Хеҙмәткә хоҡуҡтары бар ҙа ул...17.10.2017
Хеҙмәткә хоҡуҡтары бар ҙа ул...Ошо йыл аҙағына саҡлы беҙҙең республикала дүрт меңдән ашыу инвалидты эшкә урынлаштырырға кәрәк. Башҡортостан Хөкүмәтендәге кәңәшмәлә ошо мәсьәләне хәл итеү юлдары билдәләнде.


– Бөгөн күптәрҙең аңында һаулығы буйынса мөмкинлектәре сикләнгән кеше эшләмәҫкә тейеш һәм уның эшләргә теләге лә юҡ тигән стереотип һаҡлана, – тине Хөкүмәт Премьер-министры Рөстәм Мәрҙәнов. – Ләкин инвалидтар араһында эшкә урынлашырға һәм бойондороҡһоҙ булырға теләгәндәр байтаҡ. Хеҙмәткә хоҡуҡ – һәр бере­беҙҙең тәбиғи һәм айырып алмаҫлыҡ хоҡуғы. Инвалидлыҡҡа дусар булыу был хоҡуҡты тормошҡа ашырыуға кәртә ҡуя алмай. 2012 йылда Рәсәйҙә Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының Генераль ассамблеяһы резолюцияһы нигеҙендә Инвалидтар хоҡуғы буйынса конвенцияһы ҡабул ителде. Был инва­лидтарҙы эш менән тәьмин итеүҙе тарихи яҡтан билдәләй.
Ошо Конвенцияға ярашлы, 2020 йылға тиклем хеҙмәт йәшендәге һәр икенсе инвалид эшкә урынлашыу мөмкинлегенә эйә булырға тейеш. Башҡортостан өсөн 2017 йылға ҡарата инвалидтарҙы мәшғүллеккә йәлеп итеү буйынса түбәндәге күрһәткестәргә өлгәшеү маҡсаты ҡуйыла:
= хеҙмәт йәшендәге инвалидтар араһында эшкә урынлаштырыл­ған­дары 27 процент тәшкил итергә тейеш (1 сентябргә ҡарата ошо күрһәткес – 23 процент);
= эшкә урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән инвалидтар араһында был маҡсатҡа ирешә алғандарҙы 38 процентҡа еткереү ҡарала (әлеге мәлдә – 47,3 процент).
Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, быйыл 1 сентябргә беҙҙең республикала хеҙмәт йәшендәге 77 654 инвалид бар ине. Шуларҙан 17 851 кешенең, йәғни инвалидтарҙың дөйөм һанының 23 процентының, быйылғы ғинуар – июнь айҙарында эш урыны булған. Хеҙмәт хаҡы алыу мөмкинлеге булғандар, нигеҙҙә, өсөнсө төркөм инвалидтары. “Улар 70 меңдән ашыу булһа ла, эшкә йөрөргә һәләтлеләре күпкә аҙыраҡ, сөнки байтаҡ ҡына хеҙмәт урындарында һаулыҡ торошо буйынса сикләүҙәр бар”, тиелә министр­лыҡтың аңлатмаһында. Башҡортос­тандың төп медик-социаль бюроһы белешмәһенән күренеүенсә, былтыр хеҙмәт йәшендәге граждандар өсөн 25 меңдән ашыу шәхси реабилитация һәм абилитация программалары төҙөлгән, ләкин шуларҙың 67 процентында ғына эшкә барыу мөмкинлеге ҡарала.
Быйыл һигеҙ айҙа республиканың мәшғүллек органдарына 2 338 инвалид эшкә урынлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт иткән, шуларҙың 1 106-һы (йәғни мөрә­жәғәт иткәндәрҙең 47,3 проценты) хеҙмәт урынын тапҡан. Мәшғүллек үҙәк­тәренә мөрәжәғәт иткән барлыҡ халыҡ араһында инвалид­тарҙың өлөшө былтыр 3,4 процент булһа, быйыл ошо күрһәткес 3,8 процентҡа еткән. Был осраҡта эшкә урынлаштырылған инвалидтар һаны үткән йылда 29 процентты тәшкил иткән, ә быйыл, күренеүенсә, ике тапҡырға тиерлек артҡан. Барлыҡ мәшғүллек үҙәктәренә инвалидтарҙы эшкә урынлаштырыу кимәлен күтәреү буйынса пландар еткерелгән. Рәсәй Хеҙмәт министрлығы мәғлүмәттәренә ярашлы, быйылғы тәүге ярты йыллыҡ йомғаҡ­тары буйынса Башҡортостанда хеҙмәт урыны һорап мөрәжәғәт иткән инвалид­тарҙы эшкә урынлаштырыу кимәле Рәсәй буйынса уртаса алғандан юғарыраҡ: ил буйынса – 43,7 процент, беҙҙең республикала – 45,7 процент.
Бөгөн инвалидтарҙың әлеге эш урындарын һаҡлап ҡалыу ғына түгел, ә йыл аҙағына саҡлы өҫтәмә рәүештә 4 мең 300-ҙән ашыу инвалидты эшкә урынлаштырыу мөһим. Был мәсьәләне ҡала һәм район хакимиәттәре, мәшғүллек үҙәгенең, инвалидтарҙың йәмәғәтселек ойошмаларының һәм эш биреүселәрҙең берлектәге тырышлығы менән генә хәл итергә мөмкин. Хакимиәттәргә инвалид­тарҙың мәшғүллек кимәлен район һәм ҡалаларҙың социаль-иҡтисади үҫеш рейтингына индерергә тәҡдим ителә.
Былтыр Рәсәй Хөкүмәте йәш инва­лидтарға ярҙам итергә тейешле махсус план ҡабул иткәйне. Бындай йәштәргә эшкә урынлашыу еңел түгел: эш би­реүсе, артыҡ сығымдар, инвалид­тарҙы эш сәғәттәренән тыш алып ҡалыу мөмкинлеге булмау һәм өҫтәмә отпуск биреү кәрәклеге сәбәпле, уларҙы үҙ ойошмаһына ҡабул итеүҙән баш тарта, ләкин айырым ойошмалар бының заман талабы булыуын аңлай. Мәҫәлән, Өфө моторҙар эшләү берекмә­һендә әле 396 инвалид хеҙмәт итә. Республика Хөкү­мәте Премьер-министры Рөстәм Мәрҙә­нов башҡаларға ошо предприятиеның тәжрибәһен өлгө итеп алырға, шулай уҡ инвалидтарҙы квотанан тыш та ҡабул итеү өсөн шарттар тыуҙырырға тәҡдим итте.


Вернуться назад