Мәғлүмәттәр һаҡланмаһа...17.10.2017
Мәғлүмәттәр һаҡланмаһа...Хеҙмәт эшмәкәрлеге тураһындағы мәғлүмәттәр һаҡланмаһа, нимә эшләргә? 15 йыл элек пенсия реформаһы үткәрелде. Хәҙер пенсия ике осор буйынса (2002 йылға тиклем һәм унан һуң) төрлө ҡағиҙәләр буйынса билдәләнә.

2002 йылдан һуң һеҙ эшләгән предприятие Рәсәй Пенсия фондына стажығыҙ һәм хеҙмәт хаҡығыҙ тураһында мәғлүмәтте даими ебәрергә тейеш. Ниндәйҙер эш осоро иҫәпкә алынмаған икән, хатаны төҙәтеүҙәрен талап итегеҙ. Был эште кисектерергә ярамай, уны пенсия йәшенә еткәнсә башҡарып ҡуйыу шарт. Әйткәндәй, хәҙер Интернет селтәрендәге шәхси кабинетҡа инеп, Рәсәй Пенсия фондына стаж һәм эш хаҡы тураһындағы мәғлүмәт бирелеү-бирелмәүен күҙәтергә мөмкин. Кеҫә телефонында ла тейешле ҡушымта булған осраҡта эш биреүсе тапшырған мәғлүмәттең дөрөҫлөгөн тикшерергә була.
Ҡушымтаны телефонға күсереп алыу өсөн Рәсәй Пенсия фонды сайтының төп сәхифәһенә инегеҙ һәм ундағы күрһәт­мәләрҙе үтәгеҙ.
2002 йылға тиклемге стаж һәм эш хаҡы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе тергеҙеү еңел түгел, сөнки предприятиеларҙың атамаһы, адресы үҙгәреүе йәки уларҙың бөтөнләй юҡҡа сығыуы ла ихтимал. Был осраҡта хеҙмәт кенәгәһенең, шулай уҡ әүәлге эш урынынан һаҡланып ҡалған стажығыҙҙы раҫларлыҡ башҡа документтарҙың ярҙамы тейәсәк. Бынан тыш, Пенсия фондына әүәлге эш осорон раҫлай алған ике хеҙмәттәшегеҙҙе килтерә алаһығыҙ.


Вернуться назад