Ялған дарыу күпме?17.10.2017
“Рәсәй дарыуханаларында һатылған дарыуҙарҙың күп өлөшө ялған” тигән һүҙҙәрҙе телевизор экрандарынан йыш ишетергә тура килә. Әүәлерәк ярҙам иткән препараттың хәҙер әллә ни тәьҫир итмәүен үҙебеҙ ҙә тоябыҙ кеүек. Ул да ялған дарыу­мы икән ни?
“Росздравнадзор” территориаль орга­нының дарыуҙар, медицина әйберҙәре әйләнешенә контроль һәм һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге дәүләт программаларын тормошҡа ашырыу бүлеге начальнигы Людмила Мокина ошо хәлгә аңлатма бирҙе.
– Был йәһәттән хәүефләнергә урын юҡ. Ведомство үткәргән тикшереүҙәр барышында препараттарҙың ни бары бер процентын ғына ғәмәлгә яраҡһыҙ тип таный. Ундайҙарға сифатһыҙ, ялған һәм контрафакт дарыуҙар инә, – тине ул. – Шул уҡ ваҡытта бракка сығарылған препараттарҙың 62 проценты – үҙебеҙҙә, 38 проценты сит илдәрҙә етештерелгән.
Ведомство вәкиле әйтеүенсә, ҡайһы бер киң мәғлүмәт сараларының сенсациялы дәлилдәр артынан ҡыуып баҫтырып сығарған ялған дарыуҙарҙың күп булыуы тураһындағы мәғлүмәткә ышанырға ярамай. “Росздравнадзор” йөҙҙәрсә мең дарыуҙың сифатын тик­шер­ҙе. Быйыл алты айҙа ни бары 16 препарат ҡына сифатһыҙ булып сыҡты.
– Әгәр теге йәки был дарыуҙың ысын булыуына шикләнһәгеҙ, дауалаусы табип был медикаментты “Росздравнадзор”ға тикшереүгә ебәрһен. Ә пациент иһә контроль органының сайтына инеп, препарат партияһының номеры буйынса уны һатыуҙың законлылығын асыҡлай ала. Бындай мәғлүмәтте www.roszdravnadzor.ru/drugs/qualitycontrol сайтында табырға була, – тип кәңәш бирҙе Людмила Мокина.
2018 йылдан предприятие үҙе етеш­тергән барлыҡ дарыуҙарҙың төргәгенә махсус штрих-код ҡуясаҡ. Унда етеш­тереү партияһы, етештереүсе һәм баш­ҡа белешмә мәғлүмәт күрһәтеләсәк. Шул уҡ ваҡытта киләһе йыл ошондай маркировкаһы булмаған препаратты һатһалар, борсолмағыҙ: дарыухана­ларға был осорҙа әүәлерәк етеш­терел­гән һәм яраҡлылыҡ ваҡыты үтмәгән медикаменттар менән сауҙа итеү тыйылмай. Ә 2019 йылдың 1 ғин­уарынан иһә тик маркировкалы дарыуҙарҙы ғына һатырға рөхсәт ителә.
– Кеҫә телефонындағы бушлай ҡу­шымта ярҙамында препарат тура­һын­дағы мәғлүмәттәрҙе – ҡасан сыға­рылы­уын, әйләнештә булыу-булмауын, да­рыу­ханаға ниндәй ойошма аша килеүен асыҡларға мөмкин, – тине “Росздравнадзор” территориаль органының бүлек начальнигы. – Дарыу һатҡан ойошмалар махсус ҡулай­ламалар менән йыһазлан­дырыла. Әгәр ҡулланыусының кеҫә телефонында тейешле программа юҡ икән, был ҡулайламалар кәрәкле мәғлүмәт менән шунда уҡ танышыу мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад