Артыҡ уҙҙырып ебәрмәгеҙ17.10.2017
Артыҡ уҙҙырып ебәрмәгеҙМинең сәсем йәмһеҙ, үҫтереүҙән генә файҙа юҡ, тип ҡайғыраһығыҙмы? Ә бит ул да сәскә кеүек тәрбиә ярата. Бәлки, йөҙөбөҙ биҙәге булыр шул сәскә иғтибар бүлеп, яратып, сабыр ғына үҫтерергә кәрәктер. Әлбиттә, бер көнлөк тырышлыҡ һөҙөмтә бирмәҫ, сөнки сабырлыҡтың төбө – һары алтын. Килешә бит тип, ҡапыл ғына уйлап ҡыҫҡа итеп киҫтереүҙән алда йәнле һәм күркәм прическа хаҡында уйлап алығыҙ әле. Һәм алға, матурлыҡҡа табан!

Әлбиттә, матурлыҡ хаҡына был хеҙмәтегеҙ алдан уйланылған булһа, мәҫәлән, туҡлыҡлы ризыҡтар ҡулланыу менән аралашып барһа, тағы ла яҡшы. Бөгөн беҙ күп осраҡта яһалма аҙыҡтар, ярымфабрикаттар, таҙа булмаған (бигерәк тә ҡала ерендә) тирә-яҡ мөхит шарттарының ҡорбаны, килешәһегеҙме? Ул ғына ла түгел, ошо мәсьәләләргә өҫтәп, яһалма матурлыҡ биргән химик һәм башҡа төрлө зарарлы матдәләр ҙә сәсебеҙгә тәьҫир итә. Ә бит уйлап ҡараһаң, гүзәллегебеҙ – ул беҙҙең сәстең һаулығы һәм матурлығы.
Ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте ҡушҡанса, ғоманлы саҡта, бала имеҙгәндә, менопауза мәлендә организм үтә лә һиҙгер һәм ҡуҙғыусан, был саҡта сәс тә ҙур иғтибар талап итә. Йәш организмға составында аҡһым, май булған, витаминлы, минералдарға бай аҙыҡ менән туҡланыу кәңәш ителһә, иллене үткән ҡатын-ҡыҙ өсөн, эстрогендар әҙәйеүе сәбәпле, гормональ терапия талап ителә.
Ғәҙәт ителгәнсә, тығыҙ итеп ҡуйылған ҡыҫтырғыстарҙан йәлләгеҙ, зинһар, сәсегеҙҙе, сөнки иртәме-һуңмы, уңайлы тип һаналған “пони” йәки “афротоломдар” сәстәрҙең торошона йоғонто яһамайынса ҡалмаясаҡ. Уңайлылыҡ һәм заман зауығынан алда һаулыҡ һәр беребеҙ өсөн мөһимерәк булыр, моғайын.
Тик сәс тәрбиәләйбеҙ тип, артығын уҙҙырып ебәрмәйек. Рекламала вәғәҙәләнгән ҡиммәтле шыйыҡсаларҙың иҫ китмәле һөҙөмтәләрен оҙаҡ көтөп аҙапланғансы, өләсәйҙәр ҡулланған һөт, кефир, ҡаймаҡҡа, быуаттар менән һыналған халыҡ дауаһына – үлән төнәтмәләренә иғтибар бирәйек. Һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәҫ.
Бына әле лә үҙебеҙҙең әхирәттәр һәм апайҙарҙан һеҙгә бер нисә кәңәш.

Гөлсирен:
– Һуңғы ваҡытта сәсем ныҡлап ҡойола башланы. Дауаханала табип: “Был ауырлы ҡатындарға һәм бала имеҙгән әсәләргә хас күренеш, сөнки туҡлыҡлы матдәләр яралғының үҫеше, артабан баланы туҡландырыу өсөн күкрәк һөтөнә күпләп китә, әсәнең һаулығында ла сағылыш таба”, – тип аңлатты һәм төрлө витаминдар яҙып бирҙе. Йүгереп кенә йөрөгән бер йәшлек фәрештәләй ҡыҙым бар, инде үҙемдең матур­лыҡҡа ла иғтибар бүлергә кәрәктер ҙә инде. Табип яҙған ҡайһы бер вита­мин­дарҙы ла алып, өҫтәмә рә­үештә әхирәтем биргән кәңәштәргә лә ҡолаҡ һалырға булдым. Ул, инде ике бала әсәһе, үҙ тәжрибәһенә нигеҙләнеп, сәстәрҙе нығытҡан ябай ғына рецепт өлгөләрен ҡулланырға тәҡдим итте.
Ысынлап та, яҡшы, әһәмиәтле ҡатнашма икән. Уны әҙерләү өсөн бер аш ҡалағы балға шул уҡ күләмдә алоэ япрағының һуты кәрәк. Уларҙы бергә ҡушҡас, бер сәй ҡалағы һарымһаҡ һуты, бер йомортҡа һарыһын өҫтәп, яҡшы итеп болғатырға һәм килеп сыҡҡан ҡатнашманы баш тиреһенә һөртөргә. Полиэтилен урап, 20 минуттай тотҡас, сәсте шампунь менән йыуып, алдан әҙерләнгән кесерткән төнәтмәһе менән сайҡатырға кәрәк. Ошолай аҙнаһына ике-өс тапҡыр бер ай дауамында эшләү ыңғай һөҙөмтә бирмәйенсә ҡалмаҫ. Әйткәндәй, тормош иптәшемдең ҡыш даими башлыҡ кейеп йөрөгәнлектән сәсе йәмһеҙләнеп китә торғайны. Рецепт миңә генә түгел, иремә лә бик килеште.

Фатима апай:
– Былтыр имтихандар тапшырғанда ҡыҙым бигерәк йонсоно. Тырышып, ялһыҙ әҙерләнә торғас, юғары уҡыу йортона ла инде. Әммә ошо ҙур көсөргәнештән бөтөрөнөп-ябығып китте, йоҡо режимы боҙолдо, ҡалын сәсе күҙгә күренеп йоҡарҙы.
Тиҙ арала өләсәһе менән олатаһы янына ауылға ебәрҙем. Унда инде тыныслыҡ, саф һауа, тәбиғи аҙыҡтар – ике ай эсендә ял итеп, матурланып ҡалды ҡыҙғынам. Ҡайтҡас, миңә өләсәһе өйрәткән сәс тәрбиәләү серҙәре хаҡында ла һөйләне.
Ҡәйнәмдәр, етмешкә етһә лә, йәштәр кеүек дәртле, заманса ғына өләсәй менән олатай. Кәзә-тауығын тоталар, һөт һауып, ҡымыҙ эшләйҙәр, үләндәр йыйып та үҙҙәрен, балаларын да дауалайҙар. Ә ҡыҙымдың сәсенә килешкән төнәтмә ауылда һәр баҡсала үҫкән пәйғәмбәр тырнағы, йәғни календуланан эшләнә. Сәс ныҡ ҡойолғанда, баш тиреһе ҡысығанда, май биҙҙәренең эшмәкәрлеге боҙолоп сәс тиҙ майланғанда, ҡауаҡ булғанда бигерәк тә яҡшы был дауалау ысулы. Бының өсөн үҫемлектең сәскәләрен бәләкәй генә һауытҡа ҡайнар һыуға һалып тоторға ла, ошо төнәтмәне, сәсте йыуғандан һуң, мамыҡ менән сәс төптәренә матурлап һеңдереп һөртөргә кәрәк. Сәсте бынан һуң йыуырға кәрәкмәй. Даими ҡулланғанда файҙаһы һис шикһеҙ буласаҡ.
Тәрбиәле сәстә – матурлыҡ көсө, йәнле һәм йәмле прическа нәзәкәтле заттан икәнебеҙҙе билдәләй.


Вернуться назад