Социаль хеҙмәт йыйымын нисек файҙаланырға?17.10.2017
Рәсәй Пенсия фонды иҫкәртеүенсә, социаль хеҙмәттәр йыйымына хоҡуҡлы кешеләр уларҙы натуралата йәки аҡсалата алыу мөмкинлегенә эйә. Ҡануниәткә ярашлы, был йыйымдың тулыһынса йәки өлөшләтә аҡсаға алмаштырылыуы ла ихтимал.
Быйылғы 1 февралдән социаль хеҙмәттәр йыйымы хаҡы айына 1 048,97 һум, шул иҫәптән дарыуҙар менән тәьмин итеүгә – 807,94 һум, төп ауырыуҙарҙы иҫкәртеү өсөн шифахана-курорт учреждениеларына юлламаларға – 124,99 һум, ҡала яны тимер юл транспортында бушлай юл йөрөүгә, шулай уҡ ҡала-ара транспортында дауаланыу еренә барып ҡайтыуға 116,04 һум тәшкил итә.
Йыйымды натуралата алыуҙан баш тартып, аҡсалата эквивалент биреүҙәрен һорап ғариза яҙһағыҙ һәм ҡарарығыҙ үҙгәрешһеҙ ҡалһа, Пенсия фондына ошо мәсьәлә буйынса әленән-әле мөрәжәғәт итеүҙең кәрәге юҡ. Әгәр ҙә киләһе йылдың 1 ғинуарынан социаль хеҙмәттәр йыйымын ҡайтанан файҙаланырға теләһәгеҙ йәки бындай хоҡуғығыҙ әле генә барлыҡҡа килһә, 1 октябргә тиклем клиент хеҙмәте йә булмаһа Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинет аша фондҡа ғариза яҙырға кәрәк.