Күлдең һыуын эсмәгеҙ!17.10.2017
Күлдең һыуын эсмәгеҙ! Тәбиғәтте һаҡлау мәсьәләһе йәне булған һәр кешене уйландырырға тейеш. Йәшәйешебеҙҙең бөгөнгөһө, иртәгәһе хаҡында борсолам, шул күҙәтеүҙәрем һәм һыҙланыуҙарым менән уртаҡлашам, сағыштырам, миҫалдар килтерәм, ниндәйҙер һығымталар яһайым. Ғөмүмән, беҙҙе алда ни көтә?

Бик тиҙ үҙгәреүсән һәм ҡатмарлы, халыҡ-ара хәлдәр киҫкенләшкән, ғаилә мөнәсәбәттәре емерелә башлаған, изгелеккә ҡарағанда аҡсаға табынған ҡатмарлы заманда йәшәйбеҙ. Иртәгә ни булырын берәү ҙә әйтә алмай. Хәҙер бөтә донъяла йылға-күлдәр ҡорой, урмандар ҡырҡыла, урынына яңыһы ултыртылмай, торнадо, цунами, вулкандар урғылып тотош ҡалаларҙы, ауылдарҙы һәләк итә, ел-дауылдан, һыу баҫыуҙан зыян килә. Дин әһелдәре, руханиҙар быны замана ахыры етеү менән бәйләй. Ысынлап та, Изге Ҡөрьәнде алып уҡыһаң, унда барыһы хаҡында ла бик матур итеп аңлатылған. Ул саҡта тәбиғәт менән кеше араһындағы мөнәсәбәттәр боҙола, кешенең шашыуы, байлыҡҡа табыныуы, әшәкелек, енси мөнәсәбәттәрҙең аҙыуы, көсләү, туғандар араһындағы көнсөллөк, ялҡаулыҡ, вайымһыҙлыҡ, ярлыларға, мохтаждарға мәрхә­мәтһеҙлек арта. Ошолар хаҡындағы сүрәләрҙе уҡығанда сәс үрә тора, арҡа сымырлап китә һәм, әлбиттә, кеше балаларының, ейәндәренең киләсәге өсөн борсола, сөнки Ҡиәмәт көнөндә, Ҡөрьәндә әйтелгәнсә, яуыздар, залимдар менән бер рәттән, хатта зыяны теймәһә лә, зыянһыҙҙар ҙа бергә һәләк буласаҡ. Быларҙы дин һәм Алла менән ҡурҡытыу өсөн яҙмайым, ә тормоштағы үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙәге хәлдәрҙе үҙ башымдан үткәреп тә, сағыштырып та, күҙәтеп тә еткерәм.
Шуныһы, беҙ ни өсөндөр тормошобоҙҙағы етешһеҙлектәр, уңышһыҙлыҡтарҙың сәбәбе үҙебеҙҙә икәнлеген танырға тырышмайбыҙ, ә кемделер ғәйепләргә, хатаны үҙебеҙҙән түгел, ә башҡаларҙан эҙләргә маташабыҙ. Ә бит барыһына ла кеше иң беренсе сиратта үҙе ғәйепле. Шуға ла үҙем күргән йәки китаптан уҡыған, телевизорҙан ҡараған, яҡын-тирәләге таныштарым, дуҫтарым, туғандарымдың миҫалында күҙәткән хәлдәрҙе, улай ғына ла түгел, чех гәзиттәре яҙған мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, Тәбиғәт-әсәбеҙ менән кеше мөнәсәбәттәре тураһындағы фекерҙәремде еткермәксемен.
Әҙәм балаһының үҙен туйындырған, һыйындырған, кейендергән тәбиғәткә ыңғай, кешелекле мөнәсәбәте уның мәҙәни кимәлен билдәләй. Бер хәл иҫкә төштө. Атайым беҙҙе йәйгеһен йә урманға, йә бесәнгә алып бара торғайны. Эш бөткәс, арыһам да, ҡайтыу яғына йәйәүләп атлайым. Йөк тартып барған күндәм ат менән бергә йәнәшә тәпәйләйем, юҡһа атҡа ауыр була. “Уның да йәне бар, ҡыҙым”, – ти атайым.
Ә юл буйында иҫ киткес матур сәскәләр үҫә (хәҙер иһә улар бөтөнләй юҡ тиерлек). Үрелеп кенә өҙ ҙә ал! Атайым иһә һүҙһеҙ ҙә теләгемде аңлап тора.
– Ҡыҙым, һинең үҙеңә сәскә исемен бирҙем. Үҙең сәскә була тороп нисек итеп шул сәскәне өҙәһең? – ти ул. – Улар бит оҙаҡ йәшәмәй. Өҙҙөңмө, үлә. Йәй ғүмере ҡыҫҡа, теймә, йәме!
Ун алты ғына йәшендә һуғышҡа алынып, биш мең ярым километр алыҫлыҡта ятҡан Европаға мылтыҡ күтәреп һуғыша-һуғыша йәйәүләп барып еткән һәм унан иҫән-аман әйләнеп ҡайтҡан атайым педагог булмаһа ла, ана шулай ябай ғына миҫалдар менән беҙҙе тәрбиәләй торғайны. Быны халыҡ педагогикаһы, тиҙәр, сөнки уның үҙен дә олатаһы, атаһы ана шулай тәрбиәләгән. Атай-әсәйем, өләсәйемдәр нисек тәрбиәләгән, беҙҙең быуында ул мәңгелеккә һеңеп ҡалды. Мәҫәлән, бассейнда һыу ингәндә яңылыш ҡолап төшкән иңкеш, һағыҙаҡ, бал ҡорттары күрһәм, тотоп алып иреккә осорам, селәүсен, күбәләк, телмәрйендәрҙе лә борсомаҫҡа, урап үтергә тырышам. Ямғырҙан һуң һыулы ерҙә тын алыу ауырлашҡас, таш асфальтҡа сығып ятҡан селәүсендәр, лайлалы ҡусҡарҙарҙы йәлләйем, осрағандарын юлдан ситкә алып ташлайым. Уларҙы күпме халыҡ тапап уҙа!
Бер ваҡыт баҡсала көҙҙән компост өсөн һалынған кипкән үләндәрҙе контейнерға алып ташлайым тип һәнәк менән сәнсһәм, аҫтынан бер сысҡан йүгереп килеп сыҡмаһынмы! Уның ни эшләргә теләгәнен башта аңламаным: ҡараҡас нәмә һис тә ҡурҡмай йә минең янға йүгереп килә, йә кире кипкән үлән араһына кереп китә. Аптырағас, ипләп кенә үләнде ҡалҡытып ҡараным, унда яланғас биш-алты сысҡан балаһы ятҡанын күрҙем дә ипләп кенә өйөмдө икенсе урынға күсерҙем. Был хәлдән һуң мине шаҡ ҡатырғаны тағы ла шул булды: сысҡан-әсә аяғым тирәләй сыйылдап, ниҙер әйтергә теләгәндәй бер нисә тапҡыр уралды ла “өйө”нә инеп китте. Рәхмәт әйтеүе булғандыр, күрәһең.
Прага, Брно зоопарктарында филдәрҙең нисек һыу ҡойонғанын күргәнем булды – һоҡланғыс күренеш! Интеллект кимәлдәре иҫ китерлек: зоопарк хеҙмәткәре ни әйтә, шуны аңлап, барыһын да теүәл итеп башҡаралар. Чехияла көн һайын “Планеталағы тормош” тигән махсус телепрограмма күрһәтелә: унда ла филдәрҙең диңгеҙ буйында пляжда хас та кешеләр кеүек һыу ингәнен, ҡояшта ҡыҙынғанын күрһәттеләр. Уларҙың ҡылығы бар яҡтан да әҙәм затын хәтерләтә. Тимәк, юҡҡа ғына Ҡөрьән-Кәримдә “Фил” сүрәһе яҙылмағандыр.
Изге китапта бал ҡорттары хаҡында ла әйтелгән. Ә бына шул йән эйәләренең йәйен 30 ғына көн бал йыйыуын, бының өсөн көнөнә дүрт йөҙ километр юл үтеүҙәрен, бәлки, күптәр белмәйҙер.
Дельфиндар хаҡында ла кәлимә һүҙ әйтмәксемен. Алты метр бейеклеккә тиклем һикереүҙәре, һыу аҫтында ун биш минутҡа тиклем ятыуҙары... Ә юғарыға талпыныуҙары туғандары менән аралашыу өсөн кәрәк икән, сөнки бындай саҡта дельфин үҙенсәлекле тауыш сығара. Әйткәндәй, биш көнлөк дельфин балаһын бөтә ырыу-туғандары таный һәм ауыр саҡта ҡурсалай, тиҙәр. Әгәр юлда үҙҙәренән көслөрәк балыҡ, акула осрай икән, улар ҙа филдәр, аттар өйөрө кеүек, түңәрәк яһап сабыйҙарын уртаға ала ла дошмандарын эскә үткәрмәҫкә тырыша.
Ҡыш диңгеҙ төбөнөң мең метрға тиклем туңыуына ҡарамаҫтан, унда ла йәшәү дауам итә, ләкин бөтә балыҡтарҙың да диңгеҙҙә ҡан дошманы – акула түгел, ә полиэтилен пакет, сөнки шулар менән донъя тулған, хатта утрауҙар барлыҡҡа килгән. Әле кемдер ташлаған полиэтилен 300 йыл ерҙә серемәй ята, шуны онотмағыҙ! Күптән түгел Америка ғалимдары үҙҙәрен ярға ташлап һәләк иткән киттарҙың был ҡылығын түбәндәгесә анлатты: баҡтиһәң, улар диңгеҙҙә “аҙашып йөрөгән” ана шул пакеттарҙы балыҡтар менән бергә йотоп, ашҡаҙанын зарарлаған. Быйыл Тымыҡ океан ярҙарында үҙҙәрен һәләк иткән киттарҙың ашҡаҙанын ярып ҡарағандар һәм һәр береһенең ашҡаҙанында алты тонна полиэтилен тапҡандар! Ял итергә барһағыҙ, сүбегеҙҙе һыуға быраҡтырмағыҙ, зинһар. Диңгеҙгә йыл һайын 20 миллион тонна пластик әйбер ташлана, шулай булғас, һығымтаны үҙегеҙ яһағыҙ.
Полиэтилен быуатында йәшәйбеҙ. Ҡайҙа барһаҡ та, ҡайҙа баҫһаҡ та, шундай әйберҙәр, уларһыҙ хатта тормошобоҙҙо күҙ алдына ла килтерә алмайбыҙ. Магазиндарҙа иһә уларҙы бушлай алабыҙ, ә бушлай нәмә ҡәҙерһеҙ. Шуны иҫәпкә алып, хәҙер Европа илдәрендә тәбиғәтте һаҡлау маҡсатында полиэтилен пакеттарҙан баш тартырға йәки элекке замандарҙағы шикелле магазинға үҙеңдеке менән барырға тәҡдим итәләр. Чехияла иһә серей, ләкин тәбиғәткә зыян килтермәй торған пакеттар уйлап таптылар һәм бөгөн уларҙы күпләп етештереү хаҡында һүҙ алып баралар. Бында экология проблемаларын ҡайғыртҡан “Йәшелдәр” партияһы ла эшлекле тәҡдимдәр менән сығыш яһай.
Асылда Рәсәйҙең ҡайһы ғына еренә аяҡ баҫма, полиэтилен ташланмаған бер генә таҙа ерҙе осратмаҫһың. Урман ҡыҙырырға яратыусыларҙың артынан шундай шешә, памперстар ҡойола, элек иһә быяла шешә ватыҡтары ғына ятып ҡала ине. Бынан илле йыл самаһы әүәле беҙ бала саҡта йәйен яланаяҡ йөрөһәк, әле был хәл әкиәттәге ише ҡабул ителә.
Йылға-күл буйҙарына ла күҙ һалайыҡ. Меңдәрсә гектар ер ҡыйлыҡҡа әйләнгән, һыу буйҙарына һаман да йөкләп-йөкләп сүп ауҙаралар, шишмәләр ҙә таҙартылмай. Йыраҡ йөрөйһө түгел, Ишембай районының Ҡанаҡай ауылында тыуып үҫкән шағир Яҡуп Ҡолмойҙоң “көмөш һыулы Һәләүегем” тип һоҡланған һәм үҙем бала саҡта һыу ингән мул һыулы йылғабыҙҙы миҫалға килтерәм. Элек ат йөҙҙөргәндәр, ә хәҙер тауыҡ кисеп сыҡмалы булып ҡалған. Бәләкәй йылғалар туйындырмаһа, ҙурҙары йәшәй алмай. Ағиҙелебеҙгә ҡарағыҙ ҙа фәһем алығыҙ: күҙгә күренеп һайыҡты, ярҙарын үлән баҫып утрауҙар барлыҡҡа килде, төбө күренеп ята. Тарихҡа “мелиорация” исеме менән инеп ҡалған уҙған быуаттың 60-сы йылдар аҙағы – 70-се йылдар уртаһында ҡылынған хәлдәр бына шулай йылға-күлдәребеҙгә ҙур зыян килтерҙе. Тракторҙар менән һөрөп, ағастарын өйөп яндырып миллионлаған гектар урманды юҡҡа сығарҙы “аҡыллы башлы мелиораторҙар”. Ә бит шул ерҙәрҙә халыҡ бесән саба, еләк-емеш йыя, утын әҙерләй ине, ҡоштар бала сығара, йәнлектәр мыжғып тора торғайны, күпме байлыҡ юҡҡа сыҡты! Бынан кем файҙа күрҙе һуң? Дәүләтме, халыҡмы, тәбиғәтме?! Әйткәндәй, был хәл элекке “Коммунизм” колхозын барлыҡҡа килтергән Ҡанаҡай, Әхмәр ауылдарын да урап үтмәне. Һөҙөмтәлә һөрҙөрөлгән ерҙәрҙә үлән дә үҫмәне, торбалар ҡороп, шул ерҙәргә һыу һиптереү сәбәпле, Һәләүегебеҙ күҙгә күренеп һайыҡты.
Эй, замана, нисек үҙгәрҙең һин! Шул саҡтарҙы хәтерләһәң, хәҙер ус аяһындай ғына ҡалған, элек “Ҡалын тал” тип йөрөтөлгән етемһерәп ултырған урман киҫәгенә ҡарап илағылар килә, ә бит ошо ҡалын туғайлыҡтар күрше Сәлих ауылына барып тоташҡансы дауам итте, әле иһә биш саҡрымғаса һуҙылған шырлыҡтың исеме генә ҡалды.
Мәсьәләнең башҡа яҡтарына ла күҙ һалайыҡ, сөнки әлеге хәлдәр бөтә донъя буйынса күҙәтелә. Әҙәм балаһы фәһем ала белмәй. Мәҫәлән, Индонезияла кешегә һулар һауа биргән миллионлаған гектар урман ҡырҡыла һәм уның урынына пальма ағастары ултыртыла. Урманды урындағы халыҡ, ябай ғына итеп әйткәндә, яндырып юҡҡа сығара һәм был эш уларҙа йылдар буйы алып барыла. Бөгөн иһә меңдәрсә гектар ағастың яныуы сәбәпле, ауыл-ҡалалар төтөн еҫкәп йәшәргә мәжбүр, халыҡ ҡурылдай быумаһы, тын юлы ауырыуҙарынан яфалана. Ә пальмалар оҙаҡ үҫә, был ағастың уңышы йәки пальма майы ун йылдан һуң ғына буласаҡ.
Амазонка ла ҡорой, ул Ер шарына, тимәк, беҙгә кәрәк һулар һауаның (кислородтың) – 15, ә Себер 40 процентын бирә. Киләсәктә ни булыр? Әле ҡышын 40-50, йәйен 35 градус тропик йылылыҡ күҙәтелгән Себерҙә метан ятҡылыҡтарының асылыуынан ҡурҡалар. Һөҙөмтәһе иһә билдәле – ҙур янғындар сығасаҡ, донъя дөрләп янасаҡ.
Быға кәртә ҡуйыу өсөн ни эшләп була һуң? Урмандарҙы һаҡларға, ҡырҡмаҫҡа! Себер халҡы борон-борондан малсылыҡ, урмансылыҡ менән шөғөлләнгән. Тимәк, ауыл хужалығын ерҙең географик үҙенсәлеген иҫәпкә алып үҫтерергә кәрәк. Бөгөн шуның киреһе күҙәтелә – ерҙе һөрәләр, кукуруз, иген, картуф сәсәләр, йәнәһе лә, сәсеүлектәрҙе киңәйтәләр. Ә мул уңыш ала алмайҙар. Бына шулай барыһы ла киреһенсә эшләнә. Кешегә файҙаһы ғына булһын, ҡалғаны ҡыҙыҡ түгел... Аллаһы Тәғәлә әҙәм балаларына бар байлығын тигеҙ итеп бүлеп биргән: ҡайһылыр урынды – алтын, икенсе ерҙе – нефть, бүтәнен урман, йылғалар менән бүләкләгән. Ҡайҙалыр һыуыҡ, икенсе урында – сүллек. Бразилияның 80 процент тирәһе урманы киҫелеп, көтөүлеккә әйләнгәнен дә онотмайыҡ.
Урмандар ҡырҡылғас, унда көн иткән маймылдар, юлбарыҫтар, филдәр крәҫтиәндәр үҫтергән яландарға һөжүм итә, сәсеүлектәрҙе тапай, хәҙер хатта крокодилдар ҙа, акулалар ҙа кешегә ташлана, сөнки улар йәнлектәрҙең өлөшөнә инә, һәр береһен йәшәр еренән ҡыҫырыҡлап сығара. Балыҡтарҙың саманан тыш тотолоуы арҡаһында диңгеҙ фаунаһы баланс һаҡлай алмай. Билдәле булыуынса, һөмбаш (лосось) балығы ыуылдырыҡ сәсеү өсөн диңгеҙ үренә табан хәрәкәт итә һәм йыл һайын меңдәрсә километр юл үтеп, маҡсатына ирешә. Тап шул ваҡытта балыҡсылар лососте ыуылдырығы өсөн генә тота ла уны диңгеҙгә ырғыта – ә улар башҡа балыҡтарҙың ҡорбанына әйләнә. Сетка менән тотолған балыҡтарҙың да бер килограмы ҡалһа, биш килограмы үле килеш диңгеҙгә ебәрелә. Ошо хәлде күҙәткән ғалимдар һөмбаштың илауын киноға төшөргән! Эйе, телдәре булмаһа ла, әсә булырға ынтылғандар барыһын да аңлай, ауыр кисерә.
Башҡа йәнлектәр ҙә үҙҙәрен кешеләрҙең ҡыҫырыҡлап сығарыуына ҡаршылығын белдерә. Мәҫәлән, Прага зоопаркы, ә ул ҡырҡ километрғаса һуҙылған, йәнлектәргә тәбиғәткә яҡын шарттар тыуҙырып төҙөлгән. Шулай булһа ла, 2015 йылда бер фил балаһын ашатмайынса үлтерҙе. Зоопарк хеҙмәткәрҙәре фил балаһына ашарға һала, тик инәһе балаһын имеҙмәй ҙә, ашарға ла бирмәй. Һөҙөмтәлә ул аслыҡтан үлде. Хайуандар тормошон өйрәнеүсе ғалимдар үҙҙәренсә былай фаразланы: моғайын да, фил балаһының үҙҙәре шикелле тыуғандан алып үлгәнгә тиклем аяҡтары сылбырлы көйө төрмәлә йәшәүен теләмәгәндер. Шулай тим, сөнки үҙемде фил-әсә урынына ҡуйып ҡараным. Аслы-туҡлы йәнлектәр бикләнгән зоопарктарға ҡәтғи ҡаршымын! Ниндәйен генә алма, барыһы ла – юлбарыҫмы ул, айыумы, маймылмы – үҙҙәре йәшәгән ерҙән тайыу яғын ҡарай. Быйыл Прага зоопаркынан бер пума ҡасып юғалды һәм әлегәсә тапманылар.
Философияла “сәбәп-һөҙөмтә” тигән төшөнсә бар – әгәр берәй нәмә дөрөҫ эшләнмәһә, уның ниндәйҙер сәбәбе була. Шуның кеүек урмандарҙың вәхшиҙәрсә ҡырҡылыуы йылғаларҙың ҡороуына алып килә. Шул уҡ Индонезияла, Непалда, Һиндостанда, Малиҙа һәм Африка илдәрендә йылғалар ер аҫтына төшөп бөттө, шуға бында хәҙер эсәр һыуҙы ҡойо ҡаҙып алалар, Непалда иһә бөтөнләй һыу юҡ. Һыуҙар Көньяҡ Кореяла, Африкала ла ҡорой – хәҙер был ерҙәрҙә йәшәгән халыҡтар Европаға күсенә, сөнки ресурстары таланып юҡҡа сыҡҡан.
Тарих һөйләүенсә, күп кенә Африка, Азия илдәре халыҡтары быуаттар буйы Европаның Англия, Франция, Германия кеүек илдәренең ҡоллоғонда йәшәне. Мәҫәлән, 2017 йылда Һиндостандың үҙаллылыҡ яулауына 70 йыл тулды. Тап шунса ваҡыт элек инглиздәр иҙеүенән ҡотолғас, улар Һиндостан һәм Пакистан тигән ике илгә бүленә. 14 миллион самаһы мосолман Пакистанға күсеп китә. Бөгөн был илдәрҙең икеһендә лә халыҡ һаны йылдам арта. 2012 йылда Һиндостандың халҡы бер миллиардҡа етте! Ике илдә лә һыу проблемаһы киҫкен тора, ауылдарҙа бер-ике биҙрә һыу алыу өсөн ҡатын-ҡыҙҙар әллә нисә километр алыҫлыҡтағы ҡойоға барып сират тора. Ике ил халҡы ла үҙ ерҙәрен күптән сүп өйөмөнә әйләндереп, байлығын ҡулланып бөткән инде – әле улар ожмахтай күреп барыһы ла Европаның иң бай илдәре иҫәпләнгән Германия, Франция, Англия, Италия, Норвегияға ағыла.
Хәҙер илдәрҙәге бысраҡ һауа мәңге иремәҫ ҡалын боҙ, ҡар ҡатламдары менән ҡапланған Гималай тауҙарына ла үтеп инде – унда боҙлоҡ иреп аға башланы. Арктикала ла хәлдәр шәптән түгел, ундағы айсбергтар ҙа шиңә бара. Был хәл хәҙер диңгеҙ кимәленең йыл һайын алты сантиметрғаса күтәрелеүенә сәбәп булды.
Быйыл Европала тропик эҫелек күҙәтелде. Афәт алты йөҙ йыл һуғыш күрмәгән ожмахтай бай илдәрҙең береһе Швейцарияны ла урап үтмәне: унда ла меңәр йылдар ятҡан Альп тауҙарындағы ҡалын боҙлоҡтар иреп аға башланы. Шуныһы аяныслы: ғалимдар ошо глобаль хәлде туҡтатып булмаясағын, уның киләсәк өсөн ҡурҡыныс булыуын иҫкәртте.
Йылғалар Америкала ла ҡорой. Көньяҡ Америкала һыуҙы күнәк менән ташып эсәләр, сөнки йылғалар төпкә төшөп бөткән йәки ҡороған. Канадала ылыҫлыларҙың ҡырҡылыуы, нефтте һурып алғандан һуң урмандарҙың аяныслы хәлдә ҡалыуы арҡаһында йылғаларҙың ҡороуы, ылыҫлы ағас төрҙәренең юғалыуын билдәләй. Бөгөн Америкала 60 процент ер кукуруз плантациялары менән ҡапланған, сөнки ул мал өсөн кәрәк. Әйтергә кәрәк, был ил донъяла ит ашау буйынса беренсе урынға сыҡты, ә артыҡ һимеҙлек милли бәлә тип иғлан ителде. Шулай уҡ ел, ҡояш энергияһын иң күп ҡулланыусы ил һанала, ә был үҙ сиратында бал ҡорттарының юғалыуына килтерә. Улар ҙа юҡҡа сыҡһа, планетала йәшәүҙең бөтөүен аңлауы ауыр түгелдер, сөнки бал ҡорттары үҫемлектәрҙе һеркәләндерә. Әйткәндәй, Ҡөрьән-Кәримдә бал ҡорттары хаҡында ла махсус сүрәлә әйтелгән.
Ҡоролоҡтоң йыш ҡабатланыуы, һыуҙарҙың ҡороуы Европала ла күҙәтелә: әгәр ҙә 2016 йылда донъяның 14 илендә ҡоролоҡ булһа, быйыл иһә ҡарт ҡитғаның 11 дәүләтендә, шул иҫәптән Чехия Республикаһында ла йөҙәрләгән бәләкәй йылға кипте, ҙурҙары һайыҡты, уңыш ҡороно. Һөҙөмтәлә иген, еләк-емеш насар үҫте, онға, икмәккә, майға, картуфҡа хаҡ артты, май-июнь айҙарында ҡар яуыу сәбәпле еләк-емеш тә үҫмәне. Әгәр ҡоролоҡ кисергән илдәргә ярҙам итеү, тимәк, унда йәшәгән халыҡтарҙы ашатыу-эсереү өсөн 552 миллиард евро аҡса китһә, был һан быйыл күпкә артасаҡ.
Африка илдәрендә тәбиғәт менән гармонияла йәшәргә тырышҡан халыҡтар ҡоролоҡтан ҡотолоу өсөн боронғо йолаларын тергеҙергә тырыша. Мәҫәлән,Төньяҡ Африкала һыу һибешәләр. Унда быйыл да ямғыр теләп халыҡ һыу уйыны ойош­торҙо, һыуға төшөп Йософ (Иисус) пәйғәмбәрҙең тәреһен һалдылар. Тәре ер-һыу тигәнде аңлата, ә беҙҙә, башҡорттарҙа иһә һыуға тәңкә ташлау йолаһы бар.
Һуңғы биш-алты йылда тәбиғәттең аномаль күренештәрен өйрәнгән ғалимдар ерҙең илауын да киноға төшөрөп алды. Моңһоу күренеште Монголияла, Канадала, Австралияла күҙәттеләр – телетапшырыуҙа ерҙең ҡот осҡос ыңғырашыуын, һулҡылдауын ишетеп, мин дә аптыраным, әйтерһең дә, тамуҡ тауышы! Уны Европала төрлөсә аңлатып ҡаранылар, тик берәү ҙә аныҡ ҡына яуап таба алманы. Минеңсә, яуапты тик Ҡөрьән-Кәрим генә бирә алалыр. Был туралағы тәфсирҙә ”әгәр берәй ваҡыт ерҙе бысратып, талап бөтөрһәгеҙ, әгәр ҙә ул күсәренән ысҡынып зыр әйләнә башлаһа һәм бушлыҡҡа осһа, уны туҡтатыу көсө булмаясаҡ” тигән һүҙҙәр уйландыра.
Кешенең Тәбиғәт-әсәне мыҫҡыллауы, вәхши­ҙәрсә талауына ҡарата Аллаһ Тәғәлә беҙҙе даими рәүештә иҫкәртеп тора, тип уйлайым, тик әҙәм балалары быны ишетмәй ҙә, күрмәй ҙә. Шул уҡ һыу баҫыуҙар, йылғаларҙың ҡороуы, Ай һәм Ҡояш тотолоу, ел-дауыл ҡотороуы, вулкандар урғылыуы – былар барыһы ла Ер-әсәнең әҙәм балаларын киҫәтеүе.
Быйыл йәй Чехияла августың тәүге ун көнөндә ғәжәп көслө ел-дауыл ҡубып, Наход ҡалаһында ғына 19 йортто емерҙе, 15-е ҙур зыян күрҙе: халыҡ йорт ҡыйыҡтарының әллә күпме йыраҡлыҡта ятыуына ғәжәп ҡылды. Ә күк күкрәп ямғыр яуғанда, белгестәр йәшендең бер минутта алтмыш тапҡыр ялтырауын теркәгән – ошо яман төндәрҙә елдең ҡот осҡос илауына уянып, мин үҙем дә таң атҡансы йоҡламаным. Торнадолар элекке йылдарҙа Италияла ғына булһа, хәҙер Чехияла, Көнсығыш Европала ла күҙәтелә. Шулай уҡ 2002 һәм 2012 йылдарҙа Чехияла көслө һыу баҫыуҙар теркәлде, тәүгеһендә Прага ҡалаһының 10 мең кешеһе ҡотҡарылды һәм ҡурҡыныс янамаған ергә күсерелде, бөтәһе 20 миллиард долларлыҡ зыян килде.
Чехияла Ай тотолдо, уның өстән бер өлөшө генә күренде. Ә унан алда Ай ҡолаҡланғайны – йоҡоһоҙлоҡтан интегәм, шул мәлдә үҙен фотоға төшөрөп алдым. Ҡояш та даими рәүештә тотолоп тора.
2014 йылдан башлап Европала парктарҙа ағастар ҡорой башланы, сәбәбе – эстән һыҙланалар. Был хәл Чехияла ла күҙәтелде, республиканың иң эре ҡалаларында ауырыу ағастарҙың сире башҡаларына йоҡмаһын өсөн, тотош парктарҙы юҡ иттеләр.
Күҙәтелгән миҫалдар буйынса ғына ла тәбиғәтте һаҡлауҙың киләсәкте яҡлау булыуына ышанмайынса сарабыҙ юҡ һәм башҡа дәлилдәр кәрәкмәйҙер ҙә. XXI быуатта тәбиғәтте һаҡлау проблемаһы айырым бер илдең генә түгел, ә бөтә донъяныҡы булып ҡала. Бармаҡтың ҡайһыһын ғына тешләмә, барыбер ҡулың ауырта. Шуны иҫәпкә алып, Европа дәүләттәре тәбиғәттән зыян күргән хәлдә бер-береһенә ярҙамлашыу өсөн үҙ-ара берләшеп Килешеү төҙөнө. Документҡа Америка ла теләп ҡушылды, сөнки унда ла шул уҡ проблема. Килешеү нигеҙендә бер-береңә ярҙамлашыу ғына түгел, ә тәбиғәтте һаҡларға өйрәтеү ята. Йылға-күл, урмандарға сүп ташлау, ҡысҡырып һөйләшеү, ҡайҙа етте шунда машина менән туҡтап ял итеү, усаҡ яғыу, урманды бәҙрәфкә әйләндереү, һунар итеү, балыҡ тотоу ҡанун менән тыйыла. Законды үтәмәгән кешегә ҙур штраф ҡаралған, хатта төрмәгә ултыртыуҙары мөмкин. Һәр дәүләттә кешенең мейеһенә һеңһен өсөн көн һайын тәбиғәт донъяһы хаҡында һөйләнгән телетапшырыуҙар ойошторола – был да үҙенә күрә реклама, туризмды үҫтереү һәм тәбиғәтте һаҡлауға ишара.
Хәҙер Европа илдәрендә халыҡ ҡиммәтле йәнлек тиреһенән тегелгән кейем кеймәй, сөнки уның өсөн хайуандарҙы үлтерергә кәрәк, уның урынына кейем тегеү концерндары юлбарыҫ, кеш, төлкө, бүре, ҡуян тиреләренән ҡалышмаған яһалма материалдарҙан тегелгән тундар тәҡдим итә. Былай уңайлы ла, матур ҙа, кейектәр ҙә имен ҡала. Чехияла ла ҡиммәтле тиреле йәнлек фермалары ябылып бөтөп бара.
Хәҙер берәү ҙә, әгәр өсөнсө донъя һуғышы була ҡалһа, уның ресурстар өсөн буласағына шикләнмәй, сөнки йылға-күлдәр, урмандар ҡорой, ерҙең майы – нефть бөтә. Альтернатива урынына ел, ҡояш энергияһы файҙаланыла, сүптәр сорттарға айырып түгелә. Консервалар, ҡағыҙҙар, полиэтилен шешәләр, быяла әйберҙәр контейнерҙарға һалына. Полиэтилен, быяла шешәләрҙе, мәҫәлән, Германияла 50-шәр центҡа тапшыралар, ике шешә бер евро тора. Һәр ғаилә контейнерға ташланған сүп-сар өсөн аҡса түләй. Айлыҡ ҡыйың билдәләнгән ауырлыҡтан ашһа, өҫтәп түләйһең. Түләмәһәң, ул өйөңдә ҡала. Чехияла йылына һәр кешегә 500 крон, беҙҙеңсә иҫәпләгәндә 1500 һум түләйбеҙ. Урам буйҙарында быяла, полиэтилен, үҫемлек ҡалдыҡтары (үлән, ағас) кеүек һәм төҫһөҙ шешә, консерва банкалары өсөн бактар ҡуйылған. Уларҙы, әлбиттә, беҙҙәге һаҫыҡ һәм бысраҡ сүп йәшниктәре менән сағыштырып булмай.
Мин үҙем полиэтилен әйберҙәрҙең береһен дә дөйөм сүп һауытына ташламайым, ҡағыҙ ҙа айырым контейнерға һалына йәки уларҙы аҡсаға ҡабул итеү пункттары бар. Ауыл-ҡасабаларҙа һәр урамда био-контейнерҙар ҡуйылған. Унда кеше баҡса сүптәрен ташлай, һуңынан уларҙы Праганан йөҙ саҡрым алыҫлыҡта төҙөлгән ғәйәт ҙур ҡоролмаға илтәләр. Үлән, киҫелгән ағас ботаҡтары ятып серегәс, ашлама итеп, яңынан халыҡҡа һатыла. Шулай итеп, кешеләр ҙә бынан ота, йылға-күл буйҙары ла сүплеккә әйләнмәй. Ғөмүмән, Европала сөбөрләп кенә аҡҡан бәләкәй генә йылғасыҡҡа тиклем таҙартып торола һәм һаҡлана, сөнки бында тәбиғәтте ҡурсалауға йөҙ йыл самаһы элек үк етди ҡарай башлағандар, ҙур тәжрибә туплағандар. Үҙегеҙ сағыштырып ҡарағыҙ: ҡарт ҡитғала – 500, ә икһеҙ-сикһеҙ Рәсәйҙә 148 миллион ғына халыҡ йәшәй! Айырма ҙурмы? Шунсама халыҡҡа күпме һыу кәрәк тә күпме ер, ризыҡ, кейем талап ителә! Ә Рәсәйҙә ер иркен, ресурстар күп, йылға-күлдәр иҫәпһеҙ. Был ошо байлыҡтың уртаһында ултырған беҙҙең халыҡты борон-борондан бошмаҫлыҡҡа, вайымһыҙлыҡҡа килтергән. Үҙемдән сығып ҡына бер миҫал килтерәм: һуғыштан һуң ун дүрт йыл үткәс тыуған баламын. Мәктәптә уҡыған йылдарҙа биология, география дәрестәрендә уҡытыусы­ларыбыҙ: “Донъя – мәңгелек ул, ә кеше – тәбиғәттең Аллаһы, кеше бар нәмәнән дә көслө, хатта йылғаларҙың ағышын кире бора, йыһанға оса”, – тип маҡтаныу һүҙҙәре әйтә торғайны.
Эйе, Айға, йыһанға ла остоҡ, йылғаларҙы ла йүгәнләнек, гидроэлектростанциялар төҙөнөк, тик тәбиғәтте һаҡларға ғына өйрәнмәнек. Былтыр тормош иптәшем Владимир менән Себерҙең туғыҙ өлкәһендә йөрөп, “йүгәнләнгән” Енисей, Ангара һәм башҡа ҡеүәтле йылғаларҙың бысраҡлығын (һыу инергә ярамай!), элек Байкал күленә ҡойған эреле-ваҡлы йылғаларҙың кибеүен, тимәк, күлдең киләсәктә һыуы кәмейәсәген күреп әсендек. Бына ҡайҙа саң һуғырға кәрәк беҙгә! Ә бит Ер шарының иң боронғо, иң таҙа һыулы ошо һыуына бөгөн ҡытайҙар күҙ һала, меңәрләп ял итәләр.
Себер урмандарының йыл һайын яныуына ла күҙ йомоп булмай. Хәйер, был хәл хәҙер тотош планетала күҙәтелә. Быйыл Европа дәүләттәренең барыһында ла ай һайын тиерлек урман янғындары сығып торҙо, сәбәбе ҡитғала тропик эҫелек булыуында. Был хәл Себерҙә лә күҙәтелә. Былтыр унда һауа температураһы плюс 35-36 градусҡа тиклем күтәрелде. Ә сәбәбе анлашылалыр ки: киләһең-киләһең, исеме бар, ә йылғаһы – юҡ. Ҡайҙа булған? Ҡороған. Ни өсөн? Аңлатам: сөнки ошо йылға буйында ерҙәрҙе һөрөп иген сәскәндәр. Ә Себерҙә, билдәле булыуынса, йәй бик ҡыҫҡа. Сирен, алмағастар июнь аҙағында ғына сәскә ата, ай аҙағында ғына картуф утайҙар. Сәскән игендең өлгөрөүе лә икеле, өлгөрһә лә, уңыш түбән. Хәйер, бындай хәлгә халыҡ та өйрәнеп бөткән. Аптырамай ҙа, иҫе лә китмәй. Йоҡолағы кеүек йәшәй: сөнки ере иркен, байлығы күп. Ә Ер-әсә оран һала, тик беҙ генә уны ишетмәйбеҙ... Йоҡлайбыҙ әле. Йоҡлайбыҙ...
Һыу – Ер-әсәнең иң ҡиммәтле бүләге, шуға күрә мәҡәләмде һыуға бәйләп тамамлайым һәм “Иң тәмле ҡәһүә ҡайҙа?” тигән һорауға яуап эҙләйем. Европаға килһәгеҙ, үҙегеҙ ҙә ышанырһығыҙ. Ләкин алғараҡ китеп, иң тәмле һыу Германияла икәнлеген әйтәм. Иң мул һыулы йылғалар – Влтава, Эльба һәм Днепр. Чехтар Эльбаны Лабэ тип атай. Ә бит Лабэ Чехияла ғына аҡмай, ул Германияны ла һуғара. Ә хәҙер күҙ алдына килтерегеҙ: әгәр Чехияла йылғаның таҙалығын хәстәрләмәһәләр, немецтар чехтарҙан бысраҡ йылға ала булып сыға, шулаймы? Һәр дәүләттең айырым ғына үҙ йылғаһы юҡ та инде, һәм был мөмкин булмаған хәл.
Былтыр чехтар менән немецтар Лабэның таҙалығын һаҡлау буйынса бик ныҡ бәхәсләште, үпкәләште: немецтар, беҙ барыбыҙ ҙа бер йылғаның һыуын эсәбеҙ, ә һеҙ, чехтар, беҙгә бысраҡ һыу ағыҙаһығыҙ, завод-фабрикалар, ­пред­прия­тиеларҙың бысрағын яҡшылап таҙартмайһығыҙ, тип дәғүәләште, бөтә бысраҡ һыу Лабэ аша беҙгә килә, тип ҙур суммала штраф һалды. Һәм бәхәс барышында бер үк йылға һыуын ике илдә тикшереп, һөҙөмтәһен халыҡҡа еткерҙеләр. Прагматик немецтар бәхәсте хәл итеүҙең ябай ғына ысулын эҙләп тапты шулай ҙа: улар Лабэ һыуынан әҙерләнгән Чехия һәм Германия ҡәһүәләрен сағыштырып, уның сифатын билдәләне. Һөҙөмтә шуны күрһәтте: Германияла әҙерләнгән кофе иң сифатлыһы, иң тәмлеһе булып сыҡты, ә чехтарҙыҡы күпкә ҡайтыш ине. Ни өсөн? Бер үк йылға һыуынан әҙерләнгән дәбаһа. Сәбәбе ябай ғына: немецтар һыуҙы таҙартыу өсөн миллиардтарса доллар аҡса түгә, ә чехтар – миллионлап ҡына. Билдәле ки, һыу – ул сәләмәтлек. Бер үк һыуҙы ололар ҙа, балалар ҙа эсә. Ә бысраҡ һыу эскәндәрҙән ауырыу быуын үҫеп сыға. Был турала “Урал батыр”ҙа ла: “Күлдең һыуын эсмәгеҙ!” – тиелгән бит. Тимәк, борон-борондан әҙәм заты Ер йөҙөндә ныҡ үрсеп, күбәйеп, ерҙең ҡыртышын ашап, һыуын эсеп бөтөрөп, тәбиғи һәләкәттәргә ҡаршы тора алмайынса юҡҡа сығыу ихтималы хаҡында киҫәтә. Мифтарҙа иң таралған сюжет – туфан һыуы ҡалҡыуы, планеталағы бөтә тереклектең һыу аҫтында ҡалып һәләк булыуы ла шул турала һөйләй.
Йыйып әйткәндә, өсөнсө мең йыллыҡҡа кешелек эсәр һыуҙарын бысратып, урмандарын киҫеп, тәләфләп, “ер елеге” – нефтте һурып килеп инде. Ә һыуһыҙ тормоштоң үҙе юҡ, әҙәм бер аҙна ас торорға мөмкин, ә һыуһыҙ бер көн дә йәшәй алмай. Тоҙло диңгеҙ һыуын сөсө һыуға әйләндереү буйынса ла күп эшләйҙәр, тик ул бик ҡиммәткә төшә. Тимәк, хәҙергә булғанын ипләп ҡулланырға, таҙа тоторға, бының өсөн көстө, аҡсаны йәлләмәҫкә кәрәк. Һуғыш, ҡорал һатыуға киткән сығымды ошо эшкә файҙаланһалар, кешелек отор ғына ине.
Шәхсән үҙебеҙгә килһәк, шул иҫәптән беҙҙең Башҡортостанда ла завод торбалары аша бысраҡ һыуҙар туранан-тура Ағиҙелебеҙгә аға, ә таҙартыу ҡоролмалары бөтөнләй иҫкергән һәм яңыртылмаған. “Эскән һыуыңа төкөрмә” тигән әйтем бар, тик беҙ төкөрөүҙе дауам итәбеҙ, яңы ҡоролмалар төҙөүҙе иртәгәгә ҡалдырабыҙ, Европа тәжрибәһен өйрәнмәйбеҙ. Тәбиғәткә балабыҙға ҡараған кеүек ҡарамайбыҙ. Мәҡәләмде ябай ғына бер миҫал менән тамамлайым.
...Бынан ун биш йыл самаһы элек мин Яңауыл ҡалаһында ҡунаҡта булдым. Икенсе көндө хужалар һыу һаҡлағысты күрһәтәбеҙ тип алып китте. Килһәк, иҫем китте: уның буйында береһенән-береһе зиннәтле һарайҙарға оҡшаш, һәр береһе тимер рәшәткә менән уратып алынған бай коттедждар теҙелеп киткән... Быларҙың да бик бай йорто бар икән, индек. Ҡунаҡсыл хужалар мунса яҡты. Мунса инәләр ҙә һыу һаҡлағысҡа төшөп сумып сығалар былар, мине лә өгөтләйҙәр. Ә иртәгәһенә хужабикә кер йыуҙы... һәм бысраҡ һыуын шул уҡ һыу һаҡлағысҡа ағыҙҙы... Шул саҡ ошо һыуҙы тотош ҡала халҡы эсеүен уйлап, иларҙай булып торғанда, ирекһеҙҙән Урал батырҙың: “Күлдең һыуын эсмәгеҙ!” – тигән һүҙҙәре яңынан иҫкә төштө...
“Нимә һуң ул киләсәк? Унда кемдәр киләсәк?” – тип Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғарипов иҫкәрткәйне. Үҙ илендә пәйғәмбәрҙәр булмай, тиҙәр... Әллә шул дөрөҫмө икән?!

Миләүшә ГОДБОДЬ,
Рәсәй һәм Башҡортостан
Журналистар союзы ағзаһы.


Чех Республикаһы.


Вернуться назад