Риүәйәттәр ни һөйләй?17.10.2017
Риүәйәттәр ни һөйләй?=Ведалар тәғлимәте буйынса, ҡатын-ҡыҙға сәс үҫтереү һаҡланыу өсөн кәрәк тип һаналған. Был уларҙа психик энергияның тупланыуы менән аңлатыла.
=Боронғо риүәйәттәр буйынса, Афродита ҡорамындағы алиһәләр оҙон сәс йөрөткән, ул ҡатын-ҡыҙҙағы эске тотороҡлолоҡто, илаһи көстө һаҡларға ярҙам иткән.
=Ҡайһы бер халыҡтар мәҙәниәтендә сәс тәбиғәт стихиялары менән бәйләнештә булырға һәм көс алырға ярҙам итә тигән ышаныу бар.
=Оҙон сәсле ҡатын-ҡыҙҙарҙың һиҙемләү-тойоу һәләте юғары тигән фекер йәшәй.
=Боронғо замандарҙа оҙон һәм ҡуйы толомдар хуш еҫле майҙарға һәм аҫыл таштарға тиңләнгән.
=Һиндостан әҙәбиәте даһиҙары шиғыр һәм поэмаларында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡуйы, оҙон ҡара сәстәрен оҙайлы тынсыу көндән һуң еңелсә һалҡынлыҡ алып килгән серле һиллектә ер өҫтөнә ябылған ҡараңғы төн менән сағыштырған.
=Ҡатын-ҡыҙҙың толомдарында илаһилыҡтың бер сағылышы бар тиелгән, шуға ла уларҙың сәсе изге ҡорамдар рәүешендә бейек итеп йыйып ҡуйылған.
=Затлы нәҫелдән булған ҡатын-ҡыҙ сәсен бил һәм янбаштарынаса үҫтергән. Урта быуатта күп төрлө прическалар яһағандар, күркәм итеп ҡуйылған сәскә үләндәрҙән эшләнгән хуш еҫтәр яғылған. Сәс аҫылташтар, епкә теҙелгән ынйы бөртөктәре, таҫмалар, сәскәләр ярҙамында биҙәлгән һәм матур тараҡтар менән ҡаҙалған.
=Йәш ҡатындарҙың һәм ҡыҙҙарҙың толомға үрелгән сәсе лә төрлөлөгө, ҡатмарлы булыуы менән айырылып торған. Шулай уҡ уларҙы баш өҫтөнә уратып һалғандар, бер нисәүһен үҙ-ара ҡушып үргәндәр, ныҡ торһон өсөн нәҙек ҡара еп менән нығытҡандар.
=Элекке замандарҙа хәҙерге кеүек “кикелектәр”, ҡыҫҡа сәс йөрөтөү булмаған, сөнки ҡатын-ҡыҙ өсөн сәс матурлыҡ ҡиммәттәренең бер билдәһе тип һаналған.
=Матурлау һәм ҡояштан һаҡлау маҡсатында сәскә шифалы майҙар яғылған. Күркәм төҫ биреү өсөн үҫемлек буяуҙары ҡулланылған, улар үҙ сиратында сәстең үҫеүенә булышлыҡ иткән.
=Төрлө халыҡтарҙа сәстәр сари, матур яулыҡтар, үтә күренмәле вуаль, зиннәтле япмалар менән ҡапланған. Төрлө милләт ҡатын-ҡыҙы мәрйендәр менән биҙәлгән, тәңкәләр йә ҡанат тағылған башлыҡ кейгән.
=Боронғо ҡатын-ҡыҙҙың баш кейеме бик зауыҡлы булған. Бигерәк тә йәш кәләштең башлығы нескә итеп һәм ҙур оҫталыҡ менән тегелгән. Ул ҡиммәтле туҡымаларҙан бауҙар ебәреп, айылдар, еҙ, алтын-көмөштән тәңкәләр ҡуйып биҙәлгән. Өҫтәмә рәүештә сикә яҡтарынан ынйы һәм мәрйендән теҙелгән ептәр, суҡтар төшөрөлгән. Шулай аҫыл таштарҙан эшләнгән таж кейеү булған, йә иһә ҡыңғыраулы ялтыр таҫмалар ҙа бәйләнгән.
=Сәсте бүлеп үргәндә барлыҡҡа килгән сәс юлдары нәҙек таҫма йәки епкә теҙелгән муйынсаҡ менән ҡапланған. Уның маңлайҙа бөткән осона сәскә йәки ай формаһында биҙәүес ҡуйылған. Был үҙенсәлекле күренеш бик күп халыҡтар өсөн хас.
=Ҡайһы бер ышаныуҙар буйынса, хәҙерге замандағы кеүек “кикелек” йөрөтмәүҙең, йәғни сәстең бер өлөшө менән маңлайҙы ҡапламауҙың бер сәбәбе – ул “өсөнсө күҙ”ҙе ҡапламайынса асыҡ ҡалдырыу, сөнки ҡатын-ҡыҙҙың тап маңлай өлөшөндә нескә тойомлау һәләтен һаҡлаған нөктәләр урынлашҡан тигән фекер ҙә бар.
=Һиндостан халыҡтарында бәләкәйҙән ҡыҙ баланың сәсен өс тотамға бүлеп үреп төшөргәндәр, был бүленгән сәстәр Яви, Нави, Прави тип аталған өс донъяның йәшәү көсөн бергә тоташтырған билдә булған. Арҡа һыҙаты буйлап үреп төшөрөлгән толом таҙа йыһан көсө умыртҡа һөйәге аша тәнгә, йәнгә инә, рухына күсә һәм ҡыҙ балаларҙы был донъялағы тәғәйенләнешенә – әсә булырға әҙерләй тип ышанғандар.
=Сәсте үргәндә, ниндәй юл һалыуына ҡарап ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәтен дә билдәләгәндәр. Мәҫәлән, уртаға ярылғаны ҡатын-ҡыҙҙың йоҡа күңел тәнсәһенең камиллығы, һаулыҡ, тотороҡлолоҡ, һаҡлау көсөнөң юғары булыуы тураһында һөйләй. Бөтә сәсте өҫкә алыу – ялғанлыҡ, яһалмалыҡ билдәһе, маңлайҙы ҡаплау иһә уйҙарҙы йәшереү тип аңлатылған. Шуға ла аҡыллы ҡатындар ире янында асыҡ маңлай менән, йәғни яҡты һәм ялғанһыҙ уйҙар менән йөрөргә тейеш булған. Төҫ-ҡиәфәтендә нимәнелер үҙгәртер өсөн әхирәттәрҙән түгел, ә тормош иптәшенән кәңәш һәм рөхсәт һоралған.
=Шул уҡ матур сәсле һинд ҡатын-ҡыҙы сәсен сит кешенән түгел, бары яҡындарынан ғына киҫтергән. Шуға ла Һиндостанда сәс киҫеү өсөн махсус урындар булмаған тиерлек.
=Сәс киҫеүгә бәйле ҡағиҙәләр ҙә үҙенсәлекле. Мәҫәлән, 12 йәшкә тиклем баланың аҡылын һаҡлау өсөн сәсен киҫтереү тыйылған, 16 йәштән һуң ул тиҙерәк үҫһен өсөн остарын ғына алғандар.
=Сәсте таҙа һәм тәрбиәле тотоу – күңел донъяңды тәртиптә тотоу тип иҫәпләнгән матур хәҡиҡәт бөгөн дә үҙ көсөндә.
=Сәс оҙонлоғона килгәндә ҡатын-ҡыҙ өсөн уңайлылыҡ түгел, ә матурлыҡ өҫтөнөрәк булырға тейеш тигән фекер бар.
=Сәсте тәрбиәләп тотоу өсөн ярты йылға бер тапҡыр киҫтереү ҙә етә икән.
=Боронғо замандарҙан уҡ билдәле булған ҡына иҙмәһен ҡулланыу сәс өсөн бик файҙалы. Уларҙың тәбиғи төҫтәрен ҡулланыу кәңәш ителә.
=Ниндәйҙер етди һәм мөһим эштәр алдынан сәсте киҫтерергә ярамай, сөнки был көтөлмәгән үҙгәрештәргә алып килеүе мөмкин.
=Тәғәйен урындарҙа, бигерәк тә кеше күп йыйылған ерҙә – баҙар, дауахана, сауҙа үҙәктәренә барғанда, иң яҡшыһы – сәсте йыйып йөрөү.
=Үҙегеҙҙе сәбәпһеҙгә хәлһеҙ һәм көсһөҙ итеп тойһағыҙ, сәсегеҙгә иғтибар бүлегеҙ, ти матурлыҡ белгестәре.


Вернуться назад