Һандар һәм дәлилдәр18.10.2017
Республика конкурсында еңеп сыҡҡан 436 проект буйынса башҡарылған эш йүнәлештәре:
=мәғариф өлкәһе: 102 проект (23,4 процент);
=юлдар һалыу һәм уларҙы йүнәтеү: 61 проект (13,9 процент);
=төрлө йүнәлештәге төҙөкләндереү эштәре: 60 проект (13,8 процент);
=һыу менән тәьмин итеү: 51 проект (11,7 процент);
=зыяраттарҙы кәртәләү: 41 проект (9,4 процент);
=мәҙәниәт өлкәһе: 39 проект (8,9 процент);
=балалар өсөн спорт-уйын майҙансыҡтарын ҡороу: 29 проект (6,6 процент);
=янғын хәүефһеҙлеген тәьмин итеү: 16 проект (3,7 процент);
=физик культура һәм спорт объекттары: 15 проект (3,4 процент);
=ауыл урамдарын яҡтыртыу: 9 проект (2,1 процент).
Ҡалған проекттарҙың өлөшө 1 проценттан түбәнерәк. Улар дөйөм ял, көнкүреш хеҙмәте күрһәтеү, сүп-сарҙы тейешле урындарға сығарыу, мәҙәни мираҫты һаҡлау, электр, газ һәм йылылыҡ менән тәьмин итеү кеүек мәсьәләләргә арналған.
Көйөргәҙе, Миәкә, Мәсетле, Стәрлебаш, Тәтешле һәм Әбйәлил райондарының быйылғы конкурсҡа ебәргән ғаризаларының барыһы ла еңеүселәр исемлегенә инде.
Көйөргәҙе районы Ермолаевка ауыл халҡының урындағы мәҙәниәт һәм ял паркын төҙөкләндереү, Илеш районының Этәй ауылының тағылма ҡорамалдары булған трактор алыу, шул уҡ райондың Андреевка ауылындағы бер микрорайон биләмәһен төҙөкләндереү, Ҡырмыҫҡалы районының Илтуған ауылының “Беларусь-82.1” тракторы алыу проекттары конкурс шарттарына ярашлы 100-әр балл менән баһаланды.
99 балл йыйған 11 проекттың уныһы — Илеш районы ауылдарыныҡы, береһе – Дәүләкәндеке.
98 балл менән билдәләнгән 20 проекттың уныһы – Краснокама районынан, ҡалғандары Дәүләкән (3 проект), Илеш (3 проект), Баҡалы (2 проект) һәм Көйөргәҙе менән Мәсетле (1-әр проект) райондарынан.
Межгорье, Сибай, Нефтекама һәм Стәрлетамаҡ – республика ҡалалары араһында программала иң әүҙем ҡатнашыусылар.
Урындағы башланғыстарҙы финанслау йәһәтенән илдең егерме төбәгенән 300-ҙән ашыу проект ҡатнашҡан Бөтә Рәсәй конкурсында билдәләнгән өс еңеүсе араһында Илеш районының Сереккүл ауыл советы ла бар. Уға 100 мең һумлыҡ сертификат тапшырылды.
(Стратегик тикшеренеүҙәр институтының
Граждандарҙың башланғыстарын өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәренән).