Үҫмергә нисек терәк булырға?17.10.2017
Күп кенә ата-әсә балаһының үҫмерлек осорона аяҡ баҫыуын ниндәйҙер шик-шөбһә, ҡурҡыу менән көтә. Күҙгә генә ҡарап торған, илгәҙәк балаһының тыңлауһыҙға, тупаҫҡа әйләнеүен, илке-һалҡы уҡып, насар компанияға эләгеп китеүен бер ата-әсә лә теләмәй.

Өлкәндәрҙең үҫмерлек осорона бәйле хәүефен өс төргә бүлергә мөмкин. Әйҙәгеҙ, уларға күҙ һалып китәйек, сәбәптәрен асыҡларға тырышайыҡ, бәлки, барыһы ла ул тиклем үк ҡурҡыныс та түгелдер.

Беренсе хәүеф тойғоһо. Бала тупаҫҡа әйләнер, ата-әсәһе менән һүҙгә килергә лә күп һорамаҫ.
Үҫмер бала менән ата-әсә араһындағы ыҙғыштың төп сәбәбе – саманан тыш контроль. Эйе, сабый сағында һәм үҫмерлек осорона аяҡ баҫҡансы балағыҙ һеҙ нимә алып бирһәгеҙ шуны кейҙе, ҡайҙа алып барһағыҙ шунда барҙы. Әммә хәҙер уның тормошона ҡағылышлы үҙ фекере бар, үҫмер үҙ ҡарашын, уй-маҡсаттарын тирә-йүндәгеләргә еткерергә тырыша, үҙаллылыҡҡа ынтыла. Баланың теләге ата-әсәһенекенә тап килеп етмәгән осраҡта, низағ тоҡанып, тупаҫ һүҙҙәр, әр-битәр ишетелеүе лә бик ихтимал.
Нимә эшләргә?
Әгәр ҙә бала тупаҫ мөғәмәлә итә икән, уға шулай уҡ агрессия менән ябырылыу – иң насар варианттың береһе. Үҫмергә тыныс ҡына һөйләшеү мөмкинлеген тәҡдим итергә кәрәк. Әгәр ул бер нисек тә ипкә килмәһә, 20-30 минутҡа уны тыныслыҡта ҡалдырырға була. Был осорҙа балалар тиҙ генә ярһыусан, әммә шул уҡ ваҡытта тиҙ арала һүрелеп, тыныслана ла. Иң мөһиме – хәл-ваҡиғаны ҙур ғауғаға әйләндереп, ҡыҙған баштан бер-берегеҙгә ауыр һүҙҙәр әйтеп ташламаҫҡа кәрәк.
Был осорҙа һөйләшә, килешә белеү оҫталығы, дипломатия ҙур роль уйнай. Үҫмер менән төрлө хәл-ваҡиғаны, проблемаларҙы бергәләп тикшереү, теге йәки был һорауға ҡағылышлы уның ҡарашын белергә ынтылыу, фекеренә ҡолаҡ һалыу – былар барыһы ла ата-әсә менән бала араһын яҡынайта.
Үҙаллылыҡҡа ынтыла икән – яҡшы, тик үҙаллы һәм ҙур булыу хоҡуғы кеше алдына билдәле бер бурыстарҙы ла ҡуя. Шуны онотоп китмәһен, яуаплылыҡ тигән төшөнсәне бер кем дә уның иңенән алмаясаҡ. Мәҫәлән, “Мин инде ҙур, бер туҡтауһыҙ өйрәтеп, тылҡып тормағыҙ, үҙем беләм”, – тип иғлан иткәндән һуң, үҫмер өйгә эшен әҙерләмәйенсә, насар билдә алып ҡайтҡан. Был осраҡта яуаплылыҡ тойғоһон уятырға була. “Насар билдә кемдеке? Һинеке. Тимәк, яуапты ла уның өсөн һин тотаһың, төҙәтеү ҙә һинең өҫтә”.
Ниндәй генә хәл килеп сыҡһа ла, балағыҙҙы насар һүҙҙәр менән кәмһетергә, “Шуны ла белмәйһең”, “Һинән йүнле кеше сыҡмаҫ”, тип көлөргә ашыҡмағыҙ. Һеҙ ярһып китеп әйтерһегеҙ ҙә оноторһоғоҙ, ә үҫмер бала был һүҙҙәрҙе күңеленә яҡын алып, оҙаҡ ваҡыт хәтер һандығында тотоуы бар.

Икенсе ҡурҡыу хисе. Уҡыуға ҡарата ҡыҙыҡһыныуын юғалтыр, белем алыуға илке-һалҡы ҡарар.
Бала был осорҙа “Мин кем?”, “Киләсәктә кем буласаҡмын?” тигән һорауҙарға яуап эҙләй башлай. Кемдер үҙен – билдәле рок-төркөмдөң лидеры, кемдер данлыҡлы актриса итеп күрә, уҡыу, белем алыу, мәктәптәге билдәләр мөһим түгел тип һанауы ла ихтимал. Быларға әлегә тотороҡһоҙ психика, юҡҡа ғына ярһып барыу, өлкәндәрҙең һүҙҙәренә, кәңәштәренә бунтарлыҡ хисе аша ҡарау ҙа өҫтәлһә, ысынлап та уҡыу торошо аҡһап китеүе мөмкин.
Нимә эшләргә?
Ата-әсә балаһына һәр саҡ ярҙамға килергә әҙер икәнлеген белдерә ала, тик уға саманан тыш баҫым яһауҙан ҡасырға кәрәк. Үрҙә әйтелгән ниндәйҙер кимәлдә үҙаллылыҡ биреү һәм яуаплылыҡ тойғоһон уятыуҙы күҙ уңынан ысҡындырмағыҙ.
Был осорҙа “Кем булырға?” тигән һорауға яуап эҙләгәндә, балаға терәк-таяныс булып, ярҙамға килергә әҙерлек мөһим әһәмиәткә эйә. Әгәр ҙә балағыҙҙың теге йәки был өлкәгә ҡыҙыҡһыныуы бар икән, шуны үҫтерешегеҙ: түңәрәктәргә йөрөһөн, төрлө ярыштарҙа, олимпиадаларҙа ҡатнашһын. Иң мөһиме – уның шөғөлдәре, уҡыуҙағы уңыштары һәм уңышһыҙлыҡтары менән һеҙҙең ихлас күңелдән ҡыҙыҡһыныуығыҙҙы күреп, тойоп үҫһен, был процесты кис “Хәлдәр нисек?” тигән дежур фразаға һәм аҙнаһына бер тапҡыр көндәлеккә ҡултамға ҡуйыуға ғына ҡайтарып ҡалдырмағыҙ.

Өсөнсө хәүеф тойғоһо. Насар компанияға юлығып ҡуймағайы.
Ысынлап та, насар дуҫтарға юлығып, төрлө яман эштәр атҡарып ташлар тигән ҡурҡыу – ата-әсә өсөн иң ҙурылыр. Был шик-шөбһә нигеҙһеҙ түгел, сөнки тап үҫмерлек осоронда үҙ тиңдәштәре менән аралашыу бала өсөн беренсе планға сыға. Үҫмергә уны ниндәйҙер төркөмдә тиң күреп ҡабул итеүҙәре, фекерен һанлауҙары, ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашыуҙары бик мөһим. Шуға күрә дуҫ-иштәре уның өсөн өлкәндәргә ҡарағанда абруйлыраҡ, авторитеты юғарыраҡ булып ҡабул ителеүе бик ихтимал.
Нимә эшләргә?
Кеше – йәмғиәт ағзаһы. Уның дуҫ-ише, таныш-белеше булырға тейеш. Был ҡағиҙә һеҙҙең балағыҙға ла ҡағыла. Оҡшаймы һеҙгә, юҡмы, ә дуҫтар, әхирәттәр, таныштар бар һәм буласаҡ. Балағыҙҙың дуҫтарына үҙегеҙҙе ҡаршы ҡуйып, улар менән көрәшкә ынтылырға кәрәкмәй.
Иң яҡшыһы – улар менән танышыу, дуҫтарса мөнәсәбәт булдырыу. Һеҙҙең өйөгөҙҙә ҡунаҡ булып, балағыҙ менән берлектә ниндәйҙер эш менән үҙегеҙҙең күҙ алдында шөғөлләнһәләр, күңелегеҙгә лә тынысыраҡ булыр, ул-ҡыҙығыҙҙың дуҫтары ниндәй кешеләр икәнлеген күҙәтеп, һынап, белеп торорһоғоҙ. Ниндәйҙер мәсьәләгә ҡарата үҙ фекерегеҙҙе әйтеп, уларҙың ҡыҙыҡһыныуҙарын уртаҡлашҡанығыҙҙы белдереп китә алаһығыҙ. Тик күҙәтеү һәм ҡыҙыҡһыныуҙы саманан арттырып, үтә ныҡ контролгә һәм әпәүләүгә әйләндереп ебәрмәгеҙ.
Бында шуны иҫтән сығарырға ярамай: әгәр ҙә ата-әсә үҙенең тәрбиәүи функцияларын онотоп ебәргән икән, был бурысты урам һәм компания үтәй башлаясаҡ. Шуға күрә ата-әсә – үҙ урынында, дуҫ-иштәр үҙ урынында булырға тейеш.
Өлкәндәргә нисек кенә ҡурҡыныс булып тойолмаһын, үҫмерлек осоро – һәр беребеҙҙең ғүмерендә була торған мәл. Тормоштоң ҡотолғоһоҙ ҡанундары шулай. Борсолоуҙары менән ҡуша ул бит беҙгә бихисап ыңғай яҡтарын да алып килә: бала үҙаллылыҡҡа ынтыла һәм өйрәнә башлай, киләсәген хәстәрләп, кем буласағы тураһында уйлана, ғүмер буйына һуҙылған дуҫлыҡҡа ла тап ошо осорҙа нигеҙ һалына, егеттәр һәм ҡыҙҙар араһындағы беренсе хистәр, саф мөхәббәт тә ошо мәлдә бөрөләнә. Ҡыҙыҡ та, ҡатмарлы ла булған осорҙа балаларығыҙға терәк-таяныс булырға онотмағыҙ, өлкәндәр!

Ғәлиә СӘЛИХОВА,
психолог.


Вернуться назад