Уйланырға урын бар17.10.2017
Уйланырға урын барДонъя мәҙәниәтендә башын таҡыр итеп алдырған монахтарҙы һәм, киреһенсә, сәсен оҙон итеп үҫтергән йога менән шөғөлләнгәндәрҙе йә баш түбәһендә генә оҙон сәс ҡалдырып үргән кешеләрҙе күреп беләбеҙ. Һуңғылары беҙгә тарихтан – сарматтар, төрөк хандары, атлы казактар, абхаздар, аландар тураһындағы мәғлүмәттәрҙән дә таныш. Ниндәй әһәмиәткә эйә һуң ул сәстәр?

Тарихсылар билдәләүенсә, бик боронғо замандарҙа сәстең тәғәйен бер формала алыныуы кешенең затлы нәҫелдән булыуын, йәшәү рәүешен, тормошҡа ҡарашын билдәләгән. Мәҫәлән, толомдоң тап түбәлә үреп ҡуйылыуы аша кешенең ерҙәге матди энергия менән тығыҙ бәйләнештә булыуы күрһәтелә, һәм, киреһенсә, бер ниндәй матди ҡыҙыҡһыныуҙары булмаған, донъяуи мәсьәләләрҙән ваз кисеп, үҙ тормошон Илаһиға арнағандарҙың сәсе тулыһынса алынған тип аңлатыла. Һәм ҡыҙыҡлы бер күренеш: ошо осраҡта әрме хеҙ­мәтендәге егеттәрҙең сәстәренең тулыһынса алыныуын нисек аңлатырға булыр ине икән?.. Был да матди әйберҙәргә бәйләнеште кәметеүҙең бер алымымы, яу була ҡалһа, бер нәмәгә лә ҡарамай, бар шәхси нәмәне онотоп, бары алға, көрәшкә ынтылыу булараҡ һаҡланған боронғо тәртиптең дауам ителешеме?
Хәйер, быныһы уйланыу өсөн бер нигеҙ. Шулай ҙа әйтергә теләгән һүҙ ҡатын-ҡыҙ һәм уларҙың оҙон толомо хаҡында.
Фән күҙлегенән ҡарағанда, ҡыҫҡа сәс кешелә – Марс пла­нетаһы энергияһы, йәғни ир-атҡа хас көстөң, ә оҙон сәстең – Венера планетаһы энергияһы, йәғни ҡатын-ҡыҙға хас сифаттар­ҙың, тупланыуына булышлыҡ итә. Ҡыҫҡа сәс үҙ сиратында ҡәтғи ҡарарға килеү, үткерлек кеүек сифаттарҙы үҫтерә икән.
Шуға ла ошо нигеҙҙә ҡатын-ҡыҙға сәсте ҡыҫҡа итеп киҫтереү кәңәш ителмәй, сөнки уларҙың йәшәү энергияһы тап сәсендә туп­лана тиеүселәр ҙә бар. Ҡатын-ҡыҙ үҙ матурлығына иғтибар бүлгәндә, сәс толомдарын тарағанда йәки үргәндә тыныслана. Сәстәр оҙонораҡ булған һайын, ҡатын-ҡыҙ ҙа тыныс, йомшағыраҡ, күңел торошо көйләнгән, сабыр һәм нәфис булып ҡала. Ҡыҫҡа сәслеләр иһә, киреһенсә, тыныс­һыҙыраҡ, тиҙ ҡабынып китеүсән, ир-егеттәрҙең яҡлауына мохтаж түгел һәм ныҡышмал була, тимәк, тап көслө затҡа хас сифаттарға эйә. Ошо урында иғтибарға алырлыҡ тағы ла бер әйбер: бер үк сифаттар хас булған “плюс” тамғалы кешеләр бер нисек тә үҙ-ара тартылмай, киреһенсә, этәрелә генә. Психология кимәлен­дәге был ҡыҙыҡлы дәлилдәрҙе инҡар итеп булмай.
Ведалар тәғлимәтендә ҡатын-ҡыҙҙың сәсендә тормош иптә­шенең күңел бөтөнлөгө һәм именлегенең һаҡланышы хаҡында әйтелә. Быны нисек аңларға? Бәлки, бөгөн ир-егеттәрҙең ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда күпкә әҙерәк йәшәүе тип ҡарарғалыр? Бәлки, сәс оҙонлоғон һәм шуның менән бергә күңел тыныслығын һаҡлай алмаған ҡатын-ҡыҙҙың ҡыҙыу­лығы, артыҡ телсәнлеге арҡа­һында хәләл ефетенең тиҙ арала йәшәү көсөнөң исрафланыуы тип аңларғалыр... Шуға ла ғаилә именлеген, ғаилә бәрәкәтен һаҡлау өсөн тәү сиратта ҡатын-ҡыҙҙарға сәстәренә иғтибар бирергә, бәләкәй йәштән сәс толомдарын тәрбиәләргә өйрәнеү мотлаҡтыр?
Билдәле, Венера – төрлө сәнғәт төрҙәрен билдәләгән символ. Шуға ла күп музыканттарға, рәссам­дарға сәсен оҙон итеп үҫтереү хас. Оҙон сәс ижад итеүгә, хис-тойғо тәрәнлегенә, нескә тойом­лауға булышлыҡ итә, шул уҡ ваҡытта ир-егеттәргә хас ныҡыш­малылыҡ, аныҡ ҡарарға килеү кеүек сифаттарҙы киреһенсә кәметә.
Тағы ла бер мөһим фекер: ҡатын-ҡыҙҙың тағатылған сәсен бары тормош иптәше генә күрергә бурыслы, сөнки башҡа ир-ат күргән хәлдә, бигерәк тә ярамаған насар уйҙар менән ҡараған осраҡта ҡатын-ҡыҙҙың һаҡлау көсө һәм күңел бөтөнлөгө емерелә, ул ошо уйҙарҙы ҡабул итә һәм нескә күңеле кимәлендә таплана.
Күҙ ҡарашы ла – ҙур көс. Ҡайһы берҙә, арҡа менән торған саҡта сит ҡараштарҙың барлығын күрмәйенсә лә тоябыҙ. Күҙ тейеү, яман күҙ, күҙ ҡарашы менән яндырыу тиеү ҙә буштан ғына түгел бит. Кисерелгән хис-тойғоға бәйле ҡараш ярҙамында иркәләргә лә, күрә алмаҫҡа ла мөмкин. Мөхәббәтле яҡты ҡараш көс бирһә, яман күҙҙән кеше үлергә лә мөмкин, тиҙәр. Шуға ла сит ир-егеттең “Ниндәй матур ҡатын, минеке булһа ине ул” тигәнерәк уйлы бер ҡарашы ҡатын-ҡыҙҙың һаҡлау көсөн юҡҡа сығарырға ла мөмкин. Айырыуса был тәьҫиргә нескә йәндәр – сабыйҙар һәм сәстәре ҡапланмаған йәки тағатылған ҡатын-ҡыҙҙар дусар була.
Ә бит бөтә халыҡтарҙа ла ҡатындар илаһи матурлыҡ көсө булған толомдарын хәләл ефете алдында ғына аса алған. Һинд ҡыҙҙары, мәҫәлән, сәсен сариҙың бер осо менән япһа, мосолман ҡатын-ҡыҙҙарының баштары тулыһынса тиерлек ҡапланған, славяндарҙа ла яулыҡ бәйләү йәки кокошник кейеү киң таралған булған.
Һәм бына тағы, рус телендә әле булһа ҡулланылған “опростоволоситься”, йәғни “уңайһыҙ хәлдә ҡалыу” тигән нығынған һүҙ бар. Иғтибар итәйек, борон ҡатын-ҡыҙҙың яңылыштан ғына яулыҡ­һыҙ – сәсе ҡапланмаған һәм асыҡ килеш (с простыми волосами) сит кешеләр күҙенә эләгеүен шулай атағандар булһа кәрәк. Һиндос­танда иһә сари менән сәсен бары еңел холоҡло, тәндәре менән һатыу иткән ҡыҙҙар ғына ҡап­ламаған. Телселәр фекеренсә, “распутный” йә “распущенный образ жизни” тигән һүҙҙәр беҙҙең телдә төшкән, төшөрөлгән, тағатылған мәғәнәһен биргән сәскә бәйле икән. (Бәлки, икенсе фекер буйынса яңылышҡан, буталған, насар юлда булғандарҙыр). Был осраҡта “распутные девки” һүҙбәйләнеше лә сит ир-егеттәр алдында сәсен тағатҡан еңел холоҡло ҡыҙ мәғәнәһендә килеп сыға, ә ир-егеттәр өсөн вербаль булмаған был аралашыу бер мәғәнәгә ҡайтып ҡала.
Бөгөн ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҡы­лыҡ-фиғелдәренең үҙенсәлек­ле айышы хаҡында ла уйлап ҡарамайынса, сәсендә тупланған матурлыҡ көсөн исрафлап, сит күҙҙәрҙең иғтибарын алып йөрөй бирә, шуның менән күҙгә күренмәҫ нәҙек һәм нескә көстәрен, матурлығын да юғалта тиһәк, бер ҙә хата булмаҫ. Үрҙә әйтелгән­дәр – шәхси фекер, әммә ҡатын-ҡыҙҙарға ла, ир-егеттәргә лә уйланырға урын ҡалдырыр тигән ҡараштамын.


Вернуться назад