Маҡсат бер булғанда18.10.2017
Тулы һыулы Кама, республикабыҙҙы урап сығып уға ҡойған Ағиҙел, бәләкәйерәк Етеҙ Танып, Әмзә, тағы ла бер нисә вағыраҡ йылғаны һыулаған Краснокама ерендә лә урындағы башланғыстарҙы яҡлау программаһын халыҡ шунда уҡ үҙ итте.
Район ауылдары унда икенсе йыл әүҙем ҡатнашты. Быйыл, мәҫәлән, барлыҡ 14 ауыл биләмәһе лә үҙ ғаризаларын баһалама комиссияһы ҡарамағына юлланы, 13 биләмә еңеүселәр исемлегендә урын алды. Улар тәҡдим иткән ун проект 98 балл менән билдәләнде, был үҙе генә лә район ауылдарында йәшәүселәрҙең бар яҡтан да әүҙем булыуҙарына туранан-тура ишара.
Проект хаҡтарына килгәндә, уларҙың дөйөм күләме 15,5 миллион һумға яҡын. Билдәләнгән эштәрҙе башҡарып сығыу өсөн республика бюджетынан уның 10,3 миллион һумы, йәғни 67 проценты бүленһә, ҡалған өлөштәге 1,7 миллион һумы район иҫәбенән, шул уҡ суммаға яҡыны халыҡ йыйған һәм бағыусылар күрһәткән финанс ярҙамы менән ҡапланды.
Ҡарый, Яңы Йәнйегет, Яңы Бура, Яңы Ҡайынлыҡ, Яңы Нуғай, Арлан, Яңы Ҡабан һәм Раздолье ауыл советтары тәҡдим иткән проекттарҙы тормошҡа ашырыу миллион һумдан күберәк сығым талап итте.
Һайлап алынған объекттар районда йәшәүселәр өсөн ниндәй мәсьәләләрҙең көнүҙәк булыуын да асып һалды. Туғыҙ ауыл халҡы үҙ мәктәптәре тәҙрәләрен пластик материалдан яһалған замансаларына алмаштырырға дәррәү тауыш бирҙе. Мүзәктә шундай уҡ эштәрҙе балалар баҡсаһы өсөн ойошторһалар, Ҡотло ауылында урамдағы юлдарҙы төҙөкләндереүгә өҫтөнлөк бирҙеләр. Шушнур һәм Редькин халҡы ла, дөйөм мәнфәғәттән сығып, үҙҙәрендәге зыяраттарҙы тәртипкә килтереп, уларҙы яңынан ҡоймаланы. Ҡыҫҡаһы, беҙҙең яҡтарҙа йәмәғәт өсөн мөһим булған мәсьәләләргә иғтибар йүнәлтә беләләр, программала алдағы йылдарҙа ҡатнашыу ҙа нәҡ шул маҡсатты күҙ уңында тотасаҡ.
Сулпан ХӘЙБРАХМАНОВА,
район хакимиәтенең финанс
идаралығы етәксеһе.
Краснокама районы.