Әнфирә менән Илгиз Ғәлиәкбәровтарҙың крәҫтиән (фермер) хужалығы ата-әсәләренән ҡала. Үҙҙәрен белә башлағаны бирле улар ауыл хужалығы, мал-тыуар көтөү менән шөғөлләнә. Агроферманы Әнфирәнең әсәһе Әнисә апай 1998 йылда асҡан була. Эште мал үрсетеүҙән башлайҙар. Атаһы ла, әсәһе лә ғүмер буйы колхозда бил бөгә, хеҙмәт ветерандары. Аҙаҡ инде, ҡартая килә, эштәрен кейәүе Илгиз менән ҡыҙына тапшыралар. Хужалыҡты яйға һалыуға ярҙам итәләр, йорт һалалар, трактор һатып алалар. Ә инде 2010 йылда Илгиз үҙаллы крәҫтиән (фермер) хужалығы аса, малсылыҡ менән шөғөлләнә башлай. Ике-өс баштан башланған хужалыҡта иһә бөгөн 45 баштан күберәк мал иҫәпләнә. Умартасылыҡ менән дә шөғөлләнәләр. Ике-өс йыл элек йылҡысылыҡҡа ла тотонорға йөрьәт иткәндәр. Уңған хужаның хужалыҡты алға ебәреү өсөн бөтә мөмкинлеге лә бар – ике тракторы, бесән сапҡысы, тырмалары, пресс-подборщиктары. 200 гектар ерҙе “һә” тигәнсә эшкәртә улар.
Ә инде малдарға килгәндә, Пермь крайынан, Учалынан итле тоҡомдарҙы алғандар. Был иһә ит етештереү йүнәлешендә ныҡлап эш башларға мөмкинлек биргән. Хужалыҡта үҙҙәренән тыш бер нисә кешегә эш урыны булдырылған. Ғөмүмән, хужалыҡты өс балалы ғаилә башлыса үҙе алып бара. Ҡыҙҙары Алина әле бишенсе класта уҡыған сағынан уҡ таңғы алтынан тороп әсәһенә һыйыр һауырға ярҙам иткәндән һуң ғына мәктәпкә юлланыр булған. Бөгөн инде ул Плеханов исемендәге Рәсәй иҡтисад университетын тамамлап, эшләй йөрөй. Улдары Данис Рязань Федераль яза башҡарыу хеҙмәте (ФСИН) академияһында, ә бәләкәй Фәдис I класта уҡый.
Тырыш ғаилә быйыл бер миллион ярым һум грант алыуға өлгәшкән. “Ауыл, район хакимиәттәре лә, республика Хөкүмәте лә ярҙамынан ташламай, уларға рәхмәт!” – тиҙәр уңған хужалар.
Был аҡсаға улар яңы һарай, бесән һаҡлағыс төҙөргә уйлай. Ғәлиәкбәровтарҙан тыш бөгөн Тирәкле ауылында тағы ла дүрт ғаилә крәҫтиән (фермер) хужалығын ойошторған, уларҙың барыһы ла яҡшы эшләй, сөнки ауылда йәшәйем тиһәң, ялҡау булмаҫҡа кәрәк икәнде бында күптән аңлағандар инде.
Ә инде ҡош-ҡорт, баҡса ла гөрләп үҫкән хужалыҡты алып барыусы хужабикә үҙе – башҡорт теле уҡытыусыһы. Бөгөнгө көндә ул – иренә ярҙамсы ла, кәңәшсе лә, хужалыҡтың бухгалтер эшен дә етеҙ алып бара.