Ғаризаны – вәкил аша17.10.2017
Рәсәй Пенсия фонды сайтындағы шәхси кабинетта теге йәки был кешенең вәкиле (ата-әсәһе, уллыҡҡа алыусы, опекун йәки попечитель) ғариза бирә ала. Бының өсөн ғариза биреүсенең законлы вәкиле тип танылған кеше шәхси кабинетына инеп, тейешле операцияны һайларға һәм үҙен вәкил булараҡ идентификацияларға тейеш.


Ғариза тултырғанда вәкилдең һәм ғариза биреүсенең мәғлүмәттәрен тулыһынса күрһәтеү шарт. Әле Пенсия фондына законлы вәкилең аша түбәндәге мәсьәләләр буйынса ғариза тапшырырға мөмкин:

=пенсия тәғәйенләү тураһында;
=бер пенсиянан икенсеһенә күсеү тураһында;
=пенсияны килтереү тураһында;
=пенсияға федераль социаль өҫтәмә билдәләү тураһында;
=айлыҡ аҡсалата түләүҙе билдәләү тураһында;
=социаль түләүҙе килтереү тураһында;
=àéëûҡ àҡñàëàòà òүëәүҙå àðòòûðûëғàí êүëәìäә áèëäәëәү òóðàһûíäà;
=18 йәшкә тиклемге инвалид баланы йәки бала саҡтан I төркөм инвалиды булған кешене ҡараған өсөн айлыҡ түләүҙе билдәләү тураһында;
=эшкә һәләтле йәштәге кешенең 18 йәшкә тиклемге инвалид баланы йәки бала саҡтан I төркөм инвалиды булған кешене ҡарауға ризалығы тураһында;
=эшкә һәләтһеҙ гражданды ҡараған өсөн айлыҡ компенсация тәғәйенләү тураһында;
=эшкә һәләтһеҙ кешене ҡарауға ризалыҡ тураһында;
=әсәлек (ғаилә) капиталына дәүләт сертификаты биреү тураһында;
=әсәлек (ғаилә) капиталы аҡсаһын файҙаланыу тураһында.

Рәсәй Пенсия фонды электрон төрҙә күрһәткән бөтә хеҙмәттәр һәм сервистар фондтың es.pfrf.ru сайтындағы берҙәм порталға берләштерелгән. Хеҙмәттәрҙән файҙаланыу өсөн Берҙәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр порталында (gosuslugi.ru) раҫланған иҫәп яҙмаһы булырға тейеш. Әгәр кеше порталда теркәлгән икән, логин менән паролде файҙаланыу шарт.


Вернуться назад