Тыныс юлдан ғына елдерһәң икән17.10.2017
Рәсәй юлдары буйлап елдергәндә юлдың сифатын ғына түгел, ә автогражданлыҡ яуаплылығы ҡағиҙәләрен теүәл күҙәтеүҙе лә онотмаҫҡа кәрәк. Ә уны еренә еткереп үтәү еңелдән түгел, сөнки туҡтауһыҙ үҙгәреп тора. ОСАГО тураһындағы ҡануниәткә быйыл яҙ уҡ үҙгәрештәр индерелһә лә, аңлашылмаған һәм хәл ителмәгән урындарҙы асыҡлау буйынса бәхәстәр һаман дауам итә.


Яңы ҡанун ҡағиҙәләренә ярашлы, аварияла сит автомобилдән зыян күргән машина ОСАГО буйынса түләү алмай, ә ғәйепле яҡтың страховкалаусы компанияһы иҫәбенә автосервисҡа йүнәтергә ебәрелә. Ремонтҡа 30 көн ваҡыт бирелә һәм ярты йылдан алып бер йылға саҡлы гарантия шарты ҡуйыла. Был осраҡта ОСАГО фәҡәт яңы запчастар ҡуйыуҙы талап итә, ләкин изге ниәттән ҡабул ителгән ҡанун автосервис белгестәрен ҡыйын хәлгә ҡуя: Рәсәй автомобилдәренең яртыһынан ашыуы ун йылдан күберәк файҙаланыла, һәм автослесарҙар уларға яңы запчастар ғына түгел, иҫкеләрен дә таба алмай. Ахыр килеп, машина хужалары түләүҙе элеккесә аҡсалата аласаҡ.
Бынан тыш, Дәүләт Думаһы ОСАГО буйынса ремонтты үҙгәртеү тураһындағы ҡанунды ла әҙерләй башланы. “Ғәҙел Рәсәй” фирҡәһенән депутат Михаил Емельяновтың ошо маҡсатта тәҡдим ителгән проекты беренсе уҡыуҙа былтыр декабрҙә үк ҡаралғайны. Финанс буйынса комитет етәксеһе Анатолий Аксаков әйтеүенсә, уны тейешле кимәлгә еткереү өсөн Үҙәк банк, Финанс министрлығы, страховкалау компаниялары һәм автомобилселәр етәкселәре ҡатнашлы­ғындағы эшсе төркөм төҙөлгән. Тикшереү барышында ошо проектҡа 62 төҙәтеү индерелгән, уларҙың 26-һын комитет ҡабул иткән. “ОСАГО тураһындағы ҡануниәт социаль яҡтан ҙур әһәмиәткә эйә, шуға уны ентекле әҙерләйбеҙ”, – ти Аксаков.
Ниндәй төҙәтмәләр улар һәм беҙгә, автомобиль йөрөтөүселәргә, нимә бирә ала? Проекттың тәүге бирелешендә страховкалаусы зыян күргән машина хужаһына аҡсалата түләргәме, әллә ремонтҡа ебәрергәме икәнен үҙе һайларға хоҡуҡлы ине. Был осраҡта һайланған автосервис предприятиеһы халҡы 500 мең кешенән ашҡан ҡалаларҙан – 10 километрға һәм бәләкәйерәк ҡала һәм ауылдарҙан 200 километрҙан да алыҫыраҡ булмаҫҡа тейеш. Төҙәтелгән вариантта иһә күпселек осраҡта ремонт ҡулланыу күҙ уңында тотола. Фәҡәт йүнәтеү хаҡы 400 мең һумдан ашҡан авариялар, зыян күргән кеше инвалидлыҡ алған йәки уның йәшәгән еренән, йәки авария урынынан 50 километрға тиклемге алыҫлыҡтағы сервисҡа ебәреү мөмкинлеге ҡалмаған осраҡтар өсөн генә иҫкәрмә яһалған.
Яңы вариантҡа ярашлы, сервисты зыян күреүсе үҙе һайлай, ләкин уларҙың исемлеген страховкалаусы бирә. Яңы (ике йылға тиклемге) һәм гарантияла булған автомобилдәрҙе страховкалаусы уларҙың рәсми дилерында ғына йүнәтергә хоҡуҡлы, уларға тик яңы запчасть ҡына ҡуя алалар. Был осраҡта гарантия – алты ай, кузовты төҙәткән һәм буяған осраҡта иһә ул бер йыл тәшкил итә. Ремонт ваҡыты машинаны сервисҡа килтереп тапшырған көндән алып 30 тәүлектән дә оҙағыраҡҡа һуҙыла алмай.
Төҙәтмәләр юлдағы бәрелештә ике автомобилдән күберәк зыян күргән осраҡта ла ОСАГО полисы һатып алынған страховкалаусыға мөрәжәғәт итергә ҡуша (быға саҡлы ике автомобилдән ашмаҫҡа тейеш тигән шарт ҡуйыла ине). Ремонт сифатһыҙ була ҡалһа, бының өсөн страховкалаусы яуап бирә – был турала ялыу була ҡалғанда, Үҙәк банк ошо компанияның машиналарҙы ремонтҡа илтеү хоҡуғын сикләй ала. Йүнәтеү ваҡытын һуңлатҡан өсөн страховкалаусы һәр кисектерелгән көн өсөн ремонт хаҡының 0,5 проценты күләмендә штраф түләй.
КПРФ-тан депутат Алексей Курин­ныйҙың автомобиль хужаһына сервисты һайлау хоҡуғы биреү һәм уның ошо сервисҡа тиклем булған 10 мең һумға саҡлы юл сығымдарын ҡаплау тура­һындағы тәҡдимен депутаттар күпселек тауыш менән кире ҡаҡты.
Ни өсөн Рәсәйҙә ОСАГО буйынса ҡануниәт әленән-әле үҙгәреп тора? Автомобилдәр паркының яртылаш иҫке булыуы арҡаһында уның хужаларының өстән бер өлөшө самаһы ғына ОСАГО буйынса ремонттан файҙалана аласаҡ. Тимәк, реформаның был өлкәлә һынылыш яһауына өмөт итәһе түгел.
– Ҡайһы бер эксперттар фекеренсә, Рәсәйҙең автомобиль етештереү заводтары яңы запчасты ун йылға тиклем һаҡлай, ләкин страховкалау компанияларына бындай һаҡлағыстар тураһында бер нимә лә билдәле түгел, – ти Рәсәй Автостраховкалаусылар союзы президенты Игорь Юргенс. – Яңы автомо­билдәрҙе һатыу кимәле артмай, ҡайһы бер етештереүселәр иҡтисади көрсөк арҡаһында Рәсәйҙән китте. Тимәк, яңы деталдәр ҙә юҡ. Бындай хәлдә автомобиль хужаларына нимә эшләргә – сит илдән яңы запчасть килтергәндәрен көтөргәме, әллә аҡсалата түләүгә дәғүә итергәме? Тик икенсе осраҡта, автомо­билдәр паркы яртылаш иҫке булғас, машинаның туҙыу кимәлен дә иҫәпкә алырға тура киләсәк.
Киләсәктә страховкалаусылар “сифатлы деталь” тигән төшөнсәне лә ҡанунлаштырырға өмөт итә, был иһә йүнәтелгән машинаға мотлаҡ яңы запчасть ҡуймаҫҡа һәм ОСАГО буйынса ремонтланған машиналар һанын арт­тырырға мөмкинлек бирәсәк.


Вернуться назад