Ситтән тороп дауаланыу17.10.2017
“Кеше ғүмере өсөн мөһим функция параметрҙарын дистанцияла баһалау” яңы милли стандарты – телемедицина эшмәкәрлеген яйға һалған тәүге норматив документтарҙың береһе.


Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентлыҡ тарафынан раҫланған яңы ГОСТ (милли стандарт) күптән түгел телемедицина тураһында ҡабул ителгән федераль закондың эшмәкәрлеген көйләй. Яңы закон ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙ­ҙарын электрон вариантта биреүгә һәм телемедицина алымдары ярҙамында пациенттарға алыҫтан тороп ярҙам күрһәтеүгә хоҡуҡи нигеҙ бирә. Ә яңы ҡабул ителгән стандарт халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеү мөмкинлеген киңәйтә һәм сифатын яҡшырта, ти белгестәр.
Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, рәсәй­ҙәрҙең күпселеге табиптарҙан онлайн-консультация алырға риза. Был хаҡта респонденттарҙың 80 проценты белдергән (һорау алыуҙа дүрт меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан).
Пациенттарҙың 97,5 проценты рецепттарҙы, белешмәләрҙе, анализ һөҙөмтәләрен электрон вариантта алырға риза, 90 проценты табипҡа барыу ваҡыты, анализдар тапшырыу кәрәклеге, вакцина яһау ваҡыты һәм башҡа ошоға оҡшаш мәғлүмәтте СМС, электрон хаттар аша алыу урынлы тип иҫәпләй. Респонденттарҙың 81,3 проценты дауалаусы табиптан онлайн-консультация алырға риза, шулай уҡ бүтән фекерҙе лә ишетеү ниәтендә башҡа белгестәргә мөрәжәғәт итергә әҙер.
Дауалау билдәләнгәндән һуң табиптың пациентының хәл-торошон алыҫтан күҙәтеп тороуына респондент­тарҙың 89,6 проценты риза, шул уҡ ваҡытта табиптарҙың 77,4 проценты ғына пациенттарын ситтән тороп күҙәтергә әҙер.
Табип менән сирленең ошо формала аралашыуы сит илдәрҙә киң таралған һәм ыңғай һөҙөмтә бирә, ти белгестәр. 2018 йылдан тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ телемедицина тураһындағы федераль закон үрҙә телгә алынған мөмкинлектәрҙе тормошҡа ашырыуҙы көйләй.


Вернуться назад