һәм киләсәк быуындарға тапшырыуҙы стратегик йүнәлеш булараҡ билдәләгәйне.

Рухи ҡиммәттәр, кешеләрҙең тарихи аңын уятып, дәүләттең ныҡлы киләсәгенә нигеҙ булып торорға тейеш, тигән һығымта яһаған тәжрибәле етәксе. Ябай ғына фекер, әммә ҙур әһәмиәткә эйә. Дәүләт етәксеһе тарафынан әйтелгән тәҡдимдәргә нигеҙләнеп, Ҡаҙағстанда яңы программалар барлыҡҡа килә һәм тормошҡа ашырыла башлай.
Тарихи хәтерҙе яңыртыпIII Халыҡ-ара “Хэнтэйҙан Олотауға ҡәҙәр: тарихи хәтерҙе яңыртыу” экспедицияһы — ошо йүнәлештә алып барылған эштәрҙең бер мөһим өлөшө. Халыҡ-ара төрки академияһы (TWESCO) ойошторған экспедиция 2016 йылдың авгусында Монголиялағы Сыңғыҙхандың тыуған төйәге — Хэнтэй аймағындағы Бурхан Халдун ерлегенән башланған.
Быйылғы экспедицияның маҡсаты Астананан Еҙҡаҙғанға тиклем барып, Олотау районында тарихи ҡомартҡыларҙы үҙ күҙебеҙ менән күреп, үҙ ҡулыбыҙ менән таштарын тотоп ҡарап, яңы мәғлүмәт алып, тарихи хәтерҙе яңыртып ҡайтыу ине. Төрки академияһы президенты Дархан Ҡыдырали етәкселегендә Ҡаҙағ­стан, Монголия, Ҡырғыҙстан, Төркиә, Азербайжан, Башҡорт­остан һәм Дағстан ғалимдары, йәмәғәт эшмәкәрҙәре, археологтар, журналистарҙан торған экспедиция өс көндә ике мең саҡрым самаһы юл үтте. Төрлө ил вәкилдәрен саҡырыу, уларҙың был сәйәхәт тураһында үҙ илдәренә ҡайтып һөйләүҙәре, яҙмалары, тикшеренеүҙәре, әлбиттә, эске туризмды үҫтереүгә лә булышлыҡ итә.
Олотау Ҡаҙағстандың үҙәгендә урынлашҡан, дәүләттең иң ҙур районы (биләмәһенең майҙаны Башҡортостандыҡына етә яҙа – 122,9 мең квадрат метр). Был ер – Алтын Урҙа цивилизацияһының бишеге, Бөйөк ҡыпсаҡ далаһы, бөгөн “Ҡаҙағстандың тарихи Астанаһы” тигән ғорур исемгә эйә. Олотауҙың иҫ киткес тәбиғәт күренештәре тураһында үҙенең юлъяҙмаларында XI быуаттағы ғәрәп сәйәхәтсеһе Әл-Иҙриси лә яҙа.
Оло юлдың туҙанын һеңдереп, әрем һәм ҡылған еҫтәре аңҡып торған далаға барып сыҡтыҡ. Бында әллә күпме юл, уларҙы белгән урындағы кеше булмаһа, аҙашып китһәң дә ғәжәп түгел. Беҙҙе кәшәнәләргә тиклем бик белемле, тәрән мәғлүмәтле ағай – “Казахмыс” музейы директоры Кенжал Балкенов һәр мазарҙың (мавзолейҙың) тарихын, риүәйәт­тәрен һөйләп, гид булараҡ оҙатып йөрөнө.
Алтын Урҙа тарихына бәйле изге урындар – Сыңғыҙхандың өлкән улы Жошы хан, төрки ырыуҙарға нигеҙ һалыусыларҙың береһе Алаша хан (ХIII–XIV быуаттар) һәм Домбауыл (VIII-IX быуаттар) кәшәнәләрен ҡарап сыҡтыҡ. Был тарихи-мәҙәни ҡомартҡылар “Сакраль Ҡаҙағ­стан” дәүләт программаһына индерелгән.
Экспедицияның программаһы мавзолейҙарҙы күреү менән генә сикләнмәне. Олотауҙа Хан урҙа­һында, Сатпаев ҡалаһындағы тыуған яҡты өйрәнеү музейында булдыҡ, академик Каныш Сатпаевтың һәйкәленә сәскә һалдыҡ, Олотауҙың арҙаҡлы шәхестәре менән осрашыуҙа ҡатнаштыҡ. Махсус рәүештә ҡоролған этно-ауылдың тирмәләрендә ҡымыҙ-бауырһаҡ менән һыйландыҡ...
— Халыҡ-ара төрки акаде­мияһының экспедицияһы — бөгөн Ҡаҙағстанда һәм башҡа төрки илдәрҙә тарихты яҡшыраҡ белеү һәм аңлау өсөн бик мөһим һәм көнүҙәк аҙым, сөнки һуңғы йылдарҙа кешеләрҙең тарихи хәтере юйыла, юҡҡа сыға башланы. Ҡаҙағстан — был өлкәлә беҙҙең өсөн матур өлгө. Тарихи-мәҙәни проектҡа ҡарата ҙур ҡыҙыҡһыныу бар, — тип фекерен белдерҙе экспедицияла ҡатна­шыусы, Мәскәүҙәге Мәржәни фондының вице-президенты Морад Заргишиев.
— Ҡаҙағстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың йәмәғәт­селек аңын яңыса ҡороу тура­һындағы идеяһының һөҙөмтә­ләре күренә башланы. Беҙ ҡатнашҡан тарихи экспедиция – шуларҙың бер өлөшө. Халыҡ-ара төрки академияһының был проектын барлыҡ төрки илдәр күтәреп алыр, географияһын киңәйтер һәм киләсәктә уртаҡ ғилми тикшеренеүҙәр үткәреүгә башланғыс булыр тип ышанам, — тип билдәләне Азербайжан археологы Азад Зейналов.
Экспедицияға йомғаҡ яһау Астананың Милли китапха­наһында үтте. Унда Ҡаҙағ­стандың аҡһаҡалдары – билдәле яҙыусылар, ғалимдар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре йыйылды. “Түңәрәк өҫтәл” рәүешендәге сарала төрлө илдәрҙән килгән вәкилдәргә һүҙ бирелде. Мин иһә милли батырыбыҙ Салауат Юлаев һәм бөйөк ғалим, йәмәғәт эшмәкәре Әхмәт-Зәки Вәлидиҙең тыуған еренән ҡайнар сәләмдәр тапшырып, үҙебеҙҙәге хәл-ваҡиғалар менән таныштырҙым. Беҙҙә лә тарихи урындар күп, шуға алдағы экспедицияларҙа Башҡорт­остандағы тарихи-мәҙәни ҡомарт­ҡылар менән танышҡанда насар булмаҫ ине, тинем. Башҡортса һөйләһәм дә, ҡаҙаҡтар барыһын да аңланы, тәҡдимемде хупланылар. Әммә быны атҡарып сығарыу өсөн, әлбиттә, дәүләт һәм йәмәғәт ойошмаларына күп тырышлыҡ һалырға кәрәк.
Ысынлап та, Шишмәлә Турахан һәм Хөсәйенбәк кәшәнәләре, Хәйбуллала Биш уба ҡурғандары, Күгәрсендә Бәндәбикә кәшәнәһе, Бөрйәндә Бабсаҡ бей ҡәбере, Учалыла менгирҙәр (обсерватория), Баймаҡта Байыш ҡаласығы һ.б. бик күп тарихи урындар бөгөн тәрән өйрәнеүгә, дәүләт тарафынан ҡурсалауға мохтаж. Уларҙы турист маршруттарына индереү, халыҡ-ара экспедициялар ойоштороу, бер яҡтан, йәштәрҙе милли рухта тәрбиәләүҙә, икенсенән, республикабыҙҙың донъялағы абруйын күтәреүҙә мөһим аҙым булыр ине. Республиканың 100 йыллығын билдәләгәндә һәм Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерләнгәндә, был эште күмәкләп атҡарып сығырға ине. Юғиһә бер нисә йылдан һаҡларлыҡ та, һоҡланырлыҡ та тарихи ҡомартҡыларыбыҙ ҡалмауы ихтимал...



Вернуться назад