Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим Аралбай шылтыратҡайны: “Тыуған районымдың Мәмбәт ауылына, ундағы мәсеттең 190 йыллығына саҡырҙылар. Аллаһ йортоноң ҙур юбилейына арнап буклет та сығартҡайныҡ”. Ҡәҙим ағайҙың тыуған яҡтарында былтыр ғына йөрөп ҡайтһаҡ та, башыма килгән фекерҙе әйттем: “Теләһәгеҙ, үҙем алып барам, тик сәфәрҙе киңәйтергә тәҡдим итәм — Ырымбур өлкәһенә лә етеп ҡайтайыҡ”.
Республикабыҙҙан ситтә йәшәгән милләттәштәргә буш ҡул менән барып булмай бит инде, көнэлгәре “Ағиҙел”, “Ватандаш”, “Шоңҡар”, “Аманат”, “Аҡбуҙат” редакцияларынан журналдар, З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенән китаптар алдыҡ.
Алты йөҙ саҡрым юл үтеп, ниһайәт, Орск ҡалаһының “Нефтехимик” мәҙәниәт һарайына барып еттек. Бында беҙҙе милләттәштәребеҙ көтә ине.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының (конгресының) урындағы бүлексәһе етәксеһе Гөлсәсәк Тәлғәт ҡыҙы Ҡәйепова, һүҙ алып, ойошманың эшмәкәрлеге менән ҡыҫҡаса таныштырҙы. Орскиҙа Ҡоролтай менән иңгә-иң терәшеп “Ағинәйҙәр клубы”, “Ләйсән” фольклор ансамбле әүҙем эшләй икән. Башҡорт рухын һүндермәй һаҡларға тырышалар. “Ләйсән” коллективы ошо арала “халыҡ ансамбле” тигән маҡтаулы исем аласаҡ.
Хужабикәнән һуң һүҙҙе Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Ҡәҙим Аралбай дауам итеп, республика яңылыҡтары, башҡорт әҙәбиәте, туған телде һаҡлау, милли матбуғат тураһында йөрәккә үтеп инерлек фекерҙәрен әйтте, шиғырҙарын уҡыны. Сығыштар Башҡортостан сәнғәт академияһы студенты Айтуған Усмановтың ҡурай моңо менән аралаш барҙы.
Орск ҡалаһында йәшәгән башҡорттар туған телгә, туған моңға шул ҡәҙәр сарсаған, күптәр күҙ йәштәрен йәшермәне. Улар бында Башҡортостаныбыҙҙы һағынып йәшәй икән... Бер аҙ йөрәктәрен баҫҡас, беҙгә һорауҙар яуҙырырға керештеләр, үҙҙәре лә урындарынан тороп һөйләнеләр. Милләттәштәребеҙ Орскиҙа балаларына туған телде уҡытыуҙарын теләй, ләкин мәктәптәрҙә башҡорт теле һәм әҙәбиәте бөтөнләй уҡытылмай икән.
Осрашыу аҙағында милләттәштәребеҙгә автографлы китаптарыбыҙҙы, журналдар бүләк иттек. З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күргән китаптарҙы һатыу ҙа ойошторолдо.
Икенсе көндә ҡаланың иҫке өлөшөндә булып, ХVIII быуатта һалынған ҡәлғәне, мемориаль комплексты, Шевченко һәм Кириллов һәйкәлдәрен барып ҡараныҡ. Элекке сауҙагәр йортонда урынлашҡан бөйөк украин шағиры һәм рәссамы Тарас Шевченко музейында ла беҙҙе йылы ҡаршыланылар. Бында Украинанан килтерелгән уникаль экспонаттар тупланған, хатта Тарас Григорьевичтың үҙ ҡулы менән төшөрөлгән һүрәттәр альбомы ла бар.
Ҡәҙим Аралбай “Тарас һәм Ҡарас” поэмаһынан өҙөк уҡып, үҙе тәржемәләгән Шевченко шиғырҙары ингән китабын бүләк итте музейға. Т. Шевченко Орскиға сәйәси ҡарашы өсөн ун йылға һалдатҡа ебәрелгән булған икән. Шул йылдарҙа урындағы башҡорттар менән аралашҡан, уларҙы һүрәттәрендә һынландырған.
Шәхсән үҙемде иң ныҡ тетрәндергәне ошо булды: Тарас Шевченкоға донъяның 32 илендә меңдән ашыу һәйкәл ҡуйылған! Ә беҙ халҡыбыҙҙың бөйөк шәхестәре Әхмәтзәки Вәлиди, Мөхәмәтша Буранғолов, Шәйехзада Бабич һәм башҡаларға баш ҡалабыҙ Өфөлә һаман да һәйкәл ҡуя алмайбыҙ...
Хәйбулла районының Мәмбәт ауылы киң йәмәғәтселеккә 1965 йылда шағир Ҡәҙим Аралбай тарафынан табылған тарихи-әҙәби, рухи-мәҙәни ҡомартҡыбыҙ “Мәмбәт шәжәрәһе” аша яҡшы таныш. Был рухи хазина ғилми-фәнни әйләнешкә ныҡлы ингән: “Мәмбәт шәжәрәһе” айырым китап итеп сығарылған, уның хаҡында халыҡ шағиры Ҡ. Аралбай, академик Ғ. Хөсәйенов, фән докторҙары, профессорҙар С. Галин, Ф. Нәҙершина, М. Нәҙерғолов һәм башҡа ғалимдар мәҡәләләр яҙған.
Бай тарихлы Мәмбәт ауылы мәсетенең 190 йыллығы ла гөрләп үтте. Ҙур тантанаға республикабыҙҙың төрлө тарафтарынан бик күп ҡунаҡтар килгәйне. Беҙ ҙә сығыш яһаныҡ был оло байрамда. Мәмбәт ауылы, шәжәрәһе, мәсете тарихын бәйән иткән буклет бүләк иттек.
Флүр ҒӘЛИМОВ,
яҙыусы,
Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.