“Кәүҙәмде бөтөнләй тойманым...”18.10.2017
Йәшен йәшнәп, күк күкрәп ямғыр яуа башлаһа, күңелгә шом инеп тулғандай, сөнки был тәбиғәт күренеше — ҡеүәтле энергия, ул ҡурҡыуға ғына һалып ҡалмай, ә ниндәйҙер ғәйрәтле көскә эйә булыуы менән һәр кемдән һаҡлыҡ саралары күреүҙе талап итә. Ялт-йолт килеп, әле бында, әле тегендә зәһәр утлы уҡтар атып, бар донъяны яңғыратып гөрһөлдәгән күкрәү һәр ваҡыт хәүефләндерә.


Яңы Шишмә ауылында йәшәгән Сәйәх Миңнеғәлиев өсөн быйылғы июль айы бәлә-ҡазаһыҙ үтмәгән.
...Еңел машина йорт янына туҡталғас та, хужа, таяҡҡа таянып, беҙгә ҡаршы сыҡты. Үҙ башынан кисергәндәрҙе һөйләп алғас, ул һис йыбанмай ғына ваҡиға урынын барып ҡарарға тәҡдим итте.
Ауыл ситендәге урманлыҡҡа ыңғайланыҡ. Бер саҡрымдай бар­ғас, Сәйәх Миңнеһаҙый улы, үҙе йыш йөрөгән таныш һуҡмаҡҡа төшөп, беҙҙе артынан эйәртте. Бер аҙҙан бейек ҡарама янында туҡтаны.
— 14 июлдә таңдан тороп урманға йүнәлдем, күп итеп бәшмәк йыйҙым да район үҙәгенә алып барып һатып ҡайттым. Тик күңелде нимәлер өйкәй, тынғы бирмәй, мине йәнә урманға әйҙәй кеүек, үҙемә урын тапмайым. Аяҙҙа тик ултырғансы тип, төштән һуң тағы урман гиҙергә булдым.
Хатта ямғыр ҙа яуыр һымаҡ түгел ине ул көндә. Бәшмәк йыйғанда Шакировка яғынан күк ҡабағы ҡарайҙы ла бер аҙҙан ваҡ күҙле ямғыр яуа башланы. Кәрзинемде тотоп, тәрән соҡор янынан үтеп барған саҡта кемдер яурыныма ныҡ итеп баҫҡан кеүек тойолдо. Һиҙемләүемсә, кәүҙәм бәләкәсәйеп, шар тултырылғандай йыуанайып барам кеүек, күҙемде йомдом... Иҫемде юғалтып, ҡарама эргәһенә ауғанмын. Күпме ятҡанмындыр шулай, белмәйем. Аңыма килгәндә, кәүҙәмде бөтөнләй тойманым, хәрәкәтһеҙ ятам. Шулай ҙа уң ҡулымды ҡыбырлата алдым. Телефондан Әлфир ҡустыма шылтыратам, бәйләнеш юҡ. Бысағымды ергә батыра-батыра, соҡорҙан өҫкәрәк үрмәләргә маташтым. Тағы өс тапҡыр таныш номерға баҫтым, элемтә бар, тик һөйләшә алмайым. Әлфир ҡабат үҙе шылтыратып һораша башланы. Мин уға көс-хәл менән эш айышын аңлаттым. Аҙаҡ Рим, Рөстәм “Нива”ла мине килеп алды. Ауыл фельдшеры укол яһаны. “Ашығыс ярҙам” саҡырт­ҡайныҡ, үҙ яйығыҙ менән килергә тырышығыҙ, тинеләр. Ҡустымдың дуҫы үҙәк район дауаханаһына илтте. Унда табип-хирург Зөбәйер Юлдашбаев аяҡҡа баҫырға ярҙам итте. Медицина хеҙмәткәрҙәренең барыһына ла сикһеҙ рәхмәтлемен, яҡшы ҡаранылар.
Өс ҡат өҫ кейемем ныҡ янған, итектең береһе тишелгән. Йәшен аяҡ бармаҡтарынан сыҡҡан, сыңарсайҙа үтәнән-үтә асыҡ йәрәхәт, арҡа ныҡ бешкән һәм шуныһы ғәжәп: арҡалағы бешеү һаҡаллы кеше силуэтын хәтерләтә, башта ныҡ ҡарайған тип әйтәләр ине, әле ҡыҙарып тора, һүрәте һаман һаҡлана. Йәшен атҡандан бирле аяҡтарым һыҙлай, ҡолағым ҡатыланғайны, әле бер сама арыу­ланды, күҙемдән дә яфаланам. Күптән түгел тағы ун көн дауаханала ятып сыҡтым, был юлы табип-хирург Юлай Мәжитов дауаланы. Медицина белгестәре үҙ эшен яҡшы белә, унда таҙалыҡ һәм тәртип, аҡ халатлыларға рәхмәттән башҡа һүҙем юҡ, – тип ағас олонона ишараланы.
Йәшен уны ла зыянлаған, ҡайыры икегә ярылып сыҡҡан. Ҡарамаға таянған Сәйәх Миң­неғәлиев, уйламағанда тормошона киҫкен боролош индергән ваҡиғаны йәнә иҫенә төшөрөп, көрһөнөп ҡуйҙы. Ҡот осҡос хәлдән һуң иҫән ҡалыуына шөкөр итеп, бәлә-ҡаза килтергән урман эсенән һылтыҡлай-һылтыҡлай күпереп үҫкән үләнле яланға сығып, алға, ауылына табан атланы.

Архангел районы.


Вернуться назад