Йыһан батырҙары — Өфөлә14.04.2012
Йыһан батырҙары — ӨфөләБынан 51 йыл элек Юрий Гагариндың кешелек донъяһында беренсе булып Йыһанға осоуы миллионлаған совет кешеһен ҡанатландырҙы. Ул саҡта һәр бала космонавт булырға хыялланғандыр, моғайын.
– Мин дә бәләкәй саҡта олатайым менән күк йөҙөн күҙәтергә ярата инем, Ер юлдашын, йондоҙҙарҙы эҙләнек. Үҫә төшкәс, Йыһан тураһындағы әҙәбиәтте йотлоғоп уҡыным. Әммә, йөрәкһенһәм дә, космонавт булырымды белмәнем, техник белем алырға теләнем, – тине Советтар Союзы Геройы, осоусы-космонавт, 60 йәшенә яҡынлашҡан Александр Баландин 12 апрелдә бер төркөм журналистар, мәктәп уҡыусылары менән Конгресс-холда уҙған осрашыуҙа.
Бауман исемендәге Мәскәү физика-техник институтын һайлап яңылышмай ул. Диплом алғас, йәш белгес йүнәлтмә буйынса Королевтың конструкторҙар бюроһына эләгә. Ике йылдан уны космонавтар отрядына тәҡдим итәләр. Тиҫтәләгән кандидат араһынан етәүҙе һайлап алалар. "Данлыҡлы етәү" тип йөрөтәләр уларҙы, сөнки барыһына ла Йыһанға осоу бәхете тейә.
Икенсе оло ҡунаҡ – ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Владимир Ляхов. Ул — хәрби кеше, отставкалағы генерал-лейтенант.
– Харьков хәрби-һауа училищеһын тамамлағас, Сахалин утрауындағы часҡа йүнәлтмә алдым. Унда өс йыл осҡандан һуң, миңә һәм ике хеҙмәттәшемә космонавт булырға тәҡдим булды. Төрлө урындарҙа һынау үтеп, Мәскәүҙәге космонавтарҙы әҙерләү үҙәгенә өс меңгә яҡын йәш лейтенант йыйылды. Әҙерлек барышында шулар араһынан 12 егетте һайлап алдылар. Бар һынауҙарҙы ла уңышлы үткән туғыҙ осоусынан өсәүебеҙгә космонавт булырға яҙҙы, – тине Владимир Ляхов, үҙенең хеҙмәт юлы тураһында һөйләп. Тәүге тапҡыр ул Йыһанға 1979 йылда Валерий Рюмин менән бергә оса.
Ҡунаҡтар әле "Красноусол" шифаханаһында һаулыҡ нығыта. Александр Баландин Башҡортостанға икенсегә килде. Беҙҙәге ҡунаҡсыллыҡ, алсаҡлыҡ һәм гүзәл тәбиғәтебеҙ республикабыҙҙы тәүгә күргән Владимир Ляховтың да күңеленә ятҡан.
Ф. ЕЙӘНСУРИН.


Вернуться назад