Һәләтле йәштәргә булышлыҡ итәбеҙ13.10.2017
Һәләтле йәштәргә булышлыҡ итәбеҙТиҙҙән Башҡортостанда һәләтле балалар өсөн махсус лицей һәм технопарк асыласаҡ.

– Һәләтле йәштәргә булышлыҡ итеү мөһим бурыс булып тора. Талантлы балалар өсөн физика-математика йүнәлешендәге республика лицейын асыу буйынса күрһәтмә бирҙем, – тине төбәк етәксеһе Республика көнөнә арналған тантаналы йыйылышта. – Октябрь уртаһында ҙур предприятиелар менән кооперация нигеҙендә өс майҙансыҡта “Башҡортостан кванториумы” балалар технопаркы асыла.
Әйткәндәй, махсус физика-математика лицейын ойоштороу идеяһы Рөстәм Хәмитовтың Башҡортос­тандың атҡаҙанған уҡытыусылары менән осрашыуы мәлендә лә тикшерелгәйне. Бындай уҡыу йорто һәләтле балалар менән туранан-тура эшләү өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу, уларға республикала артабан ҡалыуҙың перспективалы йүнәлештәрен тәҡдим итеү мөмкинлеген бирәсәк.
“Башҡортостан кванториумы” Стратегик башлан­ғыстар агентлығы тарафынан раҫланған “Балаларға өҫтәмә белем биреү системаһының яңы моделе” тигән программаға ярашлы Республика балалар мәғариф технопаркы нигеҙендә ойошторола. Ул Өфөләге һәм Благовещендағы майҙансыҡтарҙа эшләйәсәк. Концепцияға ярашлы, үҙәк уҡыусыларҙы төрлө өлкәләрҙәге инженер-конструкторлыҡ, тикше­ренеү һәм проект эшмәкәрлегенә йәлеп итеү мөмкинлеген бирәсәк.


Вернуться назад