Интерәүҙем сайтҡа ин17.10.2017
Интерәүҙем сайтҡа инКүптән түгел бөтә Рәсәйҙәге кеүек үк, Башҡортостанда ла йәштәр араһында пенсия һәм социаль белемде арттырыу буйынса программа тормошҡа ашырыла башланы. Сара барышында Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре өлкән кластар, шулай уҡ урта махсус уҡыу йорттарында уҡыусылар өсөн “Барыһы ла буласаҡ пенсия хаҡында: уҡыу һәм йәшәү өсөн” ҡулланмаһын файҙаланып, тематик дәрестәр үткәрәсәк.
Пенсия фонды дәреслеге йыл һайын нәшерләнә. Яңы уҡыу йылына йәштәргә һуңғы үҙгәрештәр ингән әсбап тапшырыла. Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәренең уҡыусылар менән осрашыуҙары хеҙмәт эшмәкәрлеге тамамланғас, финанс тәьминәте, йәғни пенсия менән тәьмин итеү мәсьәләләрен аңлатыуға ҡорола.
Быйыл Пенсия фонды ошо дәрестәр өсөн “Уҡыусыларға пенсия тураһында” тигән интерактив сайт (www.school.pfrf.ru) асты. Унда бик күп файҙалы мәғлүмәт тупланған. Сайт студенттарҙа ғына түгел, уҡытыусыларҙа ла ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы.
Күптән түгел Өфө художество-сәнәғәт колледжы студенттарына пенсия хоҡуҡтары, пенсияның нимәгә бәйлелеге, СНИЛС карточкаһының нимәгә кәрәклеге, буласаҡ пенсияң хаҡында йәштән үк хәстәрлек күреү зарурлығы, эш хаҡын “конвертта” түгел, ә асыҡтан-асыҡ түләүҙең мөһимлеге тураһында һөйләнеләр. Пенсия хоҡуҡтарына ҡағылышлы 2015 йылдың 1 ғинуарынан ғәмәлгә ингән ҡағиҙәләргә айырым иғтибар бирелде, сөнки улар әлеге йәштәргә тулыһынса ҡағыла. Студенттар шулай уҡ Пенсия фондындағы эштең нисек ойошторолоуы тураһында ла хәбәрҙар булды, социаль түләүҙәргә һәм пособиеларға хоҡуҡтарын да асыҡланы. Йәштәргә онлайн тәртибендә “Граждандың шәхси кабинеты” электрон хеҙмәтен күрһәттеләр. Лекциянан һуң студенттар тест үтте, симуляторҙың һорауҙа­рына яуап бирҙе, калькуляторҙа буласаҡ пенсия күләмен иҫәпләне.
Тамаша залында күрһәтелгән хеҙмәттәр буйынса консультация пункты ойошторолдо. Теләге булған һәр кеше Дәүләт хеҙмәттәре порталын­дағы Берҙәм идентификация һәм аутентификация системаһында тер­кәлде. Лекцияны тыңлағандарҙың бөтәһенә лә “Барыһы ла буласаҡ пенсия хаҡында: уҡыу һәм йәшәү өсөн” дәреслеге, тематик буклеттар, брошюралар тапшырылды.
Ошондай уҡ саралар республи­кабыҙҙың башҡа райондарында һәм ҡалаларында үткәрелә.


Вернуться назад