Быуатҡа тиң ғүмер18.10.2017
Быуатҡа тиң ғүмер Ошо көндәрҙә Хәжәр Һөйөндөкова үҙенең бер быуатлыҡ юбилейын билдәләне.
– Ҡатын-ҡыҙҙың көсө – түҙемлектә, – тине Ниғәмәт ауылынан 100 йәшлек Хәжәр инәй. – Һәр нәмәнең дә йөрәге бар. Ә Ҡөрьәндең йөрәге – “Ясин” сүрәһендә. Кем уны уҡый, шул ун тапҡыр был сүрәне уҡығандар менән тиң. Шунлыҡтан һәр иртәмде “Ясин”дан башлайым.



Хәжәр инәй ошо көндәрҙә үҙенең бер быуатлыҡ, йәғни 100 йәшен билдәләне. Бындай оло юбилейын үткәргән юбиляр беҙҙең дә иғтибарҙан ситтә ҡалманы. Был көндө хөрмәтле инәйебеҙгә Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау идаралығының филиал етәксеһе Зариф Ушанов Рәсәй Президенты Владимир Путиндың һәм Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитовтың ҡотлау хаттарын тапшырҙы. Райондың ветерандар советы рәйесе Роза Мараҡанова Хәжәр инәйҙең яурынына сигеп бәйләнгән шәл япты. Ә Ниғәмәт ауылы хакимиәте башлығы Фәниә Хиләжева йомшаҡ юрған бүләк итте.
Ҡотлау тантанаһын Ниғәмәт ауылы китапханасыһы Гөлбикә Кейекбаева йәнле итеп алып барҙы. “Һеҙҙе баҫып ҡаршы ала алмағаныма ғәфү итегеҙ, ҡолаҡтарым да насар ишетә”, – тине Хәжәр инәйебеҙ, уңайһыҙланып, һәм “Ясин” сүрәһен уҡып ишеттерҙе. “Үҙегеҙ туҡтатығыҙ мине. Юғиһә мин уҡырмын да уҡырмын ул”, – тип көлдөрөп тә алды.
– Әсәйем грамотаһыҙ, – тип әңгәмәгә ҡу­шылды уның 68 йәшлек ҡыҙы Нәзифә Нуриәхмәт ҡыҙы. – Дүрт йәшендә әсәһе 1921 йылғы аслыҡтан вафат була. Атаһы икенсегә өйләнә. Атаһы, “ҡыҙ кешегә уҡыу кәрәкмәй” тип, мәктәпкә ебәрмәй. Бөтәһенә лә төшөнә ингән ап-аҡ кейемдәге бер бабай өйрәтә, – тине ул.
“Аҡ бабай” Хәжәр инәйҙе дин юлына баҫтыра, аяттар уҡыта. Кешенекен ҡабатларға ҡушмай. Ул өйрәткәнде ҡабатлап ятлай. Шулай иҫендә ҡалдыра. Күптәр инәйгә өшкөрөп, дауалауҙы һорап мөрәжәғәт итә, ләкин “өҫтән миңә рөхсәт юҡ” тип уларҙы кире бороп сығарырға мәжбүр була. Осрашыу барышында Хәжәр инәйебеҙ һәр беребеҙҙең һаулығына бағышлап аяттар уҡыны, доғалар ҡылды.
Хәжәр инәй түңәрәк юбилейын тыныс күңел менән ҡаршы ала. Әйткәндәй, ул оҙаҡ йәшәүселәр тоҡомонан. Ғәбиҙә апаһы – 113 йәшендә, тағы ла бер нисә туғаны 99 йәшендә баҡыйлыҡҡа күсә. Ғүмер йомғағын һүтеп, үткәндәргә әйләнеп ҡайтып, аптырауға ҡалған саҡтары күп була. Илебеҙҙең бер быуатлыҡ тарихының йәнле шаһиты ул. Колхозлашыу осоро башланғас, кәртәләге дүрт һыйыр ҙа колхоз һарайына “инеп китә”, умарталар ҙа күмәк хужалыҡтыҡы булып иҫәпләнә башлай.
– Әсәйемдең тормошо еңел булды, тип әйтә алмайым, – тине Нәзифә Нуриәхмәт ҡыҙы. – Йылайыр районында тыуып үҫә, етем бала саҡтың бар әселеген татый. Атайым менән улар бик тә татыу йәшәне. Бала саҡта мин уларҙың бер ҡасан да ятып ял иткәндәрен, йоҡлағандарын күрмәнем. Улар көнө-төнө эш өҫтөндә булды. Атайым тәүҙә Бикештә эшләне, тракторсылар бригадаһына етәкселек итте. Һуңынан Әбделкәримдәге кирбес заводында мастер, һуңынан ферма мөдире була.
Әсәйем иһә колхоздың миҙгелле эшенә сыға. Бынан тыш, өй, хужалыҡ, итәк тулы балалар ҙа уның елкәһендә була. 50 йәшендә пенсияға сыҡты. Әсәйем һулаҡай булғанлыҡтан, бар эш ҡулынан килһә лә, тегә белмәне, ләкин атайым был эште үҙ өҫтөнә алды. Бөгөн дә әсәйемә барлыҡ күлдәктәрҙе үҙем тегеп кейҙерәм, магазиндыҡын яратмай. Әсәйем, аш-һыуға бик оҫта булһа ла, артыҡ ашарға яратмай: икмәк, бишбармаҡ һәм һөтлө сәй генә эсә. Уның бөгөн инвалидлыҡ категорияһы ла юҡ. Әсәйемдән күрептер инде, икмәк һалырға яратам. Шунлыҡтан ғүмер буйы колхозда икмәк бешереүсе булып эшләп хаҡлы ялға сыҡтым. Ошо йәшемдә лә “әсәй” тип өндәшеүем, кәрәк саҡта уның менән серләшә алыуым менән бик бәхетлемен. Хатта бөгөн үҙем күптән ҡәртәсәй, өләсәй булһам да...
– Аллаға шөкөр, бабайымдан уңдым, – тине Хәжәр инәй. – Матур, татыу ғүмер иттек. Бөйөк Ватан һуғышына бармаҫҡа бронь бирһәләр ҙә, ул үҙе теләп фронтҡа китте. 1946 йылда ике “Дан” орденын тағып, яуҙан иҫән-һау ҡайтты. Бик иртә, 66 йәшендә, вафат булды. Гел төшөмә инә, бер үҙе генә һыбай йөрөп ята. Мине әлегә үҙенә саҡырмай.
Матур ғаилә туғыҙ балаға ғүмер бүләк итә. Һуғыш ваҡытында икәүһе һәләк була. Йөрәгенә тағы ла һыҙланыуҙар өҫтәп, бер-бер артлы балаларын юғалта. Бөгөн иһә уларҙың икеһе генә иҫән. Бер улы Әбделкәримдә йәшәй, ҡыҙы Ниғәмәттә донъя көтә. Хәжәр инәй районда беренселәрҙән булып, яугир ҡатыны булараҡ, сертификат буйынса Баймаҡ ҡалаһынан фатир ала, ләкин таш йортҡа күңеле ятмай, болоҡһона башлай. Шунлыҡтан улы инәйҙе үҙенә алып ҡайтырға мәжбүр була. Улы ла, килене лә инәйҙе матур итеп тәрбиәләп көтәләр. Бөгөн иһә ул ҡыҙына күсеп килгән. “Вафат булһам, урындағыларҙы рәнйетмәҫ өсөн, зыяраттың бер ситендә генә ерләгеҙ”, – тип балаларына әйтеп ҡуйған.
Хәжәр инәй бөгөн бәхетле ҡартлыҡ кисерә. Уның һигеҙ ейән-ейәнсәре, 15 бүлә-бүләсәре бар. Уларҙың тамыры Рәсәйҙең төрлө төбәк­тәренә, хатта Мурманск ҡалаһына тиклем тарал­ған. Инәйҙең 95 йәшенә лә, 100 йәшлек юбилейын билдәләргә лә бөтә туғандары йыйыла. Әбделкәримдән дә бик күп делегация килә.
– Әсәйем кеше менән аралашырға ярата, эш менән мәшғүл булып, эргәһенә бармай оҙаҡлап китһәң, саҡыра башлай, – тине Нәзифә апай. – Ҡулынан тәсбих төшмәй, көнөн аяттар уҡып уҙғара. Ҡайһы саҡта ҡайныһының шиғырын да һөйләй. Ғәжәп, ул бит ҡайныһын бөтөнләй күрмәгән. Уның төшөнә аҡ бабай килеп китеүенә ышанам. Юғиһә ул быларҙы ҡайҙан белер ине, Ҡөрьән аяттарын нисек уҡыр ине? Әсәйебеҙ кешенең уй-кисерешен, аралар йыраҡ булһа ла, белеп-һиҙеп тора, тип атайым гел әйтә торғайны. Бөгөн дә ул беҙҙең эске уй-кисерештәрҙе, әйтмәһәң дә, ҡайҙандыр һиҙеп тора.
Йәшәү – ул көрәш, тиҙәр. Ысынлап та, Хәжәр инәй әйтмешләй, барлыҡ ауырлыҡтарҙы айыҡ аҡыл, түҙемлек, сабырлыҡ менән үткәрә белеү йәшәүгә көс бирә.

Баймаҡ районы.


Вернуться назад