Ҡорһаҡ холҡон күрһәтте...14.04.2012
Ҡорһаҡ холҡон күрһәтте...— Эй, шул тиклем ҡурҡытты быйылғы ташҡын! Кем уйлаған тыйнаҡ ҡына селтерләп аҡҡан Ҡорһағыбыҙ ярҙарынан сығыр ҙа диңгеҙҙәй йәйелеп, ажғыр холҡон күрһәтер тип... Күперебеҙҙе ағыҙып алып китмәһә ярар ине, тип бик борсолдоҡ. Бер ни тиклем зыян күрһә лә, емерелмәне, шөкөр. Һыу эсендәге “утрау”ҙа ҡалған ағайымдарҙың ғаиләһе өсөн ныҡ ҡайғырҙыҡ, — тип кисерештәре менән уртаҡлашты эштән йүгерә-атлай ҡайтып барыусы Фәйрүзә Вәлиева.
Бәлә ҡыңғырау тағып килмәй. Яҙҙың бындай ғәҙәттән тыш “сюрприз”ын сураҡайҙар ҙа, иҙристәр ҙә һис көтмәгәйне шул. Быйылғы ҡыштың ҡары ла ҡалын булмағас, инеш кеүек кенә Ҡорһаҡтың бар кешене хәүефкә һалып, көслө ташҡын булып, йорт-ҡураларҙы, баҡсаларҙы, мөгәрәптәрҙе баҫырына кем ышанһын?
— 11 апрелдә көтмәгәндә ауылдарға һыу килде. Сураҡайҙы төн уртаһында, Иҙристе иртәнге сәғәт алты тирәһендә баҫты. Ыҫлаҡ һыуһаҡлағысындағы һыу кимәлен сәғәт һайын тикшереп торҙоҡ. Халыҡты ташҡын килеүе тураһында иҫкәртһәк тә, ҡураларҙан — мал-тыуарҙы, мөгәрәптәрҙән бәрәңгене сығарырға ваҡыт наҡыҫ булды. Төнө буйы халыҡты эвакуациялау, ярҙам күрһәтеү буйынса эште ойошторҙоҡ. Шулай ҙа хужалығын ташлап китергә теләүселәр булманы тиерлек. 27 сәғәт торғандан һуң һыу кире ҡайтты, әммә ташҡындың эҙемтәләрен бөтөрөү, кәртә-ҡураны тәртипкә килтереү өсөн ваҡыт кәрәк. Ана, күрәһегеҙме, ниндәй йыуан ағастарҙы көслө ағым юл буйына килтереп һалған, — ти хакимиәттең граждандар оборонаһы һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр бүлеге баш белгесе Марат Моратхужин.
Иң сыҙам, көслө кешене лә аяҡтан йығырлыҡ көсөргәнешле, яуаплы мәлдә ҡайһы берәүҙәрҙең бәләнән “ҡыҙыҡ” эҙләргә маташыуына йәне көйә белгестең.
— Бер мәшәҡәтле төн эсендә генә Интернет, телефон аша Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығына ялған мөрәжәғәт итеүҙәр булғыланы. Имеш, кемдер һыу эсендә ҡалған, ашығыс ярҙам кәрәк... Ошондай ялған хәлде асыҡлап, фашлағансы, әллә күпме ҡиммәтле ваҡытты сарыф иттек. “Телефон хулигандары”н яуапҡа тарттырыу мотлаҡ, — тип иҫәпләй ул.
Ташҡындан зыян күргән халыҡтың хәлен район хакимиәтендә яҡшы аңлайҙар. Әле көтөлмәгән бәләнең эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса эш бара, зыян иҫәпләнә. Быйылғы яҙҙың оло мәшәҡәттәренән арып-талсыҡҡан Сураҡай һәм Иҙрис ауылдары халҡына берҙәмлек, сабырлыҡ теләргә генә ҡала.
Д. АРЫҪЛАНОВА.
Әлшәй районы.


Вернуться назад