Һаҡаҫты серҙәрен аса...18.10.2017
Һаҡаҫты серҙәрен аса... ...Башҡортостандың тағы бер ерендә мәмерйә, дөрөҫөрәге, упҡын бар. Ҡасандыр был урындан һыу ҡойон булып ҡайнап сығыр булған. Әлеге күренеш ҙур бәлә билдәһе һаналған. Әйткәндәй, оҫта һунарсылар был соҡорҙо айыу аулар өсөн дә файҙаланған. Упҡынға оҙон-оҙон ағастар төшөрөп ҡараған, әммә уның төбөнә етә алмаған. Ташҡын ҡоторғандан һуң, соҡорҙағы һыу үҙ кимәленә ҡайтҡан һәм унан ҡара төлкө йүгереп сығыр булған. Был хайуанмы, әллә дейеүме икәнен берәү ҙә белмәгән. Төлкө гел генә үҙе менән бәлә-ҡаза алып килгән. Ауырыу, аслыҡ, ут, янғын, ҡоролоҡ, һуғыш — былар барыһы ла төлкө алып килгән бәләләр тип һаналған. Бер мәл ҡыйыу һунарсы был төлкөнө соҡорҙоң ауыҙы эргәһендә һағалап торған һәм януар килеп сығыу менән 12 уғын уға ебәргән. Уғы тейгән һайын төлкө төрлө йәнлек образын алған. Йә эт, йә бесәй, йә барыҫ төҫөнә ингән. Һуңғы уғы тейеү менән, ул ҡурҡыныс кеше ҡиәфәтенә әүерелгән һәм һунарсы менән алыша башлаған. Оҙаҡ көс һынашҡандар. Һунарсы уғы менән уның һул табанына тейеүе булған, әүермән йән биргән. Мәйеттән һаҫыҡ еҫ таралған төтөн сыға башлаған. Быны күреп, һунарсы мәйетте төпһөҙ соҡорға тибеп төшөргән. Ошо хәлдән һуң бында бәлә-ҡазалар булмаған, имеш...
Был өҙөк Владимир Далдең “Башҡорт һыуһылыуы” тигән хикәйәһенән алынды. Әҫәр тәүге тапҡыр 1843 йылда нәшер ителә. Күҙаллауымса, әлеге хикәйәлә телгә алынған урын тап түбәндә һөйләнеләсәк ер тураһында...
...Катер тауышы тынлыҡты ярып инде. Алтын көҙ. Аҫта 21 метрлыҡ тәрән һыу. Тирә-яҡта ҡая таш һәм урман. Дайверҙар эшләгән урынға тиклем бер сәғәт самаһы барырға кәрәк. Катерҙағы алты кешенең өнһөҙ ҡалыуы ла аңлашыла: һөйләшке килмәй. Һоҡланып тирә-яҡты күҙәтәбеҙ. Алда беҙҙе мөғжизә көтә — Һаҡаҫты.

Башҡортостанда мәмерйәләр бихисап. Әммә уларҙың күбеһе беҙгә билдәһеҙ. Белгестәр әйтеүенсә, уларҙың 70 – 80 проценты әле асыл­маған, өйрәнелмәгән. Дөрөҫөн генә әйткәндә, башҡорттар борон замандан үҙ төбәгендәге мәмер­йәләр тураһында сит кешеләргә әйтә һалып бармаған, мәғлүмәтте йәшергән. Ә бөгөн, бөтөн донъя туризмға баҫым яһаған мәлдә, уларҙың туристарҙы ылыҡтырған урын булыуын иҫәпкә алмау мөмкин түгел.
Шүлгәнташ мәмерйәһенән, мәҫә­лән, туристар ағымы өҙөлмәй тиерлек. Бөтөн донъяға Башҡортостан бренды булараҡ билдәлелек яулаған был урындан тыш, төбәктә туристарға күрһәтерлек урындар бихисап. Шуларҙың береһе – Һаҡаҫты тураһында булыр һүҙ. Ул Йомағужа һыу һаҡлағысы биләмә­һендә, “Башҡортостан” тәбиғәт паркында урынлашҡан.
Һаҡаҫты — һыу аҫты мәмер­йәһе. Уның оҙонлоғо — 20 километр, тип фаразлай белгестәр. Ошо күҙал­лауҙы дәлилләр өсөн заманда­шыбыҙ, әүҙем йәмәғәт эшмәкәре, тиҫтә йылдар дайвинг менән шөғөлләнгән Салауат Нафиҡов октябрь башында махсус экспедиция ойошторҙо. Был эшкә бөтөн донъяға билдәле спелеолог-водолаздар йәлеп ителде: һыу аҫты мәмерйә­ләрен өйрәнеүсе дайвер Максим Четырин, Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ҡотҡарыусы-водолазы, спелеодайвер Александр Хижняк, Төньяҡ Уралдың һыу аҫты мәмерйәләрен өйрәнеүсе дайвер, Рәсәй география йәмғиәтенең Урал бүлексәһе ағзаһы Максим Козионов, Карелия, Вологда өлкәһе һәм Урал буйҙарындағы һыу аҫты мәмер­йәләрен өйрәнеүсе, мәмерйә дайвингы буйынса инструктор Илья Козлов, экспедиция етәксеһе, Урал, Башҡортостан, АҠШ мәмерйәләрен тикшереүсе, мәмерйә һәм тәрәнгә сумыу дайвингы буйынса тренер-инструктор Евгений Рунов, Татарс­тан һәм Башҡортостан, Һамар өлкәләрендә мәмерйәләрҙе өй­рәнгән дайвер һәм журналист Станислав Поляков ҡатнашты.
Салауат Нафиҡов, был өлкәлә күптән ҡайнап йөрөгәнгә, мәсьәлә менән яҡшы таныш.
— Башҡортостанда дайвинг туризмы үҫешмәгән. Айырым-айырым төркөм дайверҙар бында килеп ниндәйҙер асыштар эшләй, тәрәнгә сума, әммә беҙ уларҙың эшмә­кәрлеге менән таныш та түгел. Дайверҙар ҙа башлыса мәмер­йәләрҙең киң билдәле булғандары – Шүлгәнташ һәм Ҡотоҡсумғанда ғына була тиерлек. Башҡа мәмерйәләр иғтибарһыҙ ҡала. Ә беҙҙә бит туризмдың ошо яғын үҫтерерҙәй, дайверҙарға тәҡдим итерҙәй башҡа урындар ҙа бихисап, — ти Сала­уат.
Ниндәйҙер эш атҡарғанда һәр нәмәнең тура килеп тороуы фарыз. Салауаттың башланғысының нигеҙе өс тағанға таяна: билдәле белгестәрҙе йәлеп итеү, туристарҙы ылыҡтырырлыҡ урын табыу һәм был урында уңайлы шарттары булған турбазаның эшләүе. Был нөктәләрҙең барыһы ла Күгәрсен районында барып тоташа. Дай­верҙарға тикшеренеү эштәре алып барыу өсөн уңайлы шарттарҙы эшҡыуар, “Башҡорт ауылы” турбазаһы хужаһы Марс Юлбарисов тыуҙыра. Марс Хәбибулла улы артабан дайвер-туризмды үҫтереү һәм ошо йүнәлештә эшләүҙең отош­ло алым икәнен йәшермәй.
— Беҙҙең базаның мөмкин­лектәре тулыһынса файҙаланылмай тип уйлайым. Дайверҙар өсөн иһә яҙҙан, ташҡын мәленән тыш, һәр миҙгел һыуға сумыу өсөн ҡулайлы. Әле был ҡунаҡтарға ҡарап, шундай һығымтаға килдем: гидрокостюм­дарҙы киптереү, махсус ҡулайлама­ларҙы тиҙ генә йүнәтеп алыу өсөн махсус бүлмәләр кәрәк буласаҡ. Башҡа шарттар беҙҙә бар, йыл әйләнәһенә туристарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ. Киләсәктә хатта дайвинг өсөн үҙәк булдырыу тура­һында уйлана башланым, — ти ул.
Салауат Нафиҡовтың башлан­ғысын хуплап Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы, Эшҡыуарлыҡты һәм туризмды үҫтереү комитеты, Рәсәй география йәмғиәтенең Башҡортостандағы бүлексәһе экспедицияны ойоштороуға һәр яҡлап ярҙам күрһәтте. Экспе­дицияға сығыр алдынан дайверҙар менән Баш­ҡортостан Башлығы Рөстәм Хәми­тов та осрашты. Баҡһаң, республика Башлығы 80-се йылдарҙа спелеология менән ҡыҙыҡһынған, Һаҡаҫ­тынан йыраҡ түгел урын­лашҡан Ҡотоҡсумған мәмерйәһенә төшкән булған.
— Әгәр һеҙ мәмерйәнең оҙонлоғо 20 километр икәнен иҫбатлаһағыҙ, был факт республикала артабан экстремаль туризмды үҫтереүгә, туристарҙы йәлеп итеүгә булышлыҡ итәсәк. Бөгөн туризмға иғтибар ҙур. Башҡортостанда иһә туристарға тәҡдим итерлек урындар бихисап, — тип билдәләне төбәк Башлығы осрашыу мәлендә.
Рәсәй география йәмғиәте Башҡортостан бүлексәһе етәксеһе Камил Йыһаншин, уларҙың эшен юғары баһалап: “Башҡортостанда туризмды үҫтереү мөмкинлектәре киң, ә Һаҡаҫты Рәсәйҙә иң оҙон мәмерйә булып танылһа, бөтә донъя туристарын йәлеп итәсәк”, — тип билдәләне.
Беҙҙең төркөм спелеологтарҙың эшләгән урынын күҙәтеү өсөн юлға сыҡты. Автобустан төшөүгә Йомағужа һыу һаҡлағысында катер көтә ине. Эш урынына бер сәғәт самаһы барырға кәрәк. Һыу һаҡла­ғыстың уртаса тәрәнлеге – 21 метр. Ике яҡтан да ҡаялар һәм ҡуйы урман уратып алған. Алтын көҙ төрлө сағыу буяуҙары менән әсир итә.
Дайверҙар төркөмдәргә бүленеп эшләй. Беҙ килеп еткәндә тәүге төркөм 140 минут һыуҙа булғандан һуң сығып ҡына тора ине. Экспедиция етәксеһе, Урал, Башҡортос­тан, АҠШ мәмерйәләрен тик­шереүсе, мәмерйә һәм тәрәнгә сумыу дайвингы буйынса тренер- инструктор Евгений Рунов һыуҙан сығыу менән:
— Егеттәр, һөйөнсө! Ете ҡатлы йорт ҙурлығындағы залға барып еттек. Иҫ китмәле! Иң ҡыҙығы, уның төбө ҡырсынташ. Үтә күренмәле, бәләкәй генә ҡыҫалалар йәшәй унда. Бер нисәүһен тотоп мендер­ҙек. Лабораторияға тикшереүгә ебәрергә кәрәк. Минең быға тиклем уларға оҡшаған төрҙө күргәнем юҡ, — тип шаҡ ҡатырҙы. Ҡыҫалаларҙы М. Аҡмулла исемендәге БДПУ-ның махсус лабораторияһына тик­шереүгә тапшырасаҡтар.
Һаҡаҫты серҙәрен аса...Экспедицияның төп маҡсатта­рының береһе был мәмерйәнең оҙонлоғо 20 километр икәнен раҫлау ине. Белгестәр быны махсус химик шыйыҡса ярҙамында асыҡланы. Һаҡаҫтынан ағып киткән шыйыҡса Ҡотоҡсумғанда ағып сыҡҡан, тимәк, улар үҙ-ара тоташҡан. Әммә киләсәктә шыйыҡса ағып сыҡҡан юл аша кешенең үтә алыу-алмауын белергә кәрәк. Әлеге мәлдә дайверҙар мәмерйәнең 600 метрын тикшергән, башҡа туристарға үтеү уңайлы булһын өсөн маршрут һалынған, өйрәнелгән майҙандың ентекле картаһы төҙөлгән.
Һаҡаҫты борондан һыу аҫты мәмерйәһе булған. Тик Йомағужа һыу һаҡлағысы төҙөлгәс, уның ауыҙы һыу аҫтында ҡала. Шуға дайверҙарға 21 метр тәрәнлектән һуң, уның ауыҙына тиклем 500 метр ара үтергә кәрәк, артабан метро киңлегендәге 65 – 70 метр оҙон­лоҡтағы тоннель башлана. Ул киң булғанлыҡтан, бында эшләүе лә уңайлы. Был юлы спелеологтар Һаҡаҫты мәмерйәһендә бер аҙна самаһы эшләне. Мәмерйәнең ауыҙынан төшөп, артабан тон­нелдән залға үтеү әллә ни ауыр булмауын иҫәпкә алып, яҡын киләсәктә әлеге мәмерйәне күрергә теләүселәр һаны бермә-бер артыр тип өмөтләнәйек. Бының өсөн тәү сиратта экспедицияла ҡатнашҡан белгестәрҙең һығымтаһын көтөргә кәрәк. Алда әле мәмерйәнең өйрәнелмәгән 19 километр арауығы бар. Унда асылмаған серҙәр бихисап, ти дайверҙар.
Ә Һаҡаҫты мәмерйәһе тураһын­да риүәйәттәр һәм легендалар менән яҡшы таныш булған гәзит уҡыусыларҙан хаттар көтөп ҡалабыҙ.


Вернуться назад